

Йәнгүҙәй асҡысы
фантастик хикәйә
Урам буйлап шәп-шәп атлауымды дауам итәм. Артымдан килгән йәш ирҙе ун биш минут элек үк күрҙем, әлбиттә. Был әҙәм үтеп китһен тип аҙымдарымды әкренәйттем. Тик ул да яйланы. “Һин шулаймы әле!” тип йәһәтерәк атлай башланым. Ул да шәбәйҙе. Тағы ун биш минут барабыҙ. Был минең ҡайҙа йәшәгәнде белмәһен тип өйөмдө йүгереп үтеп киттем. Ҡапыл тыҡрыҡҡа боролам һәм яҙа баҫып ергә һуҙылып яттым. Ир яныма йүгереп килеп етте. Был хәҙер минең башыма тондора тип күҙҙәремде сытырлатып йомам. Ул арала кеҫәмдәге байлыҡты барлайым. Биш мең һумлыҡ телефон, иҫәбендә 587 һум булған банк карточкаһы. “Үлтерһәң дә, байый алмаҫһың”, - тип үсәйем эстән генә.
- Миңә һинән байлыҡ кәрәкмәй...
Бер күҙемде генә асып иргә текләйем. Был йылмайғандай итте. “Йығылғанда башым төкөмәне, шикелле, был ни хәл, әллә аҡылдан яҙам инде”.
- Һине аҡылдан яҙҙырырлыҡ түгел бит... Бәлҡис...
Ирҙең тын ғына әйтелгән һүҙҙәренән һушһыҙ ҡалып ерҙә ятыуымды дауам итәм. Бәлҡис тип мин үҙемде үҙем генә йөрөтәм. Хыялдарымда. Төнөн йоҡлай алмай ятҡанда. Ҡояшҡа табынған батшабикә булып эргә-тирәләге бар донъяны хыялдарым менән балҡытып бөтәм. “Тамам аҡылдан яҙҙың, ҡыҙый. Таңға тиклем йоҡламай, кофе һемереп, китап уҡып ултырыу яҡшыға килтермәҫен әсәйең күптән иҫкәртә!”
- Һине аҡылдан яҙҙырырлыҡ көс юҡ һине, Бәлҡис! Өйөгөҙгә төнөн шыуып килеп ингән ҡара йыландан ҡурҡыу урынына кем уны фотоға төшөрәм тип таңға тиклем хитланды? Ә ҡырҙан тәрилкә ҙурлыҡ үрмәкестәрҙе тотоп алып ҡайтып баҡсаһында уларҙы кем үрсетеп ебәрҙе? Ә бит бөйө – ағыулы. Һин уларҙы әсәйеңдән йәшереп кенә өйөңдән дә ҡыуып сығараһың. Тик үлтермәйһең.
- Тәк, аҡыллы баш. Ярай, һин минең көндәлегемде нисектер ҡулыңа төшөрөп уҡығанһың ти. Шуның менән бөттө! Әсәйемә йылан һәм бөйө тураһында һөйләргә кәрәкмәй, йәме. Йәшәге килә әле, ә белеп ҡалһа...
Күҙемде аҡайтып әсәйем минең йыландар һәм үрмәкестәр менән дуҫлығым өсөн нимә эшләтәсәген ишаралайым.
- Ярай, мин киттем!
- Туҡта, Бәлҡис. Тиҫтә йылдан ашыу һөйгән йәреңдең битенән генә һыйпағың, уның йоҡлағанын ситтән ҡарап ҡына торғоң килә бит...
Тәк, ә бына быныһы инде һеңгәҙәтә һуғыу булды. Тыйылған алым! Һөйгән йәре тураһында ул бер кемгә лә һөйләгәне, көндәлегенә яҙғаны ла булманы һәм уның исемен кемдән булһа ла яңғыратырға ла теләмәй. Йөрәк яраһы ла, уйылып ятҡан йәрәхәттәренең шифаһы ла ул – һөйгәне. Тик был хаҡта бер кем белмәй.
- Мин һиңә ярҙам итә алам, Бәлҡис. Тик һин миңә тулыһынса ышанырға һәм иң тәүҙә бүлдермәй тыңларға тейешһең.
Ер йөҙөндә тик кешеләр генә йәшәмәй. Уны һин үҙең дә һиҙәһең, Бәлҡис. Тик барыһын да теүәл фән менән аңлатырға өйрәнгән аңығыҙ һеҙҙең зиһенегеҙҙе яба, башҡаса үҫешергә теләмәй. Әммә һинең хис-тойғоларың ғалимдарҙың ҡоро аңлатмаларын ғына ҡабул итмәй, йоҡоһоҙ уйланыуҙарың зиһенеңде аса бара. Үҙеңде Бәлҡис тип һүрәтләүең юҡҡа түгел. Һин ысынлап та боронғо Ҡояш батшабикәһе – Бәлҡис. Ер шарының игеҙҙәре, башҡа планеталарҙа, икенсе үлсәмдәрҙә лә йән эйәләре бар. Ни өсөн үлемдән ҡурҡмаған кешеләр бар? Сөнки улар ҙа ерҙәге үлемдең ниндәйҙер икенсе донъяның башы икәнен генә яҡшы аңлай. Аңлайҙар, әммә ни өсөн улай уйлағандарын аңлата алмайҙар. Һинең йәнең мәңгелек. Ысын хәҡиҡәтте аса башлағандарҙың да йәне мәңге йәшәй. Улар бер үлсәмдән икенсеһенә күсеп йөрөй. Бәлҡистең, йәғни һинең, нәҡ ер йөҙөнә яңынан килеүең осраҡлы түгел. Һинең бында үтәргә тейешле бөйөк эшең бар. Юғары Көстәр һине ер йөҙөнә шуның өсөн ҡайтарҙы.
Йән эйәләре йәшәгән бар планеталарҙа, икенсе үлсәмдәрҙә тигеҙлек булһын өсөн Аҡ Көс һәм Ҡара Көс тигеҙ булырға тейеш. Һуңғы көндәрҙә, кешеләр өсөн быуат дауамында, Ҡара Көстөң үҙ ерҙәренән сығып Аҡ Көстәрҙең биләмәләренә үтә барыуы күҙәтелә. Уларҙы туҡтатыу өсөн һин кәрәк, Бәлҡис! Беренсе ғүмереңде Юғары Көстәргә тапшырғанда, иң ауыр гонаһыңды кисереүҙәрен һорап, алда улар ҡушҡан һәр эште үтәргә изге сүллектә ҡаныңды тамыҙып ант бирҙең. Ауыр гонаһлы йән эйәләре мәңгелеккә Ҡара Көс янына күсә. Ә һин һөйгән йәреңдең Аҡ Көстәр янында ҡалыуын белә инең. Шуға күрә Аҡлыҡты һайланың, мөхәббәтең өсөн йөҙәр йылдар ер һәм күк араһында өнһөҙ аҫылып торҙоң. Юғары Көстәр ҡараңғылыҡтан һине шунда йәшерҙе. Хәҙер һин ергә ҡайтарылдың, ҡан аша биргән антыңды үтәргә ваҡыт етте.
Йөҙө һәр саҡ нисектер күләгәлә ҡалған иргә текәлеп ҡарайым. Ул алйотмо, әллә мине тейешле урынға алып барып ябыу ваҡыты еткәнме, йәнәһе. Тик ниндәйҙер эске тойомлауым был ирҙең минең электән белгән хәҡиҡәте яңғыратыуын белдерә.
- Ҡояш алдында тубыҡланып тороп, уның нурҙары менән һөйләшеп, унан Хоҙай Тәғәләнән оҙон-оҙаҡ ғәфү үтенгәнең тураһында һөйләйемме, һаман ышанып етмәһәң?
- Юҡ!
Тауышым киҫкен сыға. Был да минең генә серем. Өләсәйем бик дини булды, бар ҡушҡанды үтәне, намаҙҙарын ҡалдырманы. Мин дә уға ҡыҙығып доғалар өйрәндем. Әммә ниҙер кәрәк булһа, ҡыйынлыҡҡа ҡалһам, Ҡояш алдына тубыҡланып тороп, унан һорайым. Унан Хоҙай Тәғәләнең ялбарыуын үтенәм.
- Ярай, Бәлҡис, тик ярһыма ғына.
- Миңә нимә эшләргә кәрәк?
- Бар планеталарҙың, икенсе үлсәмдәрҙең тигеҙлеген һаҡлап торған асҡыс урланған. Һин шуны урынына ҡайтарырға тейешһең. Тик унан алда күп нәмәгә өйрәнергә кәрәк булыр.
- Ҡайҙа ҡайтарам асҡысты? Икенсе планетағамы?
Ир тауышымдағы унан көлөү сатҡыларына иғтибар ҙа итмәне.
- Юҡ, күпкә яҡыныраҡ. Йәнгүҙәй тауына.
- Ә ул асҡысты башҡа кеше ҡайтара алмаймы?
- Юҡ, был мөһим миссия һиңә Юғары Көстәр тарафынан бынан бер нисә мең йыл элек һалынған. Унан антың тураһында онотма.
- Асҡысты кем урлаған һуң?
- Ҡара Көстәр.
- Асҡысты ҡайтарып булмаһа, нимә буласаҡ?
- Аҡ Көс һәм Ҡара Көс араһында ҡан ҡойошло, быуаттарға һуҙылған һуғыш башланасаҡ. Иң нығы ерҙә йәшәгәндәр ыҙа сигәсәк.
- Юғары Көс уларҙы туҡтата алмаймы ни?
- Туҡтата ала, әммә был юлы ҡыҫылмаясаҡ. Был тик ике Көстөң һуғышы буласаҡ. Был оҙайлы һуғыштан һуң Юғары Көс бар планеталарҙы һәм икенсе үлсәмдәге йән эйәләрен йәһәннәмгә ырғытасаҡ. Шуға күрә һуғышты булдырырға ярамай.
- Ни өсөн асҡыс Йәнгүҙәйгә йәшерелгән ине һуң?
- Ирәндек тауҙарына бар ер шарын ғына түгел, ә бар планеталарҙы, икенсе үлсәмдәрҙе бергә бәйләп тотҡан сихри көс һалынған. Асҡыс та меңәрләгән йылдар дауамында шунда һаҡланды. Әммә Аҡ Көстән Ҡара көс яғына күскән бер йән эйәһе ҡараларға серҙе асып һалған. Улар асҡыс ярҙамында бар үлсәмдәргә үтеп инеп, тик Ҡара Көстөң батшалыҡтарын булдырырға уйлай. Бының һөҙөмтәһе булып ерҙә лә, башҡа планеталарҙа ла һуғыш уттары тоҡана башланы. Ашығырға кәрәк!
- Һуң әсәйем минең юғалғанымды белер бит, эшкә йөрөмәһәм, унан ҡыуһалар?
- Бер кем бер нәмә лә белмәйәсәк. Һинең тураһында бер кем иҫенә лә төшөрмәйәсәк.
- Һәйбәт йыуатыу һүҙҙәре, бәхәсләшеп тә булмай, - тинем мин ирендәремде салышайтып. - Мине барыһы ла онотоуға ҡыуанырға тейешменме?
- Ваҡыт юҡ, Бәлҡис! Остоҡ!
- Остоҡ?!
Был һүҙ нимә аңлатҡанын һорап та өлгөрмәйем, Ирәндек битләүенә барып сығабыҙ. Сәскәле һуҡмаҡ үҙенән – үҙе ер аҫтына юл яра. Шунда төшәбеҙ. Башым әйләнә. Күҙ алдымдан ер шарының ғына түгел, ә ниндәйҙер икенсе йән эйәләренең тормошон сағылдырған көҙгө килеп сыҡты. Ниндәйҙер ҡөҙрәт менән уларҙың һәр береһен ҡарап өлгөрәм. Әйтерһең, күҙем әйләнеп китеп үҙемде лә ҡарай ала.
- Аптырама, иғтибарыңды ситкә бүлмә! Һин икенсе үлсәмдә, шуға барыһын күрәһең һәм ишетәһең!
Ҡарашым Алдар батыр, Ҡараһаҡал, Салауат Юлаев, Ҡаһым түрә һәм башҡа һәм башҡа яугирҙәр өнһөҙ ҡатып ҡалған урынға төбәлә. Ғорур батырҙар тере, әммә йәнлелеген дә һиҙермәй.
- Батырҙар, беҙҙең батырҙар! Башҡорт батырҙары!
Алҡымыма килеп тулған хис-тойғоларҙан тын ала алмайым. Бар батырҙарҙы бер юлы күреүем башымды зыр әйләндерә.
- Бәлҡис, иғтибарыңды юғалтма! Батырҙарҙың ваҡыты етмәгән әле ҡайтырға. Улар үҙ үлсәмендә ял итә. Көҙгөгә ҡара! Иғтибар менән! Мин һиңә һинең менән алышҡа сығасаҡ Ҡара Көстө күрһәтәм. Бер генә мәлгә! Әммә һин уны иҫтә ҡалдырырға тейешһең! Шунһыҙ еңә алмаясаҡһың.
Батырҙарҙан ҡарашымды көскә айырып артабан күҙәтәм. Йә, Ҡояшым, кемдәр генә килеп баҫманы алдыма! Әҙәм балаһының ни тиклем аңһыҙ булыуына ышана барам. Ергә беҙ генә хужа тип йәшәп ятабыҙ, ә яныбыҙҙа тағы күпме йән эйәләре бар!
Көҙгө ҡапыл ҡап-ҡараңғы булды. Йәнгә үтеп ингән тауыштар сыға башланы. Унан ҡара төҫкә буялған, бер ниндәй үҫемлекһеҙ, тереклекһеҙ ҡала күренде. Ҡапыл көҙгөлә оҙон һары сәстәрен туҙғытҡан бик һылыу ҡыҙ күренде. Уның да мине текләп күҙәтеүен аңланым.
- Бына ул!
Тик ҡыҙ йылмайып юҡҡа ла сыҡты.
- Иҫеңдә ҡалдымы?
- Эээ, бик матур ҡыҙ. Юлдашымдың ауыр көрһөнгәнен ишетеп – блондинка! -тип өҫтәп ҡуям.
Тик ул миңә уҫал итеп ҡарап ҡына ҡуйҙы.
Артабан мәмерйәнән төпкәрәк үтәбеҙ. Ап-аҡ диуарлы урынға барып сығабыҙ. Юлдашым ҡайҙандыр килеп сыҡҡан ҡылысты миңә ташланы:
- Мә, таныш уның менән һәм уртаҡ тел табырға тырыш!
Ҡылыс менән уртаҡ тел табырға?! Уныһы нимә була инде. Шул саҡ ҡулымдағы ҡылыстың миңә һыңар күҙ менән текләүен күреп, уны ҡулымдан төшөрөп ебәрә яҙҙым. Ә уныһы өҫтәүенә телгә килде!
- Эшкинмәгән! Мине һаҡлап ҡына, наҙлап ҡына тотор кәрәк. Нисәмә мең йыл ял итеп яттым. Ҡуҙғытаһығыҙ йәнде көйҙөрөп. Ебәрегеҙ мине. Ваҡыттар арауығына кире барып ятам...
Һәм мин, кисә генә, ҡала офисында бейек үксәле туфлиҙарҙа тыҡ-тыҡ баҫып, бөтмәҫ отчеттарға сумып ултырған белгес, ҡылысты ялбарырға тотондом.
- Зинһар, Ҡылыс, Ҡылысҡайым, китмә инде! Һинең менән бер алышҡа ғына сығабыҙ. Унан тағы ял итерһең!
Ҡылыс һыңар күҙен ҡыҫып миңә текәлә. Унан ирендәрен бәлшәйтеп:
- Ярай, Бәлҡис. Тик еңелеү тураһында уйлап та бирмә! Әтеү, ваҡыттар арауығында ҡалған иптәштәрем һуңынан минең һыңар күҙемде лә астырмаҫ! -тип ҡуйҙы.
Ҡылысты ҡулға тотоп өйрәгәнсе өс көн, өс төн үтте. Ручка һәм компьютер мышкаһын шылдырған ғына Бәлҡистең ҡайҙан көсө булһын? Арыһам, ниндәйҙер эсемлек эсерҙеләр. Сәскә, еләк еҫе сыҡҡан был шыйыҡса көсөмдө кире ҡайтарҙы. Өс көн үткәс, көҙгөгә ҡарап үҙемде таныманым. Минең алдымда оҙон ҡара сәсе ергә тиклем төшкән, һомғол буйлы, әммә көсө ташып торған таныш түгел ҡыҙ баҫып тора ине.
- Барыһы ла үткәс, мин ошо ҡиәфәттә ҡалырмынмы? Исмаһам, сәсемде ҡалдыр инде йәме!
Юлдашым минән арығандай башын сайҡап ҡуйҙы:
- Һин тәүҙә тере ҡал әле...
Ҡылысым менән бер һүҙле, бер йәнлегә әйләнгәс, төрлө йәнлектәргә әйләнергә өйрәнә башланым. Тәнем бер сәғәт эсендә күм-күк булды. Әммә әйләнеп булмай! Ҡылысым баш сайҡап:
- Бәлҡис, үҙең һуғыш йәме! Мин ваҡыттар арауығына...
Ҡылысым әйтеп бөтөп тә өлгөрмәне, мин уны юғалтыуҙан ҡурҡып, ергә һуғылдым һәм бүрегә әүерелдем. Унан бөркөткә, ҡыҙыҡ күреп айыуға, ҡуянға, хатта үҙем яратҡан үрмәкескә лә әйләнеп ҡараным.
Ниһайәт, юлдашым, исмаһам, бер мәртәбә ҡәнәғәт йылмайҙы.
- Иртәгә – алыш! Бөгөн ял ит, Бәлҡис.
Йөрәгемә күптән һыймаған хистәрем күҙ йәштәре булып ергә тамды.
- Мин белмәйем, иртәгә нимә булыр. Бер мәртәбә генә һөйгәнемде күрергә ине. Мөмкинме уның янына барып әйләнергә?
- Юҡ! Бәлҡис, һин һөйгәнеңде үҙең юғалттың! Уның һүҙҙәренә ышанмай, ғәйбәтселәрҙе тыңлап ҡыуып ебәрҙең. Алдыңа теҙләнгән егетте ямғыр аҫтында ҡалдырып киттең. Һәм был меңәрләгән йылдар дауамында ҡабатлана! Ул арыны! Йән өрөү менән һеҙ бер-берегеҙҙең юлында табышаһығыҙ һәм һинең ахмаҡлығың арҡаһында айырылаһығыҙ. Икегеҙе ике ерҙә әсе күҙ йәштәре түгәһегеҙ...
Миңә ҡыйын. Минең үлгем килә. Юлдашым дөрөҫ әйтә. Алдыма теҙләнгән егетте ямғыр аҫтында ҡалдырҙым, уның түгел, кешеләрҙең һүҙенә ышандым, шылтыратһа, телефонымды алманым. Ә берәй ерҙә эш буйынса осрашҡанда алдынан эре генә үтеп киттем, ә үҙем ситтән генә уны ҡарашым менән йоттом. Яратам шул, ныҡ яратам. Тик ул минең һөйөүемдән баш тартһа тағы ла ҡыйыныраҡ буласаҡ тип шулай ҡыланам.
Күҙ йәштәрем тамған ерҙә ап-аҡ сәскәләр ҡалҡып сыға башлағас ҡына тынысландым. Ҡылысым сәскәләргә ҡарап һыңар күҙен ҡыҫып, йөҙөн сирып:
- Фи, мөхәббәт! -тип ҡуйҙы.
- Бәлҡис, уян!
Мин көнө буйы йоҡланым. Алыш төнгө ун икелә башлана. Мин ҡояш нурҙарына тиклем аяғымда баҫып ҡалырға һәм Ҡара Көстөң башын өҙә сабырға тейешмен. Шул саҡта Йәнгүҙәйҙең асҡысы ла табыласаҡ. Сәскәнән- сәскәгә осоп йөрөгән матур ғына йән эйәләре оҙон сәсемде бер толом итеп ныҡ итеп үрҙе, юлдашым ҡулыма семәрле ҡалҡан тотторҙо.
- Уның да сихри көсө бар. Уға мөхәббәт һалынған.
Мин юлдашыма иғтибар менән ҡарайым. Тик һәр саҡтағыса уның йөҙө күләгәлә ҡалғас бер нәмә лә аңламайым. Әммә йөрәгем ниңәлер талпынып-ашҡынып ҡуя.
- Бәлҡис! Алыш тураһында ғына уйла. Һин Ҡара Көстө танырға тейеш, уны көҙгөлә күрҙең. Ул һине төрлө сүрәткә инеп алдаштырып маташасаҡ, тик, зинһар, ышанма уға, бирешмә!
Юлдашым мине тәү мәртәбә ҡосағына ала:
- Мин ышанам һиңә, Бәлҡис!..
Унан шундай таныш йылылыҡ, рәхәтлек тойғолары килә. Әммә юлдашым миңә уйланырға ирек бирмәй.
- Бар, Бәлҡис, ваҡыт етте.
Йәнгүҙәй битләүенә барып сыҡтым. Шул саҡ ҡылысымдың күҙле – телле генә түгел, ә ут булып яҡтырыуы ла асыҡланды. Тау башына үрләй башлауыбыҙ булды көслө дауыл ҡупты. Янымда ғына йөҙйәшәр ағастарҙың шарт-шорт һыныуы ишетелде. Башты ҡалҡытып та булмай. Унан ҡаяларҙан ысҡынған таштар яуа башланы.
- Минең менән һуҡ, минең менән!
Ҡылысымдың үрһәләнеп ҡысҡырған тауышын ишетеп уның менән осоп килгән таштарҙы яра һуға башланым.
- Ашыҡ, Бәлҡис!
Юлдашымдың тауышы янымда ғына ишетелгәндәй. Таштан-ташҡа, селектәргә йәбешеп Йәнгүҙәйҙең үренә яҡынлайым. Тик унда бер өйөр бүреләр баҫҡан. Тиҙ арала инә бүрегә әүерелеп улар араһына барып инәм. Ҡылысым ситтән генә килә. Мин шул арала бөркөткә әүерелеп бүреләрҙе ҡаянан алып ташлай башланым. Әллә ҡайҙа тәгәрәп барып төшкән йән эйәләренең ауаздарын ишетеп, уларҙың да ысынында бүре булмауын аңлайым. Һәм еңел һулап ҡуям. Тереклекте, йәнлектәрҙе, хатта бөжәктәрҙе ҡырғандарын бөтөнләй яратмайым. Бейектә осоуымдан кинәнес алып бер аҙға онотолам. Ә Ҡара Көс уяу. Бер яҡ ҡанатымды ниҙер өтөп алыуын һиҙеп ергә ҡолай башлайым. Шул ыңғайы яратҡан үрмәкестәремдең береһенә әүерелеп ҡая өҫтөнә килеп төшәм. Бәлҡискә әүерелгәс һул ҡулым өҙөлөп һыҙлауын тоям.
- Бәлҡис, ауыртыныуға иғтибар бирмә! Зиһенеңде йый! Ҡара Көс яныңда ғына! Тап уны!
Йән-яғыма ҡарайым. Бер йән эйәһе юҡ. Шул саҡ аяғымды ниҙер килеп саға. Йылан! Ҡара йылан! Ҡылысымды алып та өлгөрмәйем, ул юҡҡа сыға. Ә мин хәҙер бер аяғыма ғына баҫып тора алам.
- Бәлҡис! Уяу бул!
Бер нәмә лә аңламай ҡалам, өҫтөмә ҙур ҡара себендәр ябырыла. Улар ҡап-ҡара болотҡа әүерелеп, мине ҡаянан этә. Ҡылысым менән сабып маташам, әммә улар күбәйә бара. Тиҙҙән улар мине ҡая ситенә алып барып этеп тә төшөрҙө. Йәһәннәмгә китәсәгемде уйлап күҙҙәремде йомам, әммә һау ҡулым менән ҡаяның икенсе үркәсенә тотоноп ҡалдым. Бында ике аяҡ һыйырлыҡ ҡына урын бар. Көскә шунда баҫып торам. Ниһайәт, алдыма оҙон һары сәстәрен туҙғытҡан Ҡара Көс килеп баҫты. Ирекһеҙҙән ай яҡтыһында уның сибәрлегенә һоҡланам.
- Бәлҡис! Ул һине албырғата, бирешмә!
Һәм беҙҙең алыш башлана. Ҡара Көстөң дә ҡылысы һөйләшә белә икән. Уның минең ҡылысым менән бер-береһен һүгә-һүгә һуғышыуын ишетеп, Йәнгүҙәйҙе бер яңғыратып көлгөм килә. Тик ярамай, көлөргә лә ваҡыт юҡ. Ҡара Көс мин өҙөргә хыялланған башына яҡын да килтермәй.
- Бәлҡис! Ваҡыт аҙ ҡала бара!
Ваҡыт ҡына түгел, минең дә хәлем бөткәндән бөтә бара ине. Бар уйым тиҙерәк ҡояштың тәүге нурҙарын күреү. Насип булырмы һуң? Шул саҡ ҡаршымда һөйгәнем баҫып торғанын күреп ҡылысымды ҡулымдан ысҡындыра яҙҙым.
- Бәлҡис, ул һөйгәнең түгел! Алданма!
Ҡара Көстөң һөйгәнемә әүерелгәненә шул тиклем ярһып ҡапыл уның оҙон сәстәренән матҡып тотоп алдым. Теге көтмәгәнлектән миңә күҙҙәрен аҡайтты. Шул арала уның башын сабып та ырғыттым. Ҡулыма тирә-яҡҡа сағыу нурҙар таратҡан асҡыс килеп төштө. Йәнгүҙәй асҡысы! Шул арала тау уртаға асыла башланы. Асҡыс һаҡланған серле ҡумта күренде. Уны ҡәҙерләп шунда төшөрҙөм. Йәнгүҙәй кире ябылды.
Тауҙың иң юғары үрендә тирә-яҡҡа ҡарап өнһөҙ ҡалдым. Сихри матурлыҡҡа ҡарап ҡылысым да өндәшмәй. Бына Ирәндек һырттарын нурҙары менән иркәләп Ҡояшым да күренде. Яраларымдан һарҡып аҡҡан ҡанға ла иғтибар итмәй иҫ киткес матурлыҡҡа ҡарайым. Йөрәгем ҡапыл килеп тыуған хис-тойғоларымды ауыҙлыҡлай алмай, улар тирә-яҡҡа урғылып сыға.
- Эээээй!
Ҡайтауаз бар Ирәндек битләүҙәрен урап сығып тауышымды үҙемә ҡайтара.
Шул саҡ йөрәгемдең түрендә һаҡлап, һағыш та, ҡыуаныс та булған, бер мәлгә лә уйымдан сыҡмаған һөйгән йәремдең ҡарашы күҙ алдыма килгәндәй була.
- Мин яратам һине! Ишетәһеңме, яратам!
Ҡайтауаз тауышымды алыҫҡа алып китте. Их, һөйгәнемә барып етһен ине сәләмем. Аңлаһын ине, мине, ғәфү итһен...
- Мин дә һине яратам... Бәлҡис...
Янымда ғына сыҡҡан тауышҡа әйләнеп ҡарайым. Юлдашым. Ҡайһы арала күтәрелеп өлгөргән бында? Нисек инде ул мине “ярата”? Шул саҡ юлдашымдың йөҙөн ҡаплаған күләгә, миңә бер йылмайып, ситкә китә. Был, был ... минең һөйгәнем!
- Һин?!!
- Мин дә һине яратам, Бәлҡис!
Ағыулы йылан, үрмәкестәрҙән ҡурҡмаған, бүрегә лә, бөркөткә лә әүерелгән, Ҡара Көстө ауыр алышта еңеп, бар тере йән эйәләрен ҡотҡарып ҡалған Бәлҡис һөйгәненең ҡулына һушһыҙ йығылды. Юғары Көс тарафынан мәңгелек яҙмышы итеп ебәрелгән егет уның битенән һыйпай ине.
- Бәлкис, Бәлҡис! Беҙ бергә хәҙер, мәңгелеккә бергә! Ас инде күҙҙәреңде, яратҡаным... Йәнем минең!..
Ҡылыс һыңар күҙен ҡыҫып был икәүгә ҡараны ла, ирендәрен бәлшәйтеп: “Фи, мөхәббәт, имеш”,-тип ваҡыт арауығына осто...
Гүзәл Иҫәнгилдина.