Рухиәт
1 Апрель 2023, 12:00

Аҡсаны кем урлаған?

Мулла хәтере ҡалып, илап ебәрә.   ― Мин һеҙгә килгәс, тәҙрәнән иҫкән ел менән өҫтәлегеҙҙән аҡса иҙәнгә осоп төштө. Мин ул аҡсаны алып, Ҡөрьән китабының эссенә һалдым. Ҡөрьәнде асыу менән аҡсаны күрерһегеҙ, тип уйланым. Ә һеҙ бер йыл буйы Ҡөрьәнде асып та ҡарамағанһығыҙ. Юҡ, минең күңелем һеҙҙең мине ғәйепләүҙән түгел, ә йыл буйы Ҡөрьәнде асып та ҡарамауығыҙға. Әгәр һеҙ Ҡөрьәнде асҡан булһағыҙ, ул аҡсағыҙҙы тапҡан булыр инегеҙ, ― тине. 

Аҡсаны кем урлаған?Аҡсаны кем урлаған?
Аҡсаны кем урлаған?

Аҡсаны кем урлаған? 

Хикмәтле хикәйәт

Бер кеше ашҡа мулла саҡыра. Мулла ҡайтып киткәс, аҡсалары юғала. 

― Аҡсаны мулла урланы. Ул сығып киткәндән һуң аҡса юҡ булды бит! ― ти икән ҡатыны. 

Был икәү уйлана-уйланалар ҙа муллаға барып килергә булалар. Әммә ире: 

― Ҡара әле, муллаға һин аҡсаны урлағанһың, тип әйтергә телем әйләнмәй, ― тип ҡатынын туҡтата. 

Улар шулай бер йыл буйы мулланы ғәйепле һанап йәшәй.  Бына улар тағы аят уҡытырға булып китәләр. Ауылдарында башҡа мулла булмағас, уфтанып булһа ла уны саҡырырға булып китәләр. 

Бына мулла килеп инә. Ир уңайһыҙланып ҡына: 

― Хәҙрәт, минең һиңә ҡарашым үҙгәргәнде һиҙҙеңме? ― тип һүҙ башлай. 

Мулла:

― Эйе, һин минән ситләшкәнде һиҙҙем. Нимә булып китте? ― тип һорай ҡуйҙы. 

― Хәҙрәт, был турала миңә әйтеүе ныҡ ҡыйын. Уҙған йыл һин ҡайтып киткәс аҡсабыҙ юғалды бит. 

Мулла хәтере ҡалып, илап ебәрә.  

― Мин һеҙгә килгәс, тәҙрәнән иҫкән ел менән өҫтәлегеҙҙән аҡса иҙәнгә осоп төштө. Мин ул аҡсаны алып, Ҡөрьән китабының эссенә һалдым. Ҡөрьәнде асыу менән аҡсаны күрерһегеҙ, тип уйланым. Ә һеҙ бер йыл буйы Ҡөрьәнде асып та ҡарамағанһығыҙ. Юҡ, минең күңелем һеҙҙең мине ғәйепләүҙән түгел, ә йыл буйы Ҡөрьәнде асып та ҡарамауығыҙға. Әгәр һеҙ Ҡөрьәнде асҡан булһағыҙ, ул аҡсағыҙҙы тапҡан булыр инегеҙ, ― тине. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас