Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
6 Июнь 2023, 09:03

Күбәләк һәм ут

Тормошта ла шулай: белгән өндәшмәүҙе хуп күрә, белмәгән аҡыл һатырға тырыша. 

Күбәләк һәм ут
Күбәләк һәм ут

Күбәләк һәм ут

Хикмәтле хикәйәт

Өс күбәләк ут тураһында бәхәс ҡора. Уларҙың һәр ҡайһыһы уттың ни өсөн һәм нисек яныуын белергә теләй. Шунан уларҙың береһе янып ятҡан утҡа яҡыныраҡ барып ҡарай. Ҡабат осоп килгәс:

- Ут яҡтылыҡ бирә, - ти. 

Икенсеһе тағы ла яҡыныраҡ осоп бара ла ҡанатының осон яндыра. 

- Ул яндыра, - ти дуҫтарына ҡабат осоп килгәс. 

Өсөнсө күбәләк утҡа тағы ла яҡыныраҡ бара ла ут эсендә юҡ була. Ул инде ут тураһында теге икәүҙән яҡшыраҡ белә. Тик бына белгәнен генә һөйләй алмай. Тормошта ла шулай: белгән өндәшмәүҙе хуп күрә, белмәгән аҡыл һатырға тырыша. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: