Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
5 Ғинуар , 21:00

Гел генә былай булмай!

Теге ир был һүҙҙәрҙән ҡанатланып өйөнә ҡайта. Ишегенә "Гел генә былай булмай!" тип яҙып элеп ҡуя. Күпмелер ваҡыттан улы наркотиктан ваз кисә, дингә ултыра. Ҡыҙы аҡыллы егеткә ғашиҡ була һәм кейәүгә сыға. Ҡатыны эскелектән дауалана ла бик яҡшы ҡатын булып китә. Ә теге ир үҙе эшкә төшә. Хәҙер ул урам буйлап йәйәүләп йөрөмәй. Ҡыйбатлы машинала елдерә генә. 

Гел генә былай булмай!
Гел генә былай булмай!

Гел генә былай булмай!
Заманса хикәйәттәр

— Ҡарт! Бына һин шул тиклем ҡартһың, тормош һуҡмағында ниҙәр генә күрмәгәнһең... Ҡара әле, бына мин йәшмен, көслө ир затынанмын. Ни эш таба алмайым. Улым да булдыҡһыҙ. Наркоман ул. Ҡәҙәм фахишә. Ҡатыным эскесе, айыҡҡаны ла юҡ хатта. Өйгә ҡайтҡы ла килмәй! Нимә эшләргә белмәйем. Күңелем төштө был тормоштан. — Ҡайт та ишегеңә "Гел генә былай булмай!" типгән яҙыу яҙып эл, тип ҡарт уйлап та тормай яуап бирә.
Көндәрҙең береһендә йәш ир урам буйлап китеп барғанда юл ситендә ултырған ҡартты күреп ҡала. Янына барып ҡайғыһы менән уртаҡлаша: 

— Ҡарт! Бына һин шул тиклем ҡартһың, тормош һуҡмағында ниҙәр генә күрмәгәнһең... Ҡара әле, бына мин йәшмен, көслө ир затынанмын. Ни эш таба алмайым. Улым да булдыҡһыҙ. Наркоман ул. Ҡәҙәм фахишә. Ҡатыным эскесе, айыҡҡаны ла юҡ хатта. Өйгә ҡайтҡы ла килмәй! Нимә эшләргә белмәйем. Күңелем төштө был тормоштан. 

— Ҡайт та ишегеңә "Гел генә былай булмай!" типгән яҙыу яҙып эл, тип ҡарт уйлап та тормай яуап бирә. 

— Шунан? – тип ир ғәжәпләнә. 

— Шул! 

— Етәме? 

— Етә. 

Теге ир был һүҙҙәрҙән ҡанатланып өйөнә ҡайта. Ишегенә "Гел генә былай булмай!" тип яҙып элеп ҡуя. Күпмелер ваҡыттан улы наркотиктан ваз кисә, дингә ултыра. Ҡыҙы аҡыллы егеткә ғашиҡ була һәм кейәүгә сыға. Ҡатыны эскелектән дауалана ла бик яҡшы ҡатын булып китә. Ә теге ир үҙе эшкә төшә. Хәҙер ул урам буйлап йәйәүләп йөрөмәй. Ҡыйбатлы машинала елдерә генә. 

Бер ваҡыт теге урамға юлы төшә. Урынынан да ҡуҙғалмай ултырған ҡартты осрата. Ике йыл элек булған һөйләшеү келт итеп хәтеренә төшә. Шуға ла янына барып туҡтай. Янына барып туҡтай ҙа, машинаһынан төшөп тә тормайынса: 

— Нишләй, ҡарт! Һаман ултыраһыңмы? Ә минең тормошом ал да гөл. Үҙең дә күреп тораһыңдыр моғайын, -- ти эре генә. -- Улым наркоман түгел хәҙер. Дин тота! Ҡыҙым да фахишә түгел, яратҡан кешеһенә кейәүгә сыҡты. Ҡатыным да дауаланды. Миңә терәк булып тора. Ә мин үҙем эшкә төштөм. Үрләттеләр. Мин хәҙер юғары бер түрәмен! Ә һин ултырған урыныңдан да ҡуҙғалмаған төҫлөһөң, йүнһеҙһең һин ҡарт! Хәҙер миңә ниндәй кәңәш бирерһең?

Ҡарт ҡарап алды ла: 

— Теге яҙыуҙы алып ташларға ашыҡма, - тип яуаплай...

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: