

«Әсә күҙҙәре»
Көндәрҙең береһендә йәш егет менән оло йәштәге ир ҡоҙоҡ янында тап булышалар. Йәше маҡтанырға булып китә.
- Беләһегеҙме, мин кешеләргә күҙ һирпеп ҡарау менән уларҙың уйын аңлай алам.
Яуап итеп олорағы йылмайып ҡына ҡуйҙы. Тап шул мәлдә был икәү янына бер әбей килеп туҡтаны.
- Ғәфү итегеҙ, һеҙҙең яндан матур ғына оҙон буйлы егет үтмәнеме?
- Йылға буйына төшөп китте, - тип олораҡ йәштәге ир яуап ҡайтара.
Әбей рәхмәт әйтеп, йылға буйына төшөп китте.
- Туҡтағыҙ, һуң беҙҙең яндан ҡыҫҡа буйлы, йөҙө шырышып бөткән оло йәштәге ир генә үтеп китте түгелме?
Йәш егет аптыраулы ҡарашын олораҡ әңгәмәсеһенә төбәй.
- Эйе, һин хаҡлыһың. Был ҡатын беҙҙән улы тураһында һораны. Әсә өсөн нисә йәштә булыуға ҡарамаҫтан улы иң матуры, иң һомғоло, иң йәше булып күренәсәк.
Эльмира Кейекҡужина тәржемәһе.