

Йөрәк әрнеүе
Илатмағыҙ етемдәрҙе!
Иртәгә ял, бөгөн өҫтәүенә ваҡытында ҡайтыу бәхете эләгә тип компьютерҙарҙы һүндереп, ишеккә үрелеүем булды, эш телефоны шылтырай башланы. “Туҡтамаҫҡа!” тип үҙемә бойороҡ биреп, ишекте тиҙерәк асып сығырға ынтылам. Юҡ, туҡтамай. Телефон ҡабаттан шылтырай башланы. Булмаҫ, ни күңел менән ҡасып бараһың тип, йүгереп барып телефонды алам.
- Алло...
- Эйе, тыңлайым.
- Апай, экстренно ҡабул иткән психологтар бармы?
Йәһәт кенә эш блокнотыма күҙ һалам. Бындай һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүселәр була, шуға күрә бушлай телефон аша эшләгән психолог хеҙмәттәренең һандары бар миндә. Шуларҙы әйтеп бирәм. Теге оста: “Мин сотовыйҙан һеҙҙең эш телефонына шылтыратам. Номерығыҙҙы бирә алмайһығыҙмы?”-тигән ялыныулы тауыш сыҡты.
Һөҙөмтәлә өйгә ҡабаланғанымды онотоп бер сәғәттән ашыу уның ауыр уй-кисерештәрен тыңланым. Унан “минең һөйләгәндәремде яҙығыҙ әле. Бәлки, уҡырҙар, аңларҙар, ҡуйырҙар”,-тип үтенде.
Вәғәҙәмде тотам. Яҙам.
- Бәлки, бар бәлә минең йыуаш булыуымдалыр. Мин бер ҡасан да кешегә ҡаршы һүҙ әйтә алмайым. Мәктәпте яҡшы тамамланым, унан юғары белем алдым. Хәҙер эшләп йөрөйөм. Һөнәрем буйынса эшкә урынлашҡас ҡыуанып бөтә алманым. Сөнки миңә эшем оҡшай. Ҡыуанып эшкә тотондом. Ҙур бүлектә бер нисә белгес ултырабыҙ. Күпме генә тырышһам да, улар мине ҡабул итмәне. Тәүҙә иң йәше булыуымдалыр эш тип уйланым. Тик күрше бүлеккә килгән минән йәшерәк ҡыҙ менән матур аралашалар. Бер нисә көн эсендә бүлектең бар эше минең өҫтөмә өйөлдө. Ял көндәрендә лә сығып эшләйем. Беҙҙең етәксе – ир кеше. Тәүҙә ул мине маҡтай, башҡаларға үрнәк итеп ҡуя ине. Әммә хәҙер уның ҡарашы ла ныҡ үҙгәрҙе: бар эште эшләүемде белһә лә, тоҡтомалға бәйләнә, кешеләр алдында кәмһетә, әрләй, ғәҙелһеҙ иҫкәртеүҙәр яһай. Премияларҙан да тороп ҡала башланым. Күрше бүлектәге йәш ҡыҙ минең янымда ултырған апайҙарҙың беҙҙең етәксегә мине яманлап һөйләүҙәрен белдем. “Ҡас һин бынан! Улар һиңә ход бирмәйәсәк. Ә беҙҙең етәксе кеше һүҙенә ныҡ төшә”,-тине. Был ҡыҙға ла шулай бәйләнеп маташҡандар, әммә уның атаһы эшҡыуар, аҡсалы. Уның бер килеп китеүе еткән эшкә. Ә мине яҡлар кешем юҡ. Яҡшы, үҙемә оҡшаған ерҙә оҙаҡ эшләргә уйлап кредит та алғайным. Кредитты өләсәйемә операцияға алдыҡ. Беҙ икәү генә йәшәйбеҙ. Икенсе урынға күсеп тә китә алмайым. Сөнки өләсәйемде ҡарарға кәрәк. Ә беҙҙә башҡа ойошмала минең һөнәр буйынса эш юҡ. Нимә эшләргә икән миңә? Мин хәҙер тәүҙә яратҡан эшемә барырға ҡурҡам. Сөнки инеү менән мыҫҡыллы ҡараш. Унан етәксе миңә бәйләнергә ниндәй сәбәп табыр икән тип ҡурҡам. Сөнки иң яҡшы эшләгән кешегә лә бәйләнергә сәбәп табып була икән ул. Шул тиклем арыным! Йоҡом йоҡо түгел, тешем ваҡланып ҡойола башланы, сәс тураһында әйтәһе лә юҡ. Исмаһам, кредит булмаһа ҡул һелтәп сығып китер инем. Бер мәртәбә түҙмәй ғариза яҙғайным китергә тип, етәксе ғаризамды йыртып ташланы. Уға эшләгән кеше кәрәк, әммә минең хаҡтағы әллә ниндәй ғәйбәттәргә ышанып мине талауын дауам итә бит. Йыш ҡына “үлһәм барыһынан да ҡотолор инем” тип уйлай башланым. Әммә өләсәйем бар бит...
Был ҡыҙ менән оҙаҡ һөйләштек. Көслө психологтарҙың телефондарын ебәрҙем. Үҙемдең уй-фекеремде, кәңәштәремде әйттем. Тынысланғандай булды. Әммә ошо шылтыратыу иртәгә ял тигән яҡшы кәйефте лә, йүгереп йөрөп ниҙер эшләргә теләгән теләкте лә юҡҡа сығарҙы.
Ни өсөн беҙ – кешеләр шундай икән ул? Нимә етмәй беҙгә бик ҡыҫҡа ғүмерҙә? Ер тармы? Ошо йәш кенә ҡыҙ менән булышҡан ҡатындарҙың балалары барҙыр. Улар ҙа диплом алып, ҡыйыуһыҙ ғына аҙымдар менән берәй ойошмаға барып инер. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ – һеҙҙең ғәзиз балағыҙҙы шулай талайҙар! Буштан-бушҡа, көн һайын! Хатта үлем тураһындағы уйҙарға алып барып еткерәләр! Кисерә алырһығыҙмы балаларығыҙға ҡарата шундай ғәҙелһеҙлекте? Ә яуызлыҡ әйләнеп ҡайта ул – ышанығыҙ. Һәр кем ҡылған ҡылығы өсөн яуап тотасаҡ. Ир исемен күтәреп йөрөгән етәксе тураһында нимә әйтергә була? Бер ни ҙә! Сөнки бер йүнле һүҙ килмәй башҡа. Ғөмүмән, хәҙер ирҙәр ваҡланды, кеше тикшереү, ғәҙелһеҙлек ҡылыу, ғәйбәт йыйыу уларҙың күбеһенең холоҡ-фиғеленә ныҡлап үтеп инде. Беҙҙең ысын ир-егеттәр махсус хәрби операцияла дошман менән һуғышҡан мәлдә, ошондай “ирҙәр” ҡатын-ҡыҙҙарҙы илатыуҙан, улар менән булышыуҙан йәм таба. Ҡот осҡос бит!
Ә ҡыҙға мин закон менән нисек эш итергә кәрәклеген бик яҡшылап өйрәттем. Шуға күрә етем баланы рәнйетеүселәргә тиҙҙән яуап тоторға тура килер...
Дуҫтар, ә һеҙгә йәки һеҙҙең яҡынығыҙға ошондай хәлгә ҡалырға тура килһә, нимә эшләр инегеҙ? Бәлки, ошондай хәлгә ҡалыусылар булғандыр йәки барҙыр. Яҙып ебәрегеҙ, кәңәш булыр был балаға.
Гүзәл Иҫәнгилдина.