Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
7 Май 2023, 18:00

Ауырлыҡ аша килгән бәхет

Әгәр ел-дауыл сыҡмаһа, ҡоро ағас осоп китмәһә, бындай баҡса барлығын да белмәй йәшәр ҙә йәшәр ине. Тормошта ла шулай. Ауырлыҡтар артында ошондай баҡса бар. 

Ауырлыҡ аша килгән бәхет
Ауырлыҡ аша килгән бәхет

Ауырлыҡ аша килгән бәхет

Был ҡошсоҡ сүллеккә нисек барып сыҡҡандыр, бер кем дә белмәй. Берҙән-бер ҡоро ағаста ул үҙенә ҡояштан йәшеренер ышыҡ таба. Ошо тормошона ул шул тиклем ҡәнәғәт булып йәшәй. Хатта ул үҙен ныҡ бәхетлемен, тип уйлай. Ҡороған ағасҡа рәхмәттәрен уҡый.

Көндәрҙең береһендә ел-дауыл күтәрелә. Сүллектәге ағас шарт һынып төшә һәм ел ыңғайына осоп китә.

Бахыр ҡошсоҡ оҙон-оҙаҡ юлдар буйлап оса башлай. Ышыҡланыр бер генә булһа ла ағас эҙләй ул. Оса ла оса. Хәле бөтһә лә оса. Бына ул алыҫта йәшеллек күреп ҡала. Бындағы баҡсаны күреп иҫе китә. Рәхәтләнеп һыу эсә. Хуш еҫле сәскәләргә иҫе китә. Емештәрҙең дә ниндәйе генә юҡ!

Әгәр ел-дауыл сыҡмаһа, ҡоро ағас осоп китмәһә, бындай баҡса барлығын да белмәй йәшәр ҙә йәшәр ине. Тормошта ла шулай. Ауырлыҡтар артында ошондай баҡса бар. Бәхетле көндәр көтә.
Эльмира Кейекҡужина.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: