Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
4 Ғинуар , 20:30

Тыныслыҡ ҡиссаһы

Тормошта ла шулай. Ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеү өсөн сәсеңде йоторҙай булып, ҡаңғырғансы, шул малай кеүек тыныс ҡына ултырып, йөрәгеңде тыңларға кәрәк. Әллә ниндәй төйөндәрҙе лә сисергә юл күрһәтә ул.

Тыныслыҡ ҡиссаһы
Тыныслыҡ ҡиссаһы

Тыныслыҡ ҡиссаһы

Бер ваҡыт сауҙәгәр үҙ магазинында ҡиммәтле генә сәғәтен юғалтҡан. Эҙләмәгән ерҙе ҡалдырмаған. Кәйефе ҡырылып, урамда уҙып барған бер төркөм ир-егеттәргә мөрәжәғәт иткән. Сәғәтен табып биреүсегә ҙур ғына аҡса вәғәҙәләгән. Улары иһә магазиндың аҫтын-өҫкә килтереп сәғәтте эҙләгән. Ләкин таба алмағандар. Сауҙагәр аптырап, магазиндың тупһаһына сығып ултырған. Шунда уға 5 йәшлек малай сәғәтте эҙләшергә килеүен әйткән. Сауҙагәр ҡул ғына һелтәп ҡуйған, йәнәһе лә һинән олораҡтар таба алманы. Ул шулай ҙа рөхсәт биргән. 5 минут та үтмәгән теге малай сәғәтте табып, сығарып биргән. Сауҙагәр бик ғәжәпләнгән.

- Бер төркөм оло кешеләр көнө буйы эҙләп тә таба алманы. Һин нисек уны 5 минутта таптың ул? - тип һораған.

Малай иһә:

- Магазинға индем дә тыныс ҡына ултырҙым. Шунда ҡайҙандыр сәғәттең тауышы ишетелде. Барып ҡараһам, шунда ята ине ул, - тигән.

Тормошта ла шулай. Ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеү өсөн сәсеңде йоторҙай булып, ҡаңғырғансы, шул малай кеүек тыныс ҡына ултырып, йөрәгеңде тыңларға кәрәк. Әллә ниндәй төйөндәрҙе лә сисергә юл күрһәтә ул.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: