Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
16 Ғинуар , 16:27

Кем бөйөгөрәк?

— О, батшабыҙ, һис шикһеҙ һин Аллаһҡа ҡарағанда бөйөгөрәкһең. Батша был һүҙҙән ҡуҡырайып китә. Былай ҙа оҙон булған мыйығын бармағына өйрөлтөп, башын артҡа ҡарай аңҡайтып ебәрә. Ҡарт һүҙен дауам итте: — Һин, ысынлап та, бөйөгөрәкһең. Һин кәрәк булһа, беҙҙе үҙеңдең батшалығыңдан ҡыуып сығара алаһың. Аллаһ ҡыуып сығара алмай. Уның батшалығы беҙҙең әйләнә-тирәләге бар донъя. Унан ҡасып бер ҡайҙа ла китеп булмай.

Кем бөйөгөрәк?
Кем бөйөгөрәк?


Йәшәгән, ти бер батша. Ул үҙен ныҡ бөйөк тип уйлаған. Берәйһен маҡтауҙарын ишетһә, сығырынан сыҡҡан.
Йәшәгән, ти бер батша. Ул үҙен ныҡ бөйөк тип уйлаған. Берәйһен маҡтауҙарын ишетһә, сығырынан сыҡҡан.

Бер көндө ул үҙенең министрҙарын саҡырып алған да:

— Әйтегеҙ әле, кем бөйөгөрәк— минме әллә Аллаһмы? ― тигән һорау биргән.

Был һорауҙан министрҙар ҡурҡышынан ҡалтыранып ҡына:

― О, бөйөк, батшабыҙ! Бер аҙ уйлап алайыҡ. Ваҡыт бир беҙгә!

Был министрҙарҙың береһе лә йәш түгел ине. Бер яҡтан эҙәрлекләүҙән ҡурҡалар. Икенсе яҡтан "Аллаһ" тигән һүҙгә күләгә төшөрөргә шомланалар. Ярамһаҡланып та, алдашып та өйрәнмәгәндәр.

— Был һорау буйынса батшабыҙ алдында үҙем яуап тотайым, — ти икән иң оло министр.

Икенсе көн яуапты тыңлар өсөн бар һарай йыйыла. Теге ҡарт министр ҙа улар араһында була. Башын түбән эйеп, батшаға былай тип яуап бирә:

— О, батшабыҙ, һис шикһеҙ һин Аллаһҡа ҡарағанда бөйөгөрәкһең.

Батша был һүҙҙән ҡуҡырайып китә. Былай ҙа оҙон булған мыйығын бармағына өйрөлтөп, башын артҡа ҡарай аңҡайтып ебәрә. Ҡарт һүҙен дауам итте:

— Һин, ысынлап та, бөйөгөрәкһең. Һин кәрәк булһа, беҙҙе үҙеңдең батшалығыңдан ҡыуып сығара алаһың. Аллаһ ҡыуып сығара алмай. Уның батшалығы беҙҙең әйләнә-тирәләге бар донъя. Унан ҡасып бер ҡайҙа ла китеп булмай.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: