Һаҡмар
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
30 Декабрь 2023, 21:05

Яңы йыл мөғжизәһе

Илүзә ниңәлер был яңылыҡты бик йөрәкһеп ҡабул итте. Ҡарһылыу булғаны юҡ уның, ә теләге бар. Өҫтәүенә, “ҡасан бәпес һатып алаһығыҙ” тигән һорауҙан ҡасып күпме бикләнеп йәшәй. Ҡайһы саҡта Илдары менән икәү генә тороп ҡалған кеүектәр был донъяла. Илүзә йоҡлай алмай уйланып ятты, унан интернеттан Ҡарһылыуҙың шиғырҙарын уҡыны. Шуға ҡарамаҫтан иртәнсәк еңел генә килеп торҙо ул. Йәһәтләп ҡапҡылап алдылар ҙа, Илдар барып алған Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу костюмын кейҙеләр. Машинала китеп барған Яңы йылдың төп тылсымсыларын күргән кешеләр уларға ҡул болғаны. Быны күргән Илүзәнең кәйефе күтәрелде. Ҡарлы юлда йырлай-йырлай, шаяра-көлә барҙы улар...

Яңы йыл мөғжизәһе
Яңы йыл мөғжизәһе

Булған хәл

Яңы йылдың һуңғы аҙнаһы. Бар ерҙә мәшәҡәт, шау-шыу. Эш аҙнаһы булһа ла, магазиндарға баш тығырлыҡ түгел. Төшкөлөккә һөт алырға ғына ингән Илдар кәрзин-кәрзин аҙыҡ-түлек тейәгән кешеләргә ҡарап: “Былар барыһы ла ошо тиклем нәмәне ашап бөтәме икән?”-тип уйлап ҡуйҙы.

Ашыҡҡан Илдар сиратта бейеп тиерлек торҙо. Өҫтәүенә әсәһенең ҡулынан ысҡынған бер бала курткаһын кәнфиткә буяны. Өйҙәренә йүгереп килеп ингәндә төшкө тәнәфес тамамланыуға ни бары утыҙ биш минут ҡалған ине. Кәләшенең йөҙө бойоҡ ҡына, “тағы ла илаған” тип уйланы Илдар. Әммә үҙе башлап Илүзәгә бер һүҙ өндәшмәне. Төшкө ашҡа ултырҙылар. “Илүзәкәй, күрҙеңме тышҡа ҡуйған гирлянданы, шыршыны? Һиңә сюрприз булһын тип иртәнсәк тоҡандырып киткәйнем”,-тип кәләшенең кәйефен күтәрергә тырышты Илдар.

“Эйе, матур булған”. Илүзәнең төшөнкө тауышы Илдарға боҙло һыу һипкәндәй булды. Эшкә сығыр алдынан Илүзә курткалағы шоколад эҙен күреп ҡалды. “Был нимә ул? Әйттем аҡһыл төҫтәге куртканы алмайыҡ тип. Бысратып өлгөргәнһең”,-тине кәләше уны балалай шелтәләп. “Эй, магазинда һыйыш юҡ! Өҫтәүенә бер кескәй генә малай кәнфите менән буяп өлгөрҙө”,-тине Илдар аҡланып.

Илүзә ошо һүҙҙәрҙе генә көткәндәй түгелеп илап башланы. “Үҙебеҙҙең улыбыҙ йә ҡыҙыбыҙ булһа, көн дә беҙҙе бысратһа ла, бер һүҙ әйтмәҫ инем”,-тип күҙ йәштәрен түкте йәш ҡатын.

Эйе, улар ун ике йыл йәшәй, әммә бәпестәре һаман юҡ. Ниндәй генә табипҡа күренмәнеләр! “Икегеҙ ҙә һау-сәләмәт, көтөгөҙ”,-тигәнде ишеткәс, имселәрҙең тупһаһын тапанылар. Тик ыңғай һөҙөмтә булманы. “Борсолма, йәнем. Йыйып барған аҡсабыҙ бар. Яңы йылдан һуң ЭКО-ға барырбыҙ”,-тине Илдар.

Илүзә күңелһеҙ генә йылмайған булды. Ҡатын кеше сабыйҙары булмауға ниңәлер үҙен ғәйеплерәк тойҙо. Аралашҡан дуҫ ғаиләләрендә инде икенсе, хатта өсөнсө бала үҫеп килә. Тәбиғәте буйынса тыныс Илүзә уларға көнләшә башланы. Үҙендә шундай алама тойғо барлыҡҡа килгәнгә үҙен күрә алмай, әрләгән саҡтары ла йышайҙы. Шуға күрә бәпестәре булған дуҫтарынан ҡасырға, улар менән аралашмаҫҡа тырышты. Илдар ҙа уны бер һүҙһеҙ аңланы. Шуға күрә Яңы йылды ла һуңғы йылдарҙа үҙҙәре генә ҡаршыланы. Ата-әсәләренә лә барманылар. Унда ла шул бер һорау: “Ҡасан беҙҙе өләсәй-ҡартатай итәһегеҙ?”. Әйтерһең дә улар үҙҙәре был бәхеттән ҡасып йөрөй.

Яңы йыл яҡынлашҡан һайын Илүзәнең кәйефе лә төшә барҙы. Магазинға сыҡһалар балларын етәкләгән атай-әсәйҙәр осрай. Уларға әйләнеп-әйләнеп ҡарап ҡалды йәш ҡатын. Янында ла барыһы ла балалар хаҡында һөйләшкән кеүек тойола ине: “Һинең ҡыҙың Ҡыш бабайҙан нимә һораны? Шулаймы?! Мин дә аптырап йөрөйөм, ул һораған уйынсыҡ бер ҡайҙа юҡ. Ҡыҙыма күрһәтмәй шыршы аҫтына һалып өлгөрөргә кәрәк бит әле...”

Әйтерһең, бар донъяла тик балалар һәм уларға Яңы йыл мөғжизәһе бүләк итеү генә иң мөһим мәсьәләгә әйләнгән. Ә Илүзә бынан бер үҙе мәхрүм!

29 декабрь йүгереп ҡайтып ингән Илдар: “Кәләшкәй, иртәгә һин – Ҡарһылыу, ә мин Ҡыш бабайға әйләнәбеҙ!”- тип яу һалды.

Илүзә аптырап китте. Ире һүҙен дауам итеп: “Рәзилә менән Рәмил Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу булып балалар йортона барырға тейеш булған. Икеһе лә ауырып киткән. Ә балалар көтә. Мин студент саҡта Ҡыш бабай була торғайным, иҫләйһеңме? Һинән дә шәп Ҡарһылыу сығасаҡ”,-тине.

Илүзә ниңәлер был яңылыҡты бик йөрәкһеп ҡабул итте. Ҡарһылыу булғаны юҡ уның, ә теләге бар. Өҫтәүенә, “ҡасан бәпес һатып алаһығыҙ” тигән һорауҙан ҡасып күпме бикләнеп йәшәй. Ҡайһы саҡта Илдары менән икәү генә тороп ҡалған кеүектәр был донъяла. Илүзә йоҡлай алмай уйланып ятты, унан интернеттан Ҡарһылыуҙың шиғырҙарын уҡыны. Шуға ҡарамаҫтан иртәнсәк еңел генә килеп торҙо ул. Йәһәтләп ҡапҡылап алдылар ҙа, Илдар барып алған Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу костюмын кейҙеләр. Машинала китеп барған Яңы йылдың төп тылсымсыларын күргән кешеләр уларға ҡул болғаны. Быны күргән Илүзәнең кәйефе күтәрелде. Ҡарлы юлда йырлай-йырлай, шаяра-көлә барҙы улар.

Балалар йортонда төрлө йәштәге майҙар һәм ҡыҙҙар һырып алды. Илдар ысынлап та шәп Ҡыш бабай булып сыҡты. Бағыусылар әҙерләп ҡуйған бүләктәр янына үҙҙәре лә уйынсыҡтар, тәмлекәстәр һатып алғайнылар. Шуға күрә балаларға төрлө конкурс-ярыштарҙы күп үткәрҙеләр. Балаларҙың байрамды бер ҙә туҡтатҡыһы килмәй ине. Шуға күрә Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу сәғәт ярымлыҡ тамаша урынына өс сәғәт кескәйҙәргә мөғжизә бүләк итте. Ҡыҙҙар һәм малайҙар менән һаубулашып сыҡҡас уларҙың янына бер тәрбиәсе килде. “Арығанһығыҙҙыр инде, оҙаҡ булып китте. Шулай ҙа тағы бер баланы ғына ҡотлай алмаҫһығыҙмы икән? Ул температура менән ята. Беҙгә ярты йыл элек кенә килеп эләкте, өйрәнә алмай йонсой. Әсәһе лә беҙҙең балалар йортонда тәрбиәләнгәйне. Ун ете йәшендә генә бер егеттән алданып, бәпесен тапҡайны. Үҙе машина аҫтына эләгеп һәләк булып ҡуйҙы. Туғандары юҡ ине, малайға бер кем килмәй...”

Илүзә: “Әлбиттә, ҡотлайбыҙ. Борсолмағыҙ”,-тине. Тәрбиәсе уға ҡарап: “Һеҙ Батырҙың әсәһенә ныҡ оҡшағанһығыҙ. Күргәс тә аптырағайным”,-тип ҡуйҙы. Илүзә бала янына бер үҙе инеп, унан Ҡыш бабайҙы саҡырырға булды.

Был ваҡытта 4 йәшлек Батыр илап-илап әкренләп йоҡоға талып бара ине. Әсәһенең хәҙер болоттарҙа йәшәгәнен белә ул. Шулай ҙа ныҡ һағындыра, өҫтәүенә Ҡыш бабайҙы ла ауырып күрә алманы. Шул саҡ кемдер уға наҙлы ғына итеп: “Батыр”,-тип өндәште. Малай аптырап Ҡарһылыу кейемендәге ... әсәһенә ҡараны. “Әсәй, һин ҡайттыңмы?! Мин Ҡыш бабайҙан “бүләк кәрәкмәй, тик әсәйем генә ҡайтһын!” тип һорағайным. Һин мине башҡаса ташлап китмәйһеңме?”-тип ҡосаҡлап алды.

Илүзә йәштәренә быуылып: “Юҡ-юҡ, улыҡайым, инде ҡалдырмайым. Һәр саҡ бергә булырбыҙ”,-тип бышылданы. Ҡарһылыуҙың саҡырыуын көтөп ала алмай килеп ингән Ҡыш бабай уларға ҡарап барыһын да аңланы.

Батырҙы, бар ҡағиҙәләрҙе инҡар итеп, уларға Яңы йылға биреп ҡайтарҙылар. Тиҙҙән документтары ла әҙер булды. Илдар менән Илүзәнән бәхетле атай һәм әсәй юҡ ине донъяла. Ә бер йылдан мөхәббәтле парҙың ҡыҙҙары донъяға килде.

Бына шундай була ул Яңы йыл мөғжизәһе!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: