Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
7 Май 2023, 14:57

Туйҙан һуң улына әсәнең әйткәне

- Әгәр инде ҡатының ҙур бер әйбер тураһында һүҙ сығарһа, өсөнсөгә һорағанда ғына уйлап ҡарармын, тип әйт. Был ҙур әйберҙәргә кер йыуыу машинаһы, тун, сәйәхәт, велотренажер, робот-саң һурҙырғыс кеүек башҡа әйберҙәр инә. Ҡатын-ҡыҙҙар тәүге тапҡыр әйткәндә, уйын яңылыш ҡысҡырып әйтеп ысҡындыра. Икенсеһендә ул шиген белдерә. Өсөнсөһөндә инде ныҡлы ҡарарын еткерә. Иртәрәк ризалашһаң, ул кире уйлауы ихтимал, һуңыраҡ булһа, үпкәләтеүең ихтимал. Әйткәндәй, был ҙур әйберҙәргә кәнфит һәм сәскәләр ҡағылмай. - Әгәр инде мин һинән берәй әйберҙе һораһам, тәүгеһендә үк ризалаш. Мин һорар алдынан өс тапҡыр уйлаясаҡмын. Икенсеһе һәм өсөнсөһө булмаясаҡ.

Туйҙан һуң улына әсәнең әйткәне
Туйҙан һуң улына әсәнең әйткәне

Туйҙан һуң улына әсәнең әйткәне

- Улым, хәтереңдә тот, мин һине һәр саҡ яратасаҡмын. Әгәр инде мин һиңә тылҡып кәңәш бирәм икән - был да минең һиңә ҡарата бөтмәҫ һөйөүемде белдереү булыр.

- Мине килен бер ваҡытта ла алыштыра алмай. Ул һиңә ғүмер бүләк итмәгән. Ул һиңә әсәй түгел! Ул һиңә - ҠАТЫН!

- Ойоҡбашыңды (носки) һәр саҡ үҙең йыу. Әгәр үҙең йыуа алмаһаң - быны һинең өсөн кер йыуыу машинаһы ғына башҡара ала.

- Теш шеткаңды айына бер тапҡыр алмаштырып тор.

- Киленгә бер ваҡытта ла "Әсәй ошолай эшләй торғайны", — тип әйтеп ысҡындырма.

- "Әсәй тәмлерәк бешерә", тигән фразаны ғүмерлеккә онот!

- Миңә килеп киленгә зарланма! Уны һиңә мин һайлап бирмәнем. Уны үҙең генә һайланың!

- Элекке мөхәббәттәреңде киленгә һөйләп ултырма. Әгәр ныҡышһа, "оноттом" тип әйт тә ҡуй!

- Телефоныңа "хәүефһеҙ" мәғлүмәтте генә яҙып ҡуй. Ҡалғанын башыңда һаҡла!

- Килен әҙерләгән ризыҡты һәр саҡ маҡта.

- Атаң менән минең арала ниҙәр генә булманы. Ул — тормош! Элек булған иреш-талашты бер ваҡытта ла киленгә һөйләмә. Бында һинең эшең булмаһын.

- Әгәр мин ауырып китһәм аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла килеп хәлемде белергә ваҡыт тап. Был минең өсөн ныҡ кәрәк! Юл ыңғайы күстәнәс тотоп кил!

- Әгәр инде телефонда яңы көйләүҙе эшләй алмаһам, әрләмә, йылмайып эшләп бир! Мин дә ҡасандыр һинең аяғыңды тота торғайным.

- Шулай уҡ хәтереңдә тот: хәҙер һинең тормошоңда төп ҡатын - ул һинең өйләнгән ҡатының.

- Әгәр ҡатының һинәнбыл күлдәктә мин һимеҙ күренәмме, тип һораһа, һәр саҡ: "Һиңә бөтә күлдәктәр ҙә килешле", - тип яуапла.

- Әгәр инде ҡатының ҙур бер әйбер тураһында һүҙ сығарһа, өсөнсөгә һорағанда ғына уйлап ҡарармын, тип әйт. Был ҙур әйберҙәргә кер йыуыу машинаһы, тун, сәйәхәт, велотренажер, робот-саң һурҙырғыс кеүек башҡа әйберҙәр инә. Ҡатын-ҡыҙҙар тәүге тапҡыр әйткәндә, уйын яңылыш ҡысҡырып әйтеп ысҡындыра. Икенсеһендә ул шиген белдерә. Өсөнсөһөндә инде ныҡлы ҡарарын еткерә. Иртәрәк ризалашһаң, ул кире уйлауы ихтимал, һуңыраҡ булһа, үпкәләтеүең ихтимал. Әйткәндәй, был ҙур әйберҙәргә кәнфит һәм сәскәләр ҡағылмай.

- Әгәр инде мин һинән берәй әйберҙе һораһам, тәүгеһендә үк ризалаш. Мин һорар алдынан өс тапҡыр уйлаясаҡмын. Икенсеһе һәм өсөнсөһө булмаясаҡ.

- Ҡатыныңдың ата-әсәһен бер ваҡытта ла яманлап һөйләмә. Улар һинең ҡатыныңа ғүмер бүләк итеп, тәрбиә биргәндәр.

- Бер урында туҡтап ҡалма, һәр саҡ китаптар уҡы, тренингыларға, күнекмәләргә йөрө, лекциялар тыңла. Онлайн булһа ла.

- Аҙанаңы 6 кисен ғаиләң менән, 1-һен дуҫтарың менән үткәр. Был һинең күңелең аҡһамаһын өсөн кәрәк.

- Ҡунаҡҡа буш ҡул менән йөрөмә. Был ихтирам итмәүҙе аңлата.

- Байрамдар ваҡытында ҡатыныңды ҡотларға онотма. Был байрамдарға өйләнешкән һәм никахлашҡан ике көн өҫтәлә. Ҡатын-ҡыҙ өсөн был мөһим!

- Өйгә ҡайтып ишекте асыр алдынан йылмай!

- Һин ҡатының һәм балаларың өсөн ышаныс һәм тыныслыҡ билдәһе булып ҡалырға онотма!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: