Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
23 Май 2023, 12:04

Керер алдынан сығырыңды уйла

Был уйҙар үсле кешегә дәрт һәм көс өҫтәй. Ул шулай таңға тиклем ҡаҙа ла ҡаҙа. Ә соҡор тәрәнәйгәндән тәрәнәйә бара. Бына таң нурҙары һыҙыла башлай. Күренмәй генә ҡайтып китергә була. Ни ғәжәп!? Үҙе ҡаҙған соҡорҙан сығыр юл тапмай бит!

Керер алдынан сығырыңды уйла
Керер алдынан сығырыңды уйла

Керер алдынан сығырыңды уйла
Хикмәтле хикәйәт

Барыһына ла ярауы ауыр. Бына шулай көтөүсе лә бер кеше менән һүҙгә килә. Билдәле, был кеше унан үс алырға булып китә.

Ҡараңғы төндәрҙең береһендә ул көтөүсенең урамында соҡор ҡаҙа башлай. Шул уҡ ваҡытта үпкәләгән кешеһенең нисек итеп соҡорға ҡолап төшкәнен күҙ алдына килтерә. Артабан уйҙары менән соҡорға йорт хужаһының һарығы йә кәзәһен төшөрә. Бына һыйыры ҡолап ҡазалана. Ул ғына етмәй, көтөүсе ҡолап төшә. Был тиклем дә тәрән соҡорҙан сығыу өсөн юл тапмай, астан һәм хәлһеҙлектән үлеп китә.

Был уйҙар үсле кешегә дәрт һәм көс өҫтәй. Ул шулай таңға тиклем ҡаҙа ла ҡаҙа. Ә соҡор тәрәнәйгәндән тәрәнәйә бара. Бына таң нурҙары һыҙыла башлай. Күренмәй генә ҡайтып китергә була. Ни ғәжәп!? Үҙе ҡаҙған соҡорҙан сығыр юл тапмай бит!

Эйе, тормош ҡатмарлы! Һине рәнйеткән кешеләр ҙә күп булыр. Эстән ут йоторға ла тура килер. Әммә, нисек кенә булмаһын, сабыр бул. Әйтер алдынан тағы берҙе уйлан. Кемгәлер ағыуыңды сәсер алдынан ул ағыуҙы ҡулыңа алырһың. Яңылыштан ғына үҙең дә ағыуланып ҡуйырһың.

Үс алыу маҡсаты менән янып, үҙең ҡазаланып ҡалыуың ихтимал.
Эльмира Кейекҡужина тәржемәһе.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: