Рухиәт
17 Июнь 2023, 02:40

Ҡатын бөгөн йоҡланы...

Һөтһөҙ ҡалған ас быҙауҙар Баҡырышты, туланы. Туғыҙҙа торған иренә Ҡайнар сәй ҙә булманы.   Ҡыҙҙың сәсе үрелмәне, Йыйылманы йорт-ҡура. Хатта бахыр тауыҡтар ҙа Ас килеш бикле тора...  

Ҡатын бөгөн йоҡланы...Ҡатын бөгөн йоҡланы...
Ҡатын бөгөн йоҡланы...

«Сәсрәп китһен донъяһы!» - тип,

Ҡатын бөгөн йоҡланы.

Иртән һыйырын һауманы,

Хатта көтөү ҡыуманы.

 

Һөтһөҙ ҡалған ас быҙауҙар

Баҡырышты, туланы.

Туғыҙҙа торған иренә

Ҡайнар сәй ҙә булманы.

 

Ҡыҙҙың сәсе үрелмәне,

Йыйылманы йорт-ҡура.

Хатта бахыр тауыҡтар ҙа

Ас килеш бикле тора.

 

Ахрызаман еткән өйҙә:

Киткән кеүек йорт ҡото.

Ғүмергә бер тәүге тапҡыр

Йоҡо туйҙырған ҡатын.

 

Гөлнур Ҡыуатова

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас