Рухиәт
3 Март 2023, 06:25

Венера Юпитерҙы... үпкәнме?

“Көньяҡ” биҫтәһендә йәшәгәндәр араһында ла йондоҙҙарҙы күҙәтергә яратыусылар бар икән. Улар Венера һәм Юпитерҙың бер-береһенә “һөйөү хистәрен” белдергәнен төшөрөп алған...

Венера Юпитерҙы... үпкәнме?Венера Юпитерҙы... үпкәнме?
Венера Юпитерҙы... үпкәнме?

Кисә йондоҙҙарҙы яратҡан һәм уларҙы даими күҙәткән кешеләр Юпитер һәм Венераның “үбешкәнен” күрә алды. Астрологтар әйтеүенсә, ныҡ сағыу янғаны – Венера, ә тоноғорағы Юпитер булып сыға.

Ерҙән ҡарағанда улар бер-береһенә ныҡ яҡын килгән, хатта төкөшкән булып күренһә лә, ысынында планеталар бер-береһенән миллионлаған саҡрымдар алыҫлыҡта.

Көньяҡ” биҫтәһендә йәшәгәндәр араһында ла йондоҙҙарҙы күҙәтергә яратыусылар бар икән. Улар Венера һәм Юпитерҙың бер-береһенә “һөйөү хистәрен” белдергәнен төшөрөп алған. Был хаҡта беҙҙең төркөмдә видео бар.

Шулай күккә ҡарап хыялланып, йондоҙҙарҙың матурлығын күреп йәшәйек, дуҫтар!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас