Сит ҡатын сәсе
юмореска
Кәли бабай байрамса кейенеп ауыл хакимиәтенә йүнәлде. Яңы ҡойма тоторға бағанаға имән һорау ине йомошо. Иртәрәк ҡыймылдаһа ла алдараҡ килеүселәр бөтә урындарҙы ла биләгән. Оҙаҡ көтөргә тура килеүен һиҙепме, әллә хакимиәт башлығының, Яйбай Хандиевичтың, һуң йөрөү ғәҙәтен белепме, оло йәштәге Кәлигә бер кем дә урын тәҡдим итмәне.
Һуғышта ҡыҫҡарған аяғын йәлләп, иҫәнендә сәғәт самаһы баҫып тороп арығас, ҡайтырға йыйынғайны ла, тик шул мәлдә янынан сираттағы ҡунаҡтан һуң этләнгәнен күрһәтмәҫкә тырышып, бүреген батырып кейгән, тун яғаһын күтәргән Яйбай Хандиевич үтеп китте.
– Көндәр һыуыҡ тора, грипп ҡотора, сирләгән ахырыһы, – тиеште йыйылғандар, уның “борсоулы” йөҙөн күреп. Тик береһе лә, ошаҡтан шөрләп, “похмелдан” ахырыһы, тиеп әйтергә баҙнат итмәне.
Бер килке ваҡыттан йүнәлеп алған Яйбай Хандиевич ҡаршылағы бүлмәгә керҙе лә, кешеләр янынан үтеп, кире эш урынына инеп ултырҙы. Кәлимулланың тәне зымырҙап китте. Уның осло күҙҙәре Яйбайҙың арҡаһында һап-һары ҡыл күреп ҡалды. Эйе, был оҙон ғына сәс ине. Хакимиәт башлығының ҡатынының сәсе сөм ҡара бит. Кәли бабай “ярҙамының” файҙаһына өмөт итепме, әллә ундай саҡта ирҙәрҙең бер-береһен ҡотҡара торған тойғоһо уяныпмы хакимиәт башлығының бүлмәһенә йүнәлде, тик ишеккә барып етә алманы. Крыловтың мәҫәлендәге филде лә аяҡтан йығырлыҡ сәрелдәүе менән секретарь ҡыҙ ҡаршы сыҡты. Кәлиҙең, минең эшем личный һәм бик ашығыс бит әле, тиеүе халыҡты ғына уятты:
– Беҙҙең бөтәбеҙҙең дә ашығыс. Уҙаманмын тигәс тә сиратһыҙ инергә уйлай. Хитрый, сәүисһеҙ! – тигән тауыштар Кәли бабайҙы артҡа сигенергә мәжбүр итте. Секретарь ҡыҙ илар сиккә еткән Кәлиҙе йәлләп ахырыһы:
– Һеҙҙең һәр берегеҙҙең әкиәтен тыңлап ултырырға Яйбай ағайымдың ваҡыты күптер шул. Һәр нәмәнең үҙ тәртибе бар. Мә, йомошоңдо яҙып бир, – тип Кәлигә ҡағыҙ һуҙҙы.
Башҡа сараһы ҡалмаған Кәли бабай:
“Хөрмәтле, Яйбай Хандиевич!
Әллә нимә уйламағыҙ һәм ғәйепкә бөкмәгеҙ, һеҙгә ысын күңелемдән ярҙам итеү уйынан яҙам. Арҡағыҙға сит ҡатын сәсе йәбешкән. Үтенеп һорайым: авторитетығыҙҙы төшөрмәгеҙ, яман күҙҙәр күрһә хур итерҙәр, алып ырғытығыҙ!» – тип яҙып, имзаһын ҡуйып, секретарға бирҙе.
Ул уны бер өйөм ҡағыҙҙар араһына ҡушып, хакимиәт башлығына инеп китте. Ҡыйбатлы, ҡупшы кейенгән әҙәмдәр уның бүлмәһенән ҡәнәғәт ҡиәфәттә килеп сыҡһалар ҙа, ябай халыҡты, шул иҫәптән Кәли бабайҙы, “урындағы власть” – секретарь ҡыҙ хужаға яҡын да ебәрмәне. Халыҡ арып, төшкөлөккә таралыша башланы. Ә Кәли ураҙала булғас, йомошон йомошларға теләп, ҡайтырға ашыҡманы. Ниһайәт, секретарь уға ниндәйҙер ҡағыҙ тотторҙо. Уның һул мөйөшөндә «Управделами»ға инһен» тигән яҙыуы ла бар. Шулай кәрәктер, тип Кәли ҡаршы бүлмәгә инеп китте. Төшкө ашҡа ашыҡҡан «эш башҡарыусы» ваҡыты юҡлығын белгертеп, ҡартҡа һүҙ ҙә әйттермәй, ҡулынан ҡағыҙҙы тиҙ генә тартып алды ла, уҡып-нитеп тормай нимәлер яҙып, кире бирҙе. Кәли бабай ҡағыҙ битенең икенсе яҡ мөйөшөндә: “Бер айҙан һуң килегеҙ, әлегә ярҙам итергә мөмкинселегебеҙ юҡ”, – тигән яҙыуҙы уҡыны. Ниңәлер күңеле болғанып китте...
Ул тиҙерәк саф һауаға ашыҡты. Күтәрмәгә сыҡҡас, «бындағылар» кеше яҙмыштарын ошолай хәл иткәс, “өҫтәгеләр” нимә ҡыла һуң, тип күккә ҡарап торҙо ла, эстәлеген үҙе генә белгән, документҡа әйләнгән ҡағыҙын тотоп, бәҙрәфкә табан атланы.
Салауат ӘМИР.