Рухиәт
8 Март 2023, 04:00

Район башлығы байрам менән ҡотланы

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙгә һаулыҡтың ҡоростай ныҡлыһын, бәхеттәрҙең мөлдөрәмә тулыһын, тормоштоң мул һәм бәрәкәтлеһен теләйем. Йөҙөгөҙҙән йылмайыу, күңелегеҙҙән дәрт бер ваҡытта ла китмәһен!

Район башлығы байрам менән ҡотланыРайон башлығы байрам менән ҡотланы
Район башлығы байрам менән ҡотланы

Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған бик матур сара үтте. Унда күп балалы әсәләр, хеҙмәтендә уңыштарға ҡаҙанған, ғөмүмән алғанда, иң-иң ҡатын-ҡыҙҙар тәбрикләнде. Уларға лайыҡлы наградаларын район башлығы Фәнис Әминев, ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев тапшырҙы.

Фәнис Әминев үҙенең ҡотлауында былай тине:

- Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!

Һеҙгә һаулыҡтың ҡоростай ныҡлыһын, бәхеттәрҙең мөлдөрәмә тулыһын, тормоштоң мул һәм бәрәкәтлеһен теләйем. Йөҙөгөҙҙән йылмайыу, күңелегеҙҙән дәрт бер ваҡытта ла китмәһен.

Этот светлый и душевный мартовский праздник наполнен искренней любовью и глубоким уважением к вам, представительницам прекрасной половины человечества.

Матери, жены, дочери – самые любимые и дорогие в жизни люди. Именно с вами связаны вечные человеческие ценности: Любовь, Семья, Дети, родной Дом - всё, что незыблемо и дорого нам на этом свете.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас