Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Рухиәт
25 Октябрь 2023, 12:30

Бөгөн Салауат Шарапов юбилейын билдәләй

 Юҡҡа ғына был кешене төрмәгә оҙатҡанмын, тип үкенгәнем булманы. Юғары судҡа киткән бар эштәрҙең үҙ көсөндә ҡалыуы беҙҙең Баймаҡ районы судында ғәҙел хөкөмдәр сығарылыуын иҫбатланы. Язаға тарттырылған кеше йәл, әлбиттә. Тәүге мәртәбә юлдан яҙған кешене иректән сикләүҙән ҡурсалап ҡалырға тырыша торғайным барыбер. Был ауыр енәйәт ҡылыусыларға ҡағылмай, әлбиттә. Дөрөҫөн әйткәндә, кешенең ҡарашы, үҙен тотоуы буйынса уның ҡурҡыныс алама енәйәтсеме, әллә аҙашҡан бәндәме икәнлеген абайлай торғайным. Суд эшендә иң хәүефлеһе – хис-тойғоларға бирелеү, ә судьяларҙың быға хаҡы юҡ...

Бөгөн Салауат Шарапов юбилейын билдәләйБөгөн Салауат Шарапов юбилейын билдәләй
Бөгөн Салауат Шарапов юбилейын билдәләй

Бер кешенең бәғзеләрҙең яҙмышын ниндәйҙер кимәлдә хәл итеүе, тулыһынса үҙгәртеп ебәреү көсөнә эйә булыуы уға үтә ҙур яуаплылыҡ һалалыр. Хөкөмдарҙарҙың эшенә ҡарап һәр саҡ шундай уйҙарға ҡалаһың. Ҡурҡыныс енәйәтсенән тормош һуҡмаҡтарында ниндәйҙер сәбәп менән аҙашып ҡалған кешене айыра белеү, өмөт һәм йәшле күҙле менән төбәлгән ҡараштарҙы күтәтә алыу... Эйе, судья булып эшләү юғарынан бирелгән иң ҙур һынауҙарҙың береһелер ул.

Салауат Шараповты ҡалабыҙҙа ла, республикабыҙҙа ла күптәр белә. Оҙайлы йылдар Баймаҡ район судының рәйесе булып эшләгән, бөгөн үҙенең 75 йәшлек матур юбилейын билдәләгән хөрмәтле, аҡыллы, зиһенле, алдынғы ҡарашлы замандашыбыҙ ул.

Салауат Марат улы Ейәнсура районының Байдәүләт ауылында 1948 йылдың 25 октябрендә донъяға килә. Бала һәм үҫмер сағының иң әсе һәм рәхимһеҙ өлөшөн атайһыҙлыҡта күрә, ҙурайғас етемдәрҙе ҡурсалау теләге менән буй еткерә. Ватан һағына барып ҡайтҡандан һуң, 1970 йылда, Баймаҡ машина төҙөү заводына слесарь-электромонтажлаусы булып эшкә төшә. Йәш егет үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтә, бик әүҙем һәм тырышып эшләй. Шуға күрә ике йылдан уны ҡала советы башҡарма комитетына секретарь итеп тәғәйенләйҙәр. Салауат Марат улы был эшендә лә янып эшләй. Алдынғы ҡарашлы, яңылыҡтарға ынтылған йәш белгесте өс йылдан район башҡарма советының социаль-тәьминәт бүлеге мөдире итеп үрләтәләр. Шул уҡ ваҡытта машзаводтың партия ойошмаһы секретары булып та алдына ҡуйған юғары маҡсаттарға өлгәшеп өлгөрә. Заман бергә атларға теләгән Салауат Марат улы белем киңлеген арттырыу мөһимлеген аңлап, эш менән бер рәттән, уҡып та өлгөрә. 1988 йылда ул Баймаҡ районы судында судья, ә күп тә үтмәй уның рәйесе итеп тә тәғәйенләнә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, оҙайлы йылдар суд системаһында эшләп, күп маҡтау һүҙҙәренә, наградаларға лайыҡ була ул. Эше ауыр булһа ла, судья уны яратып һәм намыҫ менән башҡара.

Үҙенсәлекле Шарапов фамилияһы ла батша заманына барып тоташа икән. Салауат Марат улының ҡартатаһы шул батша хеҙмәтенән Байдәүләт ауылына ғәҙел хөкөм итеү тураһында яҙылған китап алып ҡайта. Шуға күрә төрлө хәлгә юлыҡҡан кешеләр уға йыш мөрәжәғәт итә. Кисәге һалдат шул китапҡа ҡарап халыҡтың низағтарын хәл иткән. Хатта “Шарап законы” тигән төшөнсә лә барлыҡҡа килгән. Шуға күрә Шарапов фамилияһының тарихы алыҫҡа барып тоташа. Ә инде Салауат Марат улының киләсәктә хөкөмдар буласағы уның ҡартатаһынан уҡ киләлер.

Салауат Марат улы, төрлө хәлдәр була. Кемдеңдер иркен сикләп йәки ниндәйҙер хөкөм ҡарары сығарып үкенгәнегеҙ булдымы?”,-тип һорайым. “Юҡҡа ғына был кешене төрмәгә оҙатҡанмын, тип үкенгәнем булманы. Юғары судҡа киткән бар эштәрҙең үҙ көсөндә ҡалыуы беҙҙең Баймаҡ районы судында ғәҙел хөкөмдәр сығарылыуын иҫбатланы. Язаға тарттырылыған кеше йәл, әлбиттә. Тәүге мәртәбә юлдан яҙған кешене иректән сикләүҙән ҡурсалап ҡалырға тырыша торғайным барыбер. Был ауыр енәйәт ҡылыусыларға ҡағылмай, әлбиттә. Дөрөҫөн әйткәндә, кешенең ҡарашы, үҙен тотоуы буйынса уның ҡурҡыныс алама енәйәтсеме, әллә аҙашҡан бәндәме икәнлеген абайлай торғайным. Суд эшендә иң хәүефлеһе – хис-тойғоларға бирелеү, ә судьяларҙың быға хаҡы юҡ”,-тине Салауат Марат улы.

Судьяны оҙайлы хеҙмәт юлында ҡайһы бер кешеләрҙең ғаиләһе эсендә генә, йә булмаһа яҡындары, дуҫтары менән хәл итә торған ыҙғыштарҙы судға еткереүе аптырата. Унан ҡыҙыулыҡ менән яҙылған ғаризаны, эште туҡтатыуҙы һорауҙар башлана. “Шуға күрә хөкөм органдарына мөрәжәғәт итер алдынан ныҡлап уйларға, бер-берегеҙгә ихтирамлы һәм иғтибарлы булырға кәрәк”,-тип кәңәш бирә кисәге судья.

Салауат Шараповтың үтә принципиаль булыуы, һәр эште ныҡлап өйрәнеүе, хөкөм ҡарарҙарын оло яуаплылыҡ менән сығарыуы етәкселек тарафынан да, кешеләр яғынан да хуплап ҡаршы алына. Ябай халыҡтың уны заманында “ғәҙел судья” тип йөрөтөүе һәм һаман да тик шулай тип иҫкә алыуы күп нәмә тураһында һөйләй бит. Ғөмүмән, хөкөмдарҙың эшенә был иң юғары баһалыр. Ә был рухи ныҡлыҡ, ғәҙелеккә ынтылыу һыҙаттары Салауат Марат улына бала саҡтан һалынғандар. Әле судья булып эшләгәнгә тиклем булған бер хәл дә Салауат Шараповтың бар кешелек сифаттарын күрһәтә.

Был ваҡиға Әмир Сәйғәфәровтың “Дәртмәнд” китабында бирелгән.

1979 йылдың ҡышы ине. Район Советы башҡарма комитеты рәйесе кабинетына күптән түгел эш башлаған, яңы ғына өйләнгән йәш кеше, социаль-тәьминәт бүлеге мөдире Салауат Шарапов килеп инеп, хәбәр һала. Йәнәһе, уға бер пенсионер әбей алтын тәҡдим итә. Бығаса булмаған ғәҙәттән тыш хәл бит был.

Ул әбейҙе саҡырып, бергәләп һөйләшкәндә шул асыҡлана: әбей Баймаҡта йәшәүсе Нәдирә Мөбәрәк ҡыҙы Сөләймәнова, ире, ғүмере буйына фельдшер булып эшләгән Борхан Сөләймәнов үлгәс, яңғыҙ йәшәй. Бер бөртөк улы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. Салауат Марат улы яйын табып, оло йәштәге әбейгә эсендә һыуы, канализацияһы булған, үҙәк ҡаҙанлыҡтан йылытылған фатир алырға ярҙам иткән икән. Әбей шул изгелеккә рәхмәт йөҙөнән уға һаҡлап тотҡан алтынын бирергә булған. Тик Салауат Марат улы ундай юлға баҫа торғандарҙан түгел. Ул иҫ киткес юғары әхлаҡлы, ғәҙел, тоғро кеше. Алтынды алмағас, Нәдирә инәй уны “Тыныслыҡ фонды”на тапшырырға тәҡдим итә. Шулай һәйбәт булыр, тип, дәүләт банкының Баймаҡ филиалына мөрәжәғәт итәләр. Тик уның мөдире лә алтынды ҡабул итеүҙән баш тарта. Милицияның район бүлегендә алтынды шәхси кешелә һаҡлау тыйылғанлығы, закон буйынса уны дәүләт файҙаһына тартып алып (изъятие), енәйәт эше асырға тейешлеген аңлаталар.

Шулай алтынға урын тапмай баш вата торғас, былар Түбә алтын руднигы етәкселеге менән һөйләшеп, “һары иблес”те шунда тапшырып, енәйәтсе булыуҙан ҡотолалар. Бигерәк тә был хазина арҡаһында алтмыш йыл буйы дерелдәп-ҡурҡып йәшәүсе Нәдирә инәйҙең йөрәге тыныслыҡ ала.

Ҡайҙан килеп ингән һуң был хазина Нәдирә инәй ҡулына? Үҙенең һөйләүенсә, XX быуат башында атаһы Мөбәрәк Ғәбитов Рәмиевтарҙың алтын приискыһында идарасы була. Илдә боларыштар башланғас:

- Һаҡлағыҙ, берәй ваҡыт кәрәге тейер, донъяла әллә ниҙәр булыуы ихтимал. Дуҫтарың һине һатһа ла, алтын һине бер ҡасан да һатмаҫ, -тип, бер киҫәк самородок, бер ҡойолған плитә, алтын алҡа, йөҙөктәр, ҡом рәүешендә ваҡ бөртөксәләр биреп ҡалдыра”.

Эйе, тормош юлында бындай хәлдәр күпме булыуын Салауат Марат улы үҙе генә беләлер. Әммә тәбиғи кешелек сифаттары, үҙ ҡалҡаны итеп алған рухи ҡиммәттәргә бер ҡасан да хыянат итмәүе, судьяға эшендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеп, тыныс күңел менән хаҡлы ялға сығырға мөмкинселек бирә. Тормош юлдашы Алһыу Ғәле ҡыҙы менән бик шәп һәм аҡыллы Әлфиә һәм Зөлфиә исемле ҡыҙҙар тәрбиәләп үҫтерәләр. Тик ҡатыны аяҡҡа баҫҡан ҡыҙҙары, уларҙың балаларын һөйөп туя алмай мәңгелек донъяға күсә. Ғүмеренең көҙ миҙгелендә яңғыҙы аҙашып ҡалған Салауат Марат улы оҙаҡ үҙенә толҡа тапмай. Әммә яҙмыш рәхимле уға һәм яҙмышына яңы биҙәктәр һалған билдәле табип Линерә Вилдан ҡыҙы менән осраштыра. Әлеге ваҡытта улар балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөндөрөп, бик бәхетле йәшәй. Салауат Марат улы тәбиғәтте, йәнлектәрҙе бик ярата, фотоһүрәттәр төшөрөү менән мауыға. Линера Вилдан ҡыҙы менән сикһеҙ илебеҙҙең төрлө ҡалаларына сәйәхәт итеп тә, яҡындары, дуҫтары менән аралашып та, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп тә өлгөрә улар. Ҡотло йорттарында һәр саҡ шулай тик бәхетле тауыштар яңғыраһын.

Ике һуғышты үткән Әхмәҙулла ҡартатайым бар ине. Ул бик дини кеше булды. Уның тәрбиәһелер – ғүмерем буйы Аллаһы Тәғәләгә ышандым. Ҡартатайымдың: “Бәлә-ҡаҙаға тарымаҫ өсөн ике-өс сүрә белергә кәрәк”,-тигән кәңәшен дә ғүмере буйы тотам”,- ти Салауат Марат улы.

Эйе, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисының ғүмер юлы бер ҙә үкенерлек түгел. Быйыл Республика көнөндә Салауат Марат улының намыҫлы хеҙмәт юлын сираттағы мәртәбә юғары баһалап, уға миҙал тапшырылды. Ғүмеренең һәр мәленән йәм табып, яҡтылыҡҡа ынтылып йәшәгән Салауат Марат улы Шараповты бар күңелдән күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Бәхетле ир уҙамандың мәңгеләштерер тәбиғәт күренештәре лә, саф һауанан көс алған йылдары ла бик күп булһын!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас