Рухиәт
8 Июль 2023, 03:00

Өлөштәренә яҙған уртаҡ бәхет

Оҙаҡ йылдар бергә йәшәүҙең серен һорағас, ул: “Бәхетле ғаиләнең сере ябай – бер-береңде ихтирам итеү һәм аңлау. Ҡатын кеше бигерәк тә сабыр, сыҙам булырға тейеш. Ҡайһы саҡта өнләшмәй ҡалыу – алтынға тиң. Бер-береңде ғәйепләргә сәбәп табыу бик еңел ул, әммә ғаиләңде һаҡлау өсөн түҙемле һәм тормош иптәшеңә ихтирамлы булыу мөһим. Бөгөн хөкүмәт ғаиләләргә, бала тапҡан әсәләргә ниндәй генә түләүҙәр, льготалар бирмәй. Беҙҙең заманда улай булманы, беҙ балаларҙы үҙ көсөбөҙ менән, яратып күтәрҙек. Шуға күрә йәштәр бирелгәндең ҡәҙерен белһен, үҙ-ара уртаҡ маҡсаттар ҡуйып, аңлашып, матур йәшәһен ине”,-тине...

Өлөштәренә яҙған уртаҡ бәхетӨлөштәренә яҙған уртаҡ бәхет
Өлөштәренә яҙған уртаҡ бәхет

8 июль – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө

Өлөштәренә яҙған уртаҡ бәхет

Оҙайлы йылдар бергә-бергә, тормоштоң һөйөнөс-ҡыуаныстарын ғына түгел, ә хәсрәтен-йөгөн дә уртаҡ тартып, бер йән булып уҡмашҡан парҙар һоҡланыу тойғолары ғына уята. Беҙҙең тыуған еребеҙҙә лә шәп ғаиләләрҙең күп булыуы ҡыуандыра. Шуларҙың береһе – алтыш дүрт йыл (!) бергә татыу һәм бәхетле йәшәгән Зөбәйлә һәм Сәлимйән Вәлиевтар.

Арҙаҡлы шәхес, педагог, әүҙем йәмәғәтсе Сәлимйән Ғәлләм улы Вәлиевтың бала сағы, үҫмер йылдары Мырҙый (Икенсе Эткол биләмәһенә ҡараған) ауылында үтә. Ил өсөн ауыр йылдарҙа ҡыҙҙар, малайҙар бауырҙары ҡалҡыу менән эшкә тотона. Сәлимйән ағайға ла аслыҡтың, яланғаслыҡтың, етемлектең ғазаптарын үҙ иңендә татырға тура килә. Атайҙан бик иртә ҡала Сәлимйән ағай. Өйҙә дүрт бала. Ирҙәр фронтҡа китә. Ауылда тик ҡатын-ҡыҙҙар, балалар ғына тороп ҡала. Бәләкәй Сәлимйән дә әсәһенең беренсе ярҙамсыһы була. Йыл һайын ололар менән бер рәттән Эткол урман хужалығындағы майҙанда ағас ултыртыуҙа ҡатнаша. Беренсе класты тамамлаған йылда фронтҡа ярҙам итеү өсөн көрәк, кәйлә һаптары, арбаларға тәртәләр, ә инде яҙ көндәре тире, күн эшкәртеү цехтарына тап ҡайырылары әҙерләүҙә ҡатнаша. “Мәктәбебеҙ тау битендәге ҡалҡыулыҡта, ҡарағайҙар араһында урынлашҡан ине. Өҫтөбөҙҙә әсәйҙәр ҡулдан эшкәртеп теккән тире тун, аяҡтарыбыҙҙа баҫҡан быйма. Тау битендә ултырған мәктәп тиҙ һыуына, беҙ өшөйбөҙ, өҫтәүенә асығабыҙ. Тик уҡыуҙы бер кем дә ташларға ашыҡманы, сөнки дәрескә йөрөгән һәр уҡыусыға көн һайын 25-шәр грамм икмәк бирелде. Ошо өлөшкә ымһынып беребеҙ ҙә мәктәптән китергә теләмәне. Уҡытыусыларҙан да уңдыҡ. Беренсе класта республикабыҙҙың йәмәғәт эшмәкәре, ике тиҫтәнән ашыу БАССР Министрҙар Кабинетын етәкләгән Зәкәриә Шәрәфетдин улы Аҡназаров уҡытты”,-тип хәтирәләргә бирелә аҡһаҡал.

Сәлимйән Ғәлләм улының донъялағы изге һөнәрҙәрҙең береһе—уҡытыусылыҡты ғүмерлеккә үҙ итеүҙә Зәкәриә Аҡназаровтың йоғонтоһо көслө була. Сәлимйән Вәлиев Темәс педагогия училищеһын тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын ошо ауыл мәктәбендә тарих һәм хеҙмәт уҡытыусыһы булып башлай. Аҙаҡ ул Бөрйән районы Аҡбулат ете йыллыҡ мәктәбендә география уҡытыусыһы, Совет Армияһында хеҙмәт иткәндән һуң Муллаҡай урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1959 йылдан Сәлимйән Ғәлләм улының биографияһында яңы осор башлана. Оҫта ойоштороусы булыуын иҫәпкә алып, район етәкселеге уны Һаҡмар мәктәбенә директор итеп тәғәйенләй. Артабан ул Йомаш, Темәс урта мәктәптәрендә лә директор вазифаһын башҡара. Сәлимйән Ғәлләм улының дөйөм педагогик стажы 46 йыл булһа, шуның 23 йылы етәксе вазифаһында үтә. Сәлимйән Ғәлләм улының төп уҡытыу алымы—уҡыусыларға белемде хеҙмәт аша биреү, уларҙы коллектив хеҙмәт рухында тәрбиәләү, бәләкәйҙән ауыл хужалығы эштәренә өйрәтеү. Был алымдың ни тиклем файҙалы булыуын иҫәпкә алып, үҙе эшләгән осорҙа мәктәп янында машина-трактор паркын булдыра, хеҙмәт бригадалары ойоштора. Хеҙмәт һәм ял лагерҙары, йәшелсә-емеш үҫтереү буйынса тәжрибә участкалары булдырыла. Сығарылыш уҡыусыларына производствола эшләү өсөн путевка, ә юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн махсус квота бүленә. Һөҙөмтәлә ул етәкләгән мәктәп бер нисә йыл рәттән төрлө район, республика конкурстарында еңеп сыға, ә уҡытыусының хеҙмәте “Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” маҡтаулы исемдәре менән баһалана. СССР-ҙың, Украина ССР-ы мәғариф министрлығының Почет грамоталары, Сухомлинский исемендәге миҙал, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы тапшырыла. Һәләтле уҡытыусы, тынғыһыҙ хеҙмәткәр Сәлимйән Ғәлләм улының тормошо бер мәктәп эше менән генә сикләнмәй. Уны беҙ әүҙем йәмәғәтсе булараҡ та яҡшы беләбеҙ. Тынғыһыҙ ветеран республикалағы ваҡиғалар, милләт, тел мәсьәләләренә, тарихыбыҙға ҡарата һис кенә лә битараф түгел. Ул оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнай. Әле унда, әле бында үткәрелгән кәңәшмәләрҙә, осрашыуҙарҙа ҡатнаша, сығыш яһай, халыҡҡа, етәкселеккә үҙ фекерен еткерә, эш алымдары менән уртаҡлаша, белем, тәрбиә биреү системаһына ҡарата тәҡдимдәрен әйтә.

Сәлимйән Ғәлләм улы ғаиләһенән, тормош иптәшенән дә уңа. Уның янында һәр ваҡыт яҡын кешеһе, ҡатыны Зөбәйлә Фәйзрахман ҡыҙы. Ул иренә ныҡлы терәк-таяныс та, кәңәшсе лә, ярҙамсы ла, уҡытыусы булараҡ коллега ла. Зөбәйлә апайҙың яҙмышы ла үҙе бер китап яҙырлыҡ.

Сәлимйән ағайығыҙ халыҡтың яҙмышы, тыуған ерем, Башҡортостаныбыҙҙың киләсәге, тип янып йәшәй. Бының өсөн ул көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. Мин уға ҡулдан килгәнсе ярҙам итәм, шатлыҡтарыбыҙ ҙа уртаҡ, һөйөнөстәребеҙ ҙә бергә. Балаларыбыҙ менән дә бик бәхетлебеҙ”,- ти Зөбәйлә апай. Оҙаҡ йылдар бергә йәшәүҙең серен һорағас, ул: “Бәхетле ғаиләнең сере ябай – бер-береңде ихтирам итеү һәм аңлау. Ҡатын кеше бигерәк тә сабыр, сыҙам булырға тейеш. Ҡайһы саҡта өнләшмәй ҡалыу – алтынға тиң. Бер-береңде ғәйепләргә сәбәп табыу бик еңел ул, әммә ғаиләңде һаҡлау өсөн түҙемле һәм тормош иптәшеңә ихтирамлы булыу мөһим. Бөгөн хөкүмәт ғаиләләргә, бала тапҡан әсәләргә ниндәй генә түләүҙәр, льготалар бирмәй. Беҙҙең заманда улай булманы, беҙ балаларҙы үҙ көсөбөҙ менән, яратып күтәрҙек. Шуға күрә йәштәр бирелгәндең ҡәҙерен белһен, үҙ-ара уртаҡ маҡсаттар ҡуйып, аңлашып, матур йәшәһен ине”,-тине.

Зөбәйлә һәм Сәлимйән Вәлиевтар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Ике улдары Альберт һәм Азаттың, ҡыҙҙары Миләнең юғары белем алып, фән үрҙәренә етеүе һоҡландыра. Улар барыһы үҙ урынын табып, өлгөлө ғүмер итә. Вәлиевтар ейән-ейәнсәрҙәренә ҡыуанып, уларҙың уңыштарына һөйөнөп, һәр атҡан таңға ҡыуанып йәшәй. Үҙҙәренең йәшәйештәре, булмыштары менән тыуған еребеҙҙең үҫешенә ҙур өлөш индергән был парға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Улар икеһе лә күңелгә үтеп ингән шиғырҙар яҙа, күп уҡый, аҡыллы фекерҙәре менән уртаҡлаша. Пар аҡҡоштарҙай ғүмер кисергән Сәлимйән ағай менән Зөбәйлә апайға 2014 йылда ”Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы бушҡа бирелмәгәндер. Өлөштәренә төшкән бәхеттәренә бер ҡасан да күҙ теймәһен, абруйлы уҡытыусылар ғаиләһенә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ һәм байрам менән ҡотлайбыҙ!

Гүзәл Иҫәнгилдина. .

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас