Һаҡмар
+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
19 Май 2023, 20:30

Йыртылған йән (булған хәл)

Ҡотҡарыусыһы аңына килде. Тик инвалид булып ҡалды. Тәүҙә түшәктә ятһа, унан инвалид креслоһына ултырҙы. Әммә ҡыҙ уға барманы. Бер мәртәбә төнөн телефоны шылтырап китте. Аптырап китеп алды. Ҡотҡарыусыһы: “Миңә һинән бер нәмә лә кәрәкмәй. Тик бер мәртәбә генә күрергә ине һине...” Тауышында шул тиклем һөйөү, шул тиклем һағыш...

Йыртылған йән (булған хәл)
Йыртылған йән (булған хәл)

Булған хәл

Йыртылған йән

Йәш ҡатын йән-тәслим йүгереүен дауам итте. “Ниңә, ниңә улай килеп сыҡты һуң?! Өлгөрмәҫме икән ни?!” Күҙ йәштәренән быуылып аяҡ аҫтында ятҡан ташты ла күрмәгән, эләгеп, йығылып та китте.

Ерҙе ҡул аяҡтары менән һөрөп барып төшкән ҡатындың ап-аҡ күлдәге йыртылып китте. Ҡулдарҙан аҡҡан ҡан унда ҡыҙыл юл һалды. Йә, Хоҙай! Булманы инде. Ҡатын ауыртыуҙан түгел, ә йән һыҙлауынан илай ине. Был тиклем дә үкенесле булыр яҙмышы тип кем генә уйлаған? Теүәл ун йыл элек тә ул шулай ап-аҡ күлдәктә ине. Өйөрөлөп-өйөрөлөп китеп бейене, шаярҙы, көлдө. Шаталаҡ ҡыҙға күҙ атыусылар күп ине. Ә ул һайланды, ҙур ҡалаларға китеп, белем алып, сит илдә йәшәргә хыялланды.

Ҡыҙҙы оҙатырға теләгән егеттәр күп булды, әммә ул бер кемде яҡын юлатманы. Һауалы булды. Йәнәһе ҡайҙа инде ул һеҙгә! Мин бит сит илдә йәшәйәсәк, иң бай һәм иң матур кешегә кейәүгә сығасаҡмын. Нескә билдәләрен һығып торған күлдәгенә, бейек үксәле ялтыр туфлиҙарына, тағатылған оҙон сәстәренә үҙе һоҡлана-һоҡлана ҡайтып китте. Йортона барып етергә күп тә ҡалманы. Урау юлдан китергәме әллә ағастар менән ҡапланған гараждар яғынанмы? Яңы бейек үксәле туфлиҙар аяҡтарҙы өйкәп бөттө. Ҡыҙ гараждар яғындағы ҡараңғылыҡҡа инеп сумды. Һәм тиҙҙән кемдер уны арттан матҡып тотоп та алды. Ҡысҡырырға уйланы, әммә тауышы сыҡманы. Улар өсәү ине. Тартҡылашҡан ҡыҙҙы ағастар араһына һөйрәп индереп тә алып киттеләр. Ап-аҡ күлдәк йыртҡысланды, сәбәләнгән ҡыҙҙың битенә генә түгел, эсенә лә көслө йоҙроҡтар эләкте. Оҙаҡ тартҡылашты ул. Туҡмалһа ла, аңын юғалтмай һуғышырға маташты. Тик тал сыбығындай ҡыҙҙың нисек бер үҙе өс егеткә көсө етһен! Әмәлгә “ебәрегеҙ уны!” тигән тауыш яңғыраны. Ҡыҙға ярҙамға килгән егет яңғыҙы ғына ине. Әммә ул тегеләргә ҡаршы ташланды. Шул саҡ үҙен беренсе кластан яратып йөрөгән класташын таныны. Ҡыҙҙың артынан күләгәләй йөрөнө ул, яратыуын да белдермәне, ситтән яратты, һоҡланды, күҙҙәре менән иркәләне.

Мыҫҡыллы йылмайған егеттәр уға ҡаршы йүнәлде. Әммә ҡотҡарыусыһы бирешергә уйламай ине, тегеләргә ҡаршы ташланды. Шул саҡ ҡыҙ йәһәт кенә ҡасып китте. Фатирына тиклем йүгерҙе ул. Ҡалтыранған ҡулдары менән ишекте асты ла, йәһәт кенә инеп бикләнде. Әйтерһең, тегеләр ҡыуып килә. Өйҙә берәү ҙә юҡ. Уныһы яҡшы – йыртылған күлдәкте йәшерергә кәрәк. Ҡыҙ ҡайҙалыр ҡараңғылыҡта уның ҡотҡарыусыһын туҡмағандарын уйламаҫҡа тырышты. Полицияға хәбәр итергә? Ул саҡта уның үҙен дә бергә һорау алыуҙарға йөрөтә башлаясаҡтар. Нимәгә кәрәк ул ундай проблемалар? Ҡыҙ ваннаға инеп йыуынып, битенә эләккән йоҙроҡтар эҙен бөтөрөү өсөн боҙ һалды ла, тынысланырға тырышты.

Иртәнсәк уларҙың ихатаһы геү килә ине. “Шул тиклем аҡыллы, ипле баланы һыу эскеһеҙ итеп туҡмағандар. Реанимацияла ята ти, терелмәҫ ул...”

Ҡыҙ тауыш-тынын сығарманы. Теге өсәүҙе башҡа кешеләр күргән булып сыҡты, уларҙы ҡулға алдылар. Ҡыҙ барып, уларҙың үҙен көсләргә маташыуҙарын һөйләргә уйланы, әммә нимәнәндер ҡурҡты. Кешеләр “Көсләргә маташҡан” тигәнде ишетмәй “көсләгән” тип һөйләр тип уйланы. Яҡындарына ла әйтмәне.

Ҡотҡарыусыһы аңына килде. Тик инвалид булып ҡалды. Тәүҙә түшәктә ятһа, унан инвалид креслоһына ултырҙы. Әммә ҡыҙ уға барманы. Бер мәртәбә төнөн телефоны шылтырап китте. Аптырап китеп алды. Ҡотҡарыусыһы: “Миңә һинән бер нәмә лә кәрәкмәй. Тик бер мәртәбә генә күрергә ине һине...” Тауышында шул тиклем һөйөү, шул тиклем һағыш...

Ҡыҙ йәһәт кенә телефонын һүндереп, уны ҡара исемлеккә тыҡты. Шулай йылдар үтте. Ҡыҙ ҙур ҡалаларға ла китмәне, сит илгә лә барманы, үҙҙәренең училищеһына уҡырға инде. Ҡотҡарыусыһы хаҡында бөтөнләй уйламаны. Дөрөҫөрәге, башына уның тураһында уй килһә, шунда уҡ ҡыуып ебәрҙе. Уның өйөнән дә сыға алмай ыҙалап йәшәүе хаҡында ишетә ине. Сөнки әсәһе менән генә йәшәгән егетте алып йөрөргә кеше юҡ ине.

Ә бөгөн ҡотҡарыусыһының һәләк булыуы хаҡында әйттеләр. Ул һуңғы ваҡытта ныҡ һыҙланған, операция тик түләүле генә, яңғыҙ әсә аҡсаны ҡайҙан алһын инде. Егет үҙенә бирелгән көслө йоҡо дарыуын йыйып барған һәм йотҡан. Әсәһенә хат ҡалдырған: “Һине ыҙалатыуҙан арыным. Ғәфү ит, Әсәй!”

Бына шулай. Ун йыл эсендә бер рәхмәт һүҙе әйтергә эшкинмәне. Ҡотҡарыусыһының ҡырҡына ғына барып эләкте ул. Сөнки ерләгән көндө йүгереп барып, йығылып, күлдәген йыртты. Егеттең өҫтәлендә ятҡан блокнотына күҙ һалды. Тик шиғырҙар ғына һәм бер битендә “Мөхәббәтең дауа булыр ине лә...” тип ҙур хәрефтәр менән яҙып ҡуйылған. Йәш ҡатындың күҙенән йәштәр урғылды. Был һүҙҙәрҙең үҙенә ҡағылғанын аңлай ине ул. Ҡапыл үҙенә төбәлгән ауыр ҡарашты тойоп, туҡтап ҡалды. Егеттең әсәһе икән. Һәм ҡатын ҡапыл ғына ҡартайып киткән әсәнең ҡарашынан, уның барыһын да белеүен аңланы. Шундай нәфрәт ине был күҙҙәрҙә! Ҡарашы менән үлтерҙе ул.

Ҡатын кире сығып йүгерҙе...

Мәңгелек үкенес... Ваҡытында ҡотҡарылмай ҡалған ғүмер, әйтелмәй ҡалған рәхмәт өсөн ниндәй язалар кисерер икән?.. Йыртылған күлдәкте ташлап, тегеп, йүнәтеп була, ә йыртылған йәнде ипкә килетереүе, ай-һай, мөкинме икән?..

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: