+24 °С
Ямғыр


Хәтерҙә ул матур айлы кистәр,
Хәтерҙә бормалы һыу юлы.
Онотолмай беренсе саф мөхәббәт,
Онотолмай Ағиҙел һылыуы.
Ул мине уттарҙа яндырҙы ла,
Ауыр һуң айырылыу ғазабы.
Ниңә һуң сәскәләй саф һөйөүҙең
Ҡауышыу булманы аҙағы?
Юлдарҙа кәртәләр осратһағыҙ,
Булһа ла күңелегеҙ яралы,
Һеҙ иҫкә алығыҙ йәшләй һөйгән,
Беренсе яраткан йәрҙәрҙе.