Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
17 Ғинуар , 20:00

Тәҡдир

Ете йыл элек, эшендә, бейеклектән осоп төшөп, оҙаҡ комала ятҡан сағында ҡатыны ташлап китте. Улы ла атаһына ҡарата битараф. Шамил быларҙың һиңә ҡылған яуызлыҡтары өсөн икәнен аңлай һәм ғәфү итеүеңде һорай. Хәйер, ул үҙе һинең менән һөйләшергә теләй...

Тәҡдир
Тәҡдир

Тәҡдир

хикәйә

Ҡасандыр ошонда эшләп, йәшәп киткән ҡалаһына килеп төшкәс, оҙаҡ ҡына уйланып торҙо Нәфисә. Эйе, бәхетле ине ул был ҡалала. Бер ҡайҙа ла китмәҫ, ғүмере буйы ошонда ғына йәшәр кеүек, оло бер ҡарарға килеп киләсәккә ҙур пландар ҙа ҡорған ине. Ләкин… Бына шул “ләкин” бөтә уй-хыялдарын селпәрәмә килтерҙе лә инде.

Хәҙерге заманда мотлаҡ юғары уҡыу йортон тамамларға кәрәк тип һанаған атаһының һүҙен кире ҡаҡмаҫ өсөн генә педагогия институтының башланғыс кластар уҡытыусыһы бүлеген тамамлаһа ла, белеме буйынса эш эҙләп тә тормай, барҙы ла заводҡа эшкә урынлашты. Эше лә күңеленә ята, пляжда, йә һыу ингәндә ҡулланыла торған тын тултырылған матрацтар етештереүсе ул.

Ата-әсәһе өндәшеп тороуҙы кәрәк тип тапманылармы, әллә инде һуңғараҡ булһа ла үҙ һөнәре буйынса эшкә күсер тип уйланылармы, ул турала һүҙ ҡуҙғатманы.

Завод ятаҡхананан бүлмә бирҙе. Икенсе ҡатта урынлашҡан киң генә бүлмәлә үҙенән дүрт йәшкә генә өлкән Әминә тигән ҡыҙ менән йәшәнеләр. Бик яҡын дуҫтар булып китмәһәләр ҙә, асыуланышыу-әрләшеү кеүек осраҡтар булманы.

Әминә шул уҡ заводта инженер булып эшләп йөрөгән, ҡатыны фәжиғәле вафат булғандан һуң 11 йәшлек ҡыҙы менән көн күргән Әғләм тигән кешегә кейәүгә сығып, иренең фатирына күскәс, яңғыҙы ғына йәшәй башланы. Көн артынан көндәр үтә торҙо. Байрам һәм отпуск ваҡыттарында ауылына ата-әсәһе янына ҡайтып йөрөнө. Әсәһенең һәм башҡа туған-тыумасаларының кейәүгә сығырға кәрәклеге тураһында иҫкәртеүҙәренән тыш ғаилә ҡороу хаҡында артыҡ уйлағаны ла булманы. Дуҫлыҡ тәҡдим иткән егеттәрҙе әллә тиң күрмәне, әллә башҡа сәбәптәр булдымы, береһе менән дә танышырға-дуҫлашырға теләмәне, бары үҙенең тормош-көнкүрешен яйға һалырға тырышҡандай ашауға ла, кейем алыуға ла артыҡ тотонмай, эшләгән аҡсаһын фатир һатып алыр өсөн йыйҙы. Ваҡыты булғанда спектакль, концерттарға йөрөнө, кинолар ҡараны. Ни булһа ла яңғыҙлығынан ялыҡманы, үҙ-үҙе менән генә лә күңелһеҙ түгел ине уға.

Сираттағы бер ялында буран сығып көн боҙолорға оҡшап торғанлыҡтан ауылға ҡайтмай ҡалғайны. Кискә ҡарай ғына урамға сығып китте, алдан билет алып ҡуймаһа ла спектаклме, киномы ҡарап ҡайтыу ине иҫәбе.

Кинотеатр баҫҡыстарынан күтәрелеү менән, ситтәрәк торған егеткә иғтибар итте – әсе елгә ҡарамаҫтан бик йоҡа кейенгән. Башына ла курткаһының капюшонын ғына эләктергән. Йәлләберәк ҡарап ҡуйһа ла өндәшмәне Нәфисә. Ләкин егет, ҡарашын тойопмылыр, инеп китеп барған ҡыҙ артынан һүҙ ҡушырға өлгөрҙө.

- Ғәфү итегеҙ, мөмкинме һеҙҙе киноға саҡырырға? – тине ул.

Быға тиклем егет-елән тип иҫе китеп бармаған ҡыҙ әйләнеп ҡараны һәм гүйә телһеҙ ҡалғандай, өндәшә лә алманы. Егет бик һылыуҙарҙан булмаһа ла, (хәйер ир-егетте һылыулыҡта баһалау килешеп тә етмәйҙер) күңелде арбарлыҡ сөм ҡара муйыл күҙҙәр, яҡтылыҡ бөрккән асыҡ сырай гүйә арбаны Нәфисәне, һөйкөмлө һөйәге бар тиҙәр ундайҙар тураһында. Шулай таныштылар улар ысын һөйөү менән бер сиратта оло әрнеүҙәр кисерткән, яҡын кешеһенән күрә алмаҫлыҡ сиктәргә еткергән, һуңынан, йылдар дауамында ла төҙәлә алмаҫтай яра һалған Шамил менән.

Мөмкин – тине Нәфисә. Таныш түгел егет менән шулай еңел генә һөйләшеп китеүенә аптырап та ҡуйҙы үҙе.

Кино бөткәс, егет, Нәфисәне ятаҡханаға тиклем оҙатып ҡуйҙы. Бүлмәһенә ингәс тә, байтаҡ йоҡлап китә алмай татлы хистәр менән бөгөнгө кисен күҙҙән үткәреп оҙаҡ ҡына йылмайып ятты ул. Шамил оҡшаны Нәфисәгә. Егеттең, уның менән яңы ғына танышыуына ҡарамаҫтан, эс серен йәшермәй үҙенең тормошондағы ҡыйынлыҡтары менән бүлешеүен ыңғай ҡабул итте Нәфисә. Уның һис шикһеҙ яҡшы егет икәненә шиге юҡ ине. Ана бит, әсәһе айырылып китеүенә ҡарамайынса, бала сағынан ҡаҡмай-һуҡмай, үҙ балаһындай күреп үҫтергән үгәй атаһын яман сир менән ауырып киткәс тә ташламаған, тәрбиәләп тора икән. Шуға ла төҙөлөштә эшләп алған аҡсаһы ҡышҡы кейем алырға ҡалмаған.

Улар шулай дүрт ай тирәһе осраштылар. Урамда йөрөүҙәр, арып йә өшөп китһәләр кафеға инеп ултырыуҙар аҙнаһына бер йә ике тапҡыр ҡабатлана торҙо. Ҡыҙ үҙенең бүлмәһенә саҡырманы, егет тә теләк белдермәне.

Май айы етте. Шамил ике аҙна тирәһе юғалып торғандан һуң, нисек юғалды шулай ҡапыл табылды. Үҙенең оҙаҡ юғалып тороуын, үгәй атаһының хәле бик тә насарланып китеү сәбәпле, үҙен, тыуған ауылына атаһы йортона алып ҡайтыуын үтенгән. Шамилға тиҙ генә үҙ иҫәбенә ял алып, шул яҡтарға сығып китергә тура килгән. Ә инде хәбәр итә алмауының сәбәбен, ауыл урман араһында булғанлыҡтан, телефон тотмай тип аңлатты.

Оҙаҡ килмәүенә эсе бошҡан Нәфисә Шамилдың килеүенә бик шатланды. Яңы ғына бешереп алған пирожкиҙар менән сәй эстеләр, телевизор ҡаранылар. Кис төнгә алышынып тирә-яҡ ҡараңғылыҡҡа сумғайны инде, Шамил, ауылдан кире ҡайтҡан саҡта, үгәй атаһының тәүге ҡатынынан тыуған ҡыҙы кейәүе менән күсеп килеүен һәм хәҙер атаһын улар ҡараясағы тураһында әйтте. Шуға ул фатирға ҡайтырға ҡыйынһыныуы хаҡында белдергәс, ҡыҙ ҡалырға рөхсәт итте.

Бергә йәшәй башлауҙарына бер аҙ ваҡыттан, Шамил, ҡыҙҙы беренсе күреүҙән үк оҡшатыуын, артабан тормошон унһыҙ күҙ алдына килтерә алмаясағы, яратыуын әйтте. Ата-әсәһе менән танышыр өсөн ял көнө Нәфисәнең тыуған ауылына юлландылар. Әсәһе, күрше ауылда ғына йәшәгән килендәшен ярҙамға саҡырып, аш-һыу әҙерләп никах та уҡыттылар. “Туй тураһында борсолмағыҙ, һеҙгә бәлә һалмабыҙ, үҙебеҙ аҙыраҡ аяҡҡа баҫҡас, яҡын туғандарҙы йыйып берәй кафела үткәрербеҙ”,- тип кейәү кеше нығытып ҡуйҙы.

Шулай башланды ғаиләле тормош. Нәфисәнең фатирға йыйған аҡсаһы аҙыраҡ булғас, әле йәшәп торорға ярар, икебеҙ ҙә эшләп һуңғараҡ ҙурырағын алырбыҙ, тип бер бүлмәлене генә алырға булдылар. Икәүләп йөрөп һайланылар. Ирҙән алда һикеренмәйем тип фатир аҡсаһын уға биреп ҡуйҙы. Һатып алыу, рәсмиләштереү кеүек мәшәҡәттәрҙе лә Шамилға тапшырыуҙы хуп күрҙе.

Август баштарында фатирҙарына күсенеп, атаһы менән әсәһен, апаһы, еҙнәһе һәм ике ағаһы менән еңгәләрен саҡырып, өй туйланылар. Шамил бер кемде лә саҡырманы, әсәһенең йыраҡта йәшәүе, үгәй атаһының йөрөрлөк хәлдә түгеллегенә һылтанды.

Ире ярата кеүек тойолдо Нәфисәгә. Ауыр һүҙҙәр әйтмәне, йәберләмәне, яғымлы ҡарашын, иркә һүҙҙәрен йәлләмәне. Йөрәк аҫтында бәләкәй йән яралыуын белгәс, бәхетенән осоп тигәндәй йөрөнө. Үҙ бәхетенә үҙе һоҡланды.

Бер көн Шамил:

Өс-дүрт көнгә күрше ҡалалағы объектҡа ярҙамға ебәрәләр, – тип сығып китеүенә ике сәғәт тирәһе үткәндер, ишек ҡыңғырауына шылтыраттылар. Кем булырына аптырап, ишектәге глазоктан ҡараны. Ят ҡатын тора ине. Шулай ҙа асты. Ишек асылыу менән ҡатын этеп-төртөп килеп инде лә, шаҡ иттереп ҙур сумкаһын иҙәнгә ҡуйҙы. Артынан дүрт йәштәр тирәһе малай ҙа эйәргән ине.

Фатирҙы бушатығыҙ, артабан беҙ йәшәйәсәкбеҙ, – тине һәм паспортын асып, пропискаһын күрһәтте. Ҡағыҙҙары араһында фатирҙың уға теркәлеүе тураһында документтар ҙа бар ине.

Шамилдың хистәренең эскерһеҙ булыуына инанған Нәфисә шулайтып фатирынан ҡолаҡ ҡаҡты. Артабанғы хәлдәр мәхшәр көнөндәгеләй булды уның өсөн, эшенән китеп ауылға – тыуған йортона ҡайтып йығылды ул.

Хыянатты күтәрә алмай, бөгөлөп үк төштө, етмәһә, йөрәк аҫтында яралған сабыйын да юғалтты. Оҙаҡ үҙ-үҙенә килә алманы. Иланы ла, рәнйене лә, уға ла үлем теләне, үҙенең дә йәшәгеһе килмәне. Әлдә ярай ата-әсәһе, апаһы һәм ағалары булды янында. Яйлап тынысланғандай ҙа булды ул, ләкин күңеле ҡатты. Башҡаса ауылда ҡалғыһы килмәне, кире ҡалаға барырға ла теләмәне. Йыраҡҡа, уны бер кем дә белмәгән яҡҡа китәһе лә, барыһын да онотаһы, тормошон яңынан башлайһы килде. Һәм Татарстандың Алабуға ҡалаһына сыҡты ла китте. Уҡып сығып та, эшләргә уйламаған һөнәре бына ошо мәл кәрәк булды ла инде. Барыу менән балалар йортонда эше лә табылды. Башта, шәфҡәт туташы булып эшләгән Замира апайҙа йәшәп торҙо, бер аҙҙан үҙенә лә фатир бирҙеләр.

Уҡыта башлағас та башҡа балалар араһынан 7-8 йәштәрҙәге сибек кенә, моңһоу ҡарашлы Рәмилә тигән ҡыҙ балаға иғтибар итте. Нимәһе менәндер күңеленә ятты ул бала. Дәрестәрҙән һуң да уның янында оҙағыраҡ булыға тырышты. Ял көндәрендә фатирына ла алып ҡайтты. Бергә парк, магазиндар буйлап йөрөргә әүәҫләнеп киттеләр. Шул тиклем ҡыҙыҡайға өйрәнде, Нәфисә, ошо бәләкәс кенә йән эйәһенән башҡа йәшәүҙе күҙ алдына ла килтергеһе килмәне. Рәмилә лә Нәфисәгә тартылды.

Уйлап йөрөнө-йөрөнө лә, ҡыҙыҡайҙы үҙенә алырға булды. Ҡаланың опека бүлеге, башта, кейәүҙә булмағанын сәбәп итеп, яңғыҙҙарға баланы алырға рөхсәт итә алмайбыҙ тип кире ҡаҡҡан ине лә, балалар йорто администрацяһы Нәфисә тураһында бик йылы ҡарашта булып, документтар йыйырға ла ярҙам иткәс, рөхсәт иттеләр.

Әсәле-ҡыҙлы булып йәшәнеләр ҙә киттеләр, бик аҡыллы һәм матур ҡыҙ булып үҫеп етте Рәмилә. Быйыл 11-ҙе тамамланы, әсәһе кеүек үк уҡытыусы булырға теләй. Документтарын да бер нисә институттың ҡабул итеү комиссияһына тапшырырға ла өлгөргән.

Атаһы менән әсәһе лә олоғайҙы инде, хәйер, үҙе лә 40-ҡа етеп барған ҡатын. Бер көн әсәһе шылтыратып, уны бер нотариус эҙләүе, ниндәйҙер докуметтар тапшырырға теләүе хаҡында һөйләп, ошо арала осрашырға кәрәклеге тураһында әйтте. Һүҙ нимә тураһында булыуын аңламаһа ла, тиҙ арала ҡайтырға һүҙ бирҙе. Отпуск алырға ла ваҡыт еткән, шул уҡ көндө отпуск алды ла, иртәгеһенә ҡайтып та киттеләр.

Ҡайтып еткәндең икенсе көнөнә иртән, юрист ҡатын ҡалдырған телефон номерына шылтыратҡас, район үҙәгенә килеүен һоранылар. Нотариаль контораға ингәс, секретарь ҡыҙ Нәфисәнең исем-фамилияһын һорашып, кемгәлер шылтыратты. Нәфисәгә төпкө бүлмәгә үтергә ҡушты.

Эске бүлмәләге нотариус ханым Шамил Алмасов тигән кешенең, Нәфисәгә бер бүлмәле фатирын бүләк итеүе хаҡында әйтеп, барлыҡ документтарҙы тапшырҙы.

Бүлмәнән сығыуына ниндәйҙер бер ҡатын ҡаршы килеп, ҡыйыр-ҡыймаҫ:

Һаумы Нәфисә, – тип ҡулын һуҙҙы. Таныш та кеүек был ҡатынды кем тип тә әйтергә белмәне башта Нәфисә. Аптырап ҡына:

Һаумыһығыҙ – тине. Әле генә фатир (хәләл көс түгеп эшләп йыйған аҡсаһына алған үҙ фатирын) бүләк итеүҙәрен дә күңеленән үткәреп өлгөрмәгән Нәфисә, быныһы кем тағы тип уйланы.

Иҫләйһеңме, бер бүлмәлә йәшәгән инек, мин – Әминә, – тине.

Нәфисә бүлмәләшен ҡосаҡлап алды.

Туҡта әле, тыңла мине, – тине уныһы. – Тыңла… һәм ғәфү ит беҙҙе?!

Өйөнә алып ҡайтырға теләүен, аҙ ға ғына булһа ла инеп сығыуын үтенде. Әминә ҙур ғына, тирә-яғы гөлдәр менән уратып алынған ике этажлы коттеджға алып ҡайтты. Барыһын да баштан алып һөйләне. Шамилдың бер туған ҡустыһы булыуы, Нәфисә менән махсус рәүештә, ҡарауыллап тороп танышыуы, бер ниндәй ҙә үгәй атаһын ҡарамауы, ул саҡта күптән өйләнгән булыуы, килендәре менән улдарын үҫтереп йәшәп ятыуҙары тураһында бәйән итте.

Ете йыл элек, эшендә, бейеклектән осоп төшөп, оҙаҡ комала ятҡан сағында ҡатыны ташлап китте. Улы ла атаһына ҡарата битараф. Шамил быларҙың һиңә ҡылған яуызлыҡтары өсөн икәнен аңлай һәм ғәфү итеүеңде һорай. Хәйер, ул үҙе һинең менән һөйләшергә теләй.

Нәфисә менән Әминә ултырған бүлмәгә аҡһап, бер ир инде. Бөтәһе лә бер нисә секундҡа тып-тын ҡалды… Был секундтар йылдай тойолдо Нәфисәгә, ниһайәт, уңайһыҙ мәлдән ҡотолорға теләптер:

Ярар, булыры булған. Инде киләһе көндәрҙә Аллаһ ярҙамынан ташламаһын! – тине. Ир-егеткә булған ышанысын үлтереүенә ҡарамаҫтан, Шамилға ҡарата асыу ҙа, үсәү ҙә, уның ярҙамға мохтаж булыуына ҡыуаныу ҙа кисермәне ул.

Мул итеп әҙерләнгән аш табынына саҡырҙылар. Аштан оло булмайым тип ҡалырға ризалашты. Шамил, бер туҡтауһыҙ төрлө ҡыҙыҡ хәлдәр һөйләп, көлөп, табындағыларҙың күңелен күтәрергә тырышты. Элекке янып торған Шамил булмаһа ла, барыбер төҫ ташламағайны. Шул уҡ сөм ҡара муйыл күҙҙәр, шаян ҡараш, иҫ-аҡылды юйырлыҡ йылмайыу…

Ләкин быларҙың барыһы ла Нәфисәнең күңел ҡылдарын сиртеп, хистәр диңгеҙенә күмерлек тәьҫир итмәй ине инде…

Үткәндәрен күҙ алдынан үткәреп, уйланып килә торғас, таныш йортҡа килеп еткәнен дә абайламай ҡалған бит. Нәфисә өсөнсө ҡатҡа күтәрелеп, ҡасандыр, бәхет-шатлыҡтар кисереп йәшәргә өмөтләнгән фатирының ишеген асып инде.

Камила Нияҙғолова.

 

 

Автор:
Читайте нас: