Һаҡмар
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
8 Май 2023, 21:30

Бай кейәү

Шәп, аҡыллы, мин тип өҙөлөп торған егет менән таныштым. Эҙләгәнемде таптым, ижәпте лә оҙаҡлатмаҫбыҙ ул, тип теле телгә йоҡмай һөйләп киткәйне яңыраҡ күргәнемдә. Улар осраҡлы таныша, Ләйлә апаһына ҡалаға ҡунаҡҡа барғанда...

Бай кейәү
Бай кейәү

Бай кейәү

Танышым менән булған хәл. Исемен үҙгәртеп алдым.
Әлегә ул егеттән ҡотолдо, ләкин оҙаҡҡамы, белеп булмай.

Шәп, аҡыллы, мин тип өҙөлөп торған егет менән таныштым. Эҙләгәнемде таптым, ижәпте лә оҙаҡлатмаҫбыҙ ул, тип теле телгә йоҡмай һөйләп киткәйне яңыраҡ күргәнемдә. Улар осраҡлы таныша, Ләйлә апаһына ҡалаға ҡунаҡҡа барғанда. Күмәртәләп һатыу базаһында йөк ташыусы булып эшләүсе егет ҡыҙҙарға ярҙам итергә булып өйҙәренә тиклем илтеп ҡуя. Шул кис, эштән тура тағы таныш йортҡа килә. Ҡунаҡ ҡыҙҙы бер күреүҙән оҡшатыуын, танышырға теләүен белдерә. Ҡыҙҙың ай - вайына ҡарамай көн дә килеүен дауам итә. Яйлап ҡыҙ ҙа, уның апаһы ла ипле, итәғәтле егетте үҙ итә. Апаһында бер аҙна булғандан һуң Ләйлә ауылына ҡайта, кире эшенә сыға. Хәҙер инде теге таныш егет ҡыҙҙың эш урынына килә башлай. Тәүге көн килгәнендә ҙур, сағыу, матур гөлләмә, бер пакет тәмлекәстәр менән килә. Иртәгеһен тағы эш урынына килгән егет ҡыҙға, һинең яныңа килер өсөн бөгөн өр - яңынан машина һатып алғанлығын белдерә. Машина ла шәп шул, ялтырап тора! Ҡыҙҙың шатлығының сиге юҡ. Егет көн һайын килеүен дауам итә. Хәҙер инде Ләйләнең бергә эшләгән хеҙмәттәштәренән дә тартынмай. Сираттағы килгәнендә кейәүгә сығырға тәҡдим итә. Матур балдаҡ, йәнә гөлләмә һуҙа. Ҡыҙ аптырауға ҡала. Егет тә ҡыйыу, ҡыҙҙың ата - әсәһе менән тәүге көндәрҙә үк барып таныша. Әрһеҙ егет унда ла үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтә. Аҙна - ун көн шулай ҡыҙҙың йөрәген яулап өлгөргән егет ҡыҙҙы машинаһына ултыртып ҡалалағы апайҙарына алып бара.

“Минең ата - әсәйҙәрем менән таныштың, хәҙер инде үҙеңдең туғандарың менән таныштыр, мин һине яҡындан белергә теләйем”,- ти Ләйлә.

Егет үҙенең ата - әсәһенең бик иртә баҡыйлыҡҡа күсеүҙәре тураһында алдан уҡ һөйләп үткән була. Үҙенең шәхси йорто барлығы тураһында ла әйтә. Инде 30 ға инеп килгән ҡыҙ егеткә ышанып та, яратып та өлгөрә.

“Әйҙә, бер юлы өйөңдө лә, туғандарыңды ла күрһәт. Мин ҡалаға тағы ҡасан киләм әле”,- ти Ләйлә ныҡышып. Егет риза була. Ҡала ситендәге ҙур, матур йортҡа төртөп күрһәтеп, ошо йорт үҙенеке, ләкин ваҡытлыса унда йәшәмәүен һөйләй. Ләйлә аптырап китә. Аптырамаҫлыҡмы! Ул да бит ошо ҡалала уҡыны, ошо йортта йәшәүсе уҡытыусыһының йортона бер тапҡыр ғына килмәне бит ул! Егетенә ошо турала әйткәс, әле генә теле - телгә йоҡмай маҡтанып килгән егет оялыуынан ҡып - ҡыҙыл була. Эштең тиген түгеллеген аңлаған ҡыҙ, егеттән апайҙарына алып барыуын үтенә. Аллы - артлы эйәртенешеп инеп килгән йәштәрҙе Ләйләнең апаһы асыулы йөҙ менән ҡаршылай. “Мин һиңә нимә тинем, был яғына ике аяғыңдың берен атлама тип әйттем түгелме, нисек оят түгел һиңә, нисек аңламайың?!”

Ләйлә апаһының ҡылығына аптырап китә. Бер албырғап ҡалған егетенә, бер асыулы йөҙлө апаһына ҡарай. Апаһы шунда егеттең ысын йөҙөн аса. Баҡтиһәң, бай, машиналы, өйлө тип маҡтанып йөрөгән егеттең йәшәр ере - эшләгән урыны, машинаһы - дуҫ егетенеке булып сыға! Бөгөн танышымды тағы күрҙем. “Ҡуй инде, һайланған таҙға була яҙҙым бит. Ярар әле, апайым бөтә яҡтан белешмә алған, ултырыр инем тишек ялғашта”,- тине.

Райхана Булатова. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: