+21 °С
Болотло


Ҡайһы саҡ эштән хәлдән тайып ҡайтып инәһең. Әллә ни эш тә ҡыйратмайың. Әммә хәл юҡ була. Ә өйҙә ишелеп ятҡан эш көтә. Тиҙ генә хәл алыр кәрәк.
Бының өсөн усыңа ҡара. Бында мөғжизәле бер нөктә бар. ЛАО-ГУН тиҙәр уны. Бер минут дауамында был нөктәне ыуалаһаң, көс-ғәйрәт өҫтәлә.
Был нөктәне табыу ҡыйын түгел: ул устың ҡап уртаһында урынлашҡан. Бармаҡтарығыҙҙы усығыҙға йомоғоҙ. Был нөктәгә урта бармаҡтың тырнаҡтары төртөлөр.
Усығыҙҙы асығыҙ һәм икенсе ҡулығыҙҙың бармағы менән Лао-Гун нөктәһен баҫҡыслағыҙ. Унан өйрөлтөп биш минут ыуалағыҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ! Көс-дәртегеҙ ташып торһон!