Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
2 Июнь 2023, 16:30

"Башҡортостан" беҙҙән башлана

Таулыҡай ауылында Ш.Бабичтың “Башҡортостан” шиғырына 105 йыл тулыуына арналған “БАШҠОРТОСТАН” БЕҘҘӘН БАШЛАНА” исемле ҙур сара үтте. Тарихтан мәғлүм булыуынса, бәрәкәтле Таулыҡай ауылы ерендә халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәренең береһе, алдынғы мәғрифәтсе һәм дин әһеле, I Бөтә башҡорт ҡоролтайы делегаты, сәйәси золом ҡорбаны булған Таулыҡай ауылы муллаһы Вәлиулла Шоңҡаровтың йортонда булған сағында – 1918 йылдың 2 июнендә бөйөк шағир Шәйехзада Бабич үҙ ҡулы менән “Башҡортостан” шиғырын яҙып ҡалдырған. 2005 йылда ҡурайсы, фольклорсы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов Мирза Әмир улы Шоңҡаров һәм ауылдың йәмәғәтселеге менән берлектә Таулыҡайҙа В.Шоңҡаровтың яҡты иҫтәлегенә һәм Ш.Бабичтың шиғырын мәңгеләштереүгә арналған стела асыуға өлгәште, ошо ваҡиғаға арнап “Уҙаман” исемле тапшырыу төшөрҙө...

"Башҡортостан" беҙҙән башлана
"Башҡортостан" беҙҙән башлана

Таулыҡай ауылында Ш.Бабичтың “Башҡортостан” шиғырына 105 йыл тулыуына арналған “БАШҠОРТОСТАН” БЕҘҘӘН БАШЛАНА” исемле ҙур сара үтте. Тарихтан мәғлүм булыуынса, бәрәкәтле Таулыҡай ауылы ерендә халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәренең береһе, алдынғы мәғрифәтсе һәм дин әһеле, I Бөтә башҡорт ҡоролтайы делегаты, сәйәси золом ҡорбаны булған Таулыҡай ауылы муллаһы Вәлиулла Шоңҡаровтың йортонда булған сағында – 1918 йылдың 2 июнендә бөйөк шағир Шәйехзада Бабич үҙ ҡулы менән “Башҡортостан” шиғырын яҙып ҡалдырған. 2005 йылда ҡурайсы, фольклорсы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов Мирза Әмир улы Шоңҡаров һәм ауылдың йәмәғәтселеге менән берлектә Таулыҡайҙа В.Шоңҡаровтың яҡты иҫтәлегенә һәм Ш.Бабичтың шиғырын мәңгеләштереүгә арналған стела асыуға өлгәште, ошо ваҡиғаға арнап “Уҙаман” исемле тапшырыу төшөрҙө.
Юлай Ишбулды улы инициативаһы менән ойошторолған сара таҡтаташ-стелаға сәскә һалыуҙан башланды. Артабан ҡунаҡтар мәктәпкә йыйылды. Тарихи кисәлә алыҫ араларҙы яҡын итеп баш ҡалабыҙҙан килгән ҡунаҡтар – ҡурайсы, фольклорсы Юлай Ғәйнетдинов, билдәле журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Таһир Ишкинин һәм Башҡортостандың Фәндәр академияһы Башҡорт энциклопедияһы институтының бүлек мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлдәр Ишкинина, Нурания Хәбибрахман ҡыҙы Ишкинина һәм химия фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Әхәт Мостафин, Сибай ҡалаһынан Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Лилиә Байегетова, шулай уҡ ауылдаштары, мөһим сараны тамаша ҡылырға килгән “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары ҡатнашты.
Таулыҡай мәктәбе уҡыусылары һәм ауылдың йөҙөк ҡашы булған “Хазина” фольклор ансамбле башҡарыуында яңғыраған Шәйехзада Бабичтың “Башҡортостан” шиғыры һәм йыры, шулай Әхсән Салихов башҡарыуындағы башҡорт халыҡ “Урал” йыры кисәгә рух һәм тантана өҫтәне. Кисәлә “Уҙаман” тапшырыуынан өҙөктәр күрһәтелде. Шәйехзада Бабичтың шәхесе, сәйәси эшмәкәрлеге һәм ижады менән Сыңғыҙ ауылы моделле китапханаһы китапханасыһы Миңзәлә Аллабирҙе ҡыҙы Шахморатова таныштырҙы. Ҡунаҡтар һәр береһе Вәлиулла Шоңҡаров тураһында үҙҙәре белгән мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты.
Башҡортостандың Фәндәр академияһы Башҡорт энциклопедияһы институтының бүлек мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлдәр Ишкинина ауыл китапханаһына энциклопедия, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Лилиә Байегетова үҙе башҡарған тикшеренеү эштәренең тупланмаһын бүләк итте.

Бәрәкәтле ерлегебеҙҙә булып үткән тарихи ваҡиғаны йәш быуын да онотмай, тикшереү, эҙләнеү эштәре башҡара. Хәҙерге ваҡытта хаҡлы ялдағы педагог – ул саҡтағы Таулыҡай мәктәбенең рухлы уҡытыусыһы Гүзәл Байегетова етәкселегендә уҡыусылар республика кимәлендә бик күп конкурстарҙа еңеү яулай. Сарала Гүзәл Тәлғәт ҡыҙы ошо хаҡта һөйләне. Ауылдаштарын ҡуҙғатып, тарихи сараны мәңгеләштереүгә тос өлөш индергән ауылдың ҡоролтай рәйесе Йәүҙәт Мөхәмәтйәров ошондай тарихи сараны һаҡлау һәм тергеҙеү йәһәтенән башлап йөрөүсе яҡташыбыҙ Юлай Ғәйнетдиновҡа рәхмәт белдерһә, Юлай Ишбулды улы булғандары өсөн ауылдаштарына рәхмәтен еткерҙе. Бөйөк шағирҙың һәм тыуған Башҡортостаныбыҙҙың автономиялы республикаһын барлыҡҡа килтереүгә бөтә йәнен, йөрәген биргән ысын ир-егеттәребеҙ рухына бер минут тынлыҡ иғлан ителде.

Айгөл Иҙелбаева.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: