Рухиәт
2 Март 2023, 10:26

Был бесәйһеҙ ҡалайтам?

Бәләкәй генә бесәй балаһы алғанбыҙ. Минең әлеге лә бесәйгә үтә иҫем китмәй, тик һеңле-ҡустыларҙың яратып уйнатыуҙарын ғына күҙәтәм. Ҡуш усҡа һыймалы ғына бесәй балаһы ишек төбөндә ултырған ултырғыста йоҡлай. Шул мәлдә дәү кәүҙәле бер инәй килеп инде. Ингән ыңғайы "лып" итеп баяғы ултырғысҡа ултырып та ҡуйҙы. Ә унда бесәй балаһы ята ине! Сыр-сыу килеп торғоҙғансы,тонсоғоп үлеп өлгөргән ине инде... Ҡулына һалып ҡына һеңлем мышнап илай, өләсәйем теге инәйҙе инәнән тыума итеп әрләй... Әллә ниндәй һүҙҙәр менән, оҙаҡ һүкте ул өләсәй, тик бына "һоһакүт" тигәне ныҡ хәтерҙә ҡалған...  

Был бесәйһеҙ ҡалайтам?Был бесәйһеҙ ҡалайтам?
Был бесәйһеҙ ҡалайтам?

Был бесәйһеҙ ҡалайтам?

Ғүмерҙә лә был һүҙҙәрҙе әйтермен тип уйламағайным. Кисә бесәйемде үлтерә яҙҙым. Яңылыш ҡына. 

Рәмзилде уҡыуға ебәрергә әҙерләп йөрөүем ине. Күләгә ышығында ултырған бесәй балаһы, ҡапыл һикереп юлыма сыҡты ла аяғым аҫтында ҡалды. Аңғармаҫтан тапаным инде. Мин бер яҡҡа, ул икенсе яҡҡа һикерҙе. Ҡурҡышымдан, йәшеренгән урынынан тырнап алып, һаҡ ҡына урыныма һалдым. Үҙемдең йөрәк дарҫлап тибә, үкенесемдән, йәлләүҙән ярылып килгәндәй. Һуҙылып ҡына ята, бахыр, ҡымшандамай ҙа. "Ғәфү ит инде,мин яңылыш ҡына.." - тиеп, үҙем һыйпайым. Юҡ, ҡыбырламай! Шул мәлдә ҡылт итеп бала саҡ иҫкә төштө.

Бәләкәй генә бесәй балаһы алғанбыҙ. Минең әлеге лә бесәйгә үтә иҫем китмәй, тик һеңле-ҡустыларҙың яратып уйнатыуҙарын ғына күҙәтәм. Ҡуш усҡа һыймалы ғына бесәй балаһы ишек төбөндә ултырған ултырғыста йоҡлай. Шул мәлдә дәү кәүҙәле бер инәй килеп инде. Ингән ыңғайы "лып" итеп баяғы ултырғысҡа ултырып та ҡуйҙы. Ә унда бесәй балаһы ята ине! Сыр-сыу килеп торғоҙғансы,тонсоғоп үлеп өлгөргән ине инде... Ҡулына һалып ҡына һеңлем мышнап илай, өләсәйем теге инәйҙе инәнән тыума итеп әрләй... Әллә ниндәй һүҙҙәр менән, оҙаҡ һүкте ул өләсәй, тик бына "һоһакүт" тигәне ныҡ хәтерҙә ҡалған...

Йәшен тиҙлегендәй үткән хәтирәләр күңелемдең аҫтын өҫкә килтерҙе. Илар сиккә етеп, тышҡа атылдым. Кейенмәгән килеш тышта ла оҙаҡҡа сыҙарлыҡ түгел. Кире индем, үҙем ҡурҡа-ҡурҡа ғына яҡынлайым. Бесәйем шул килеш ята, хатта тын алышы ла һиҙелмәй!

-Малышка!

Тәпәйенә ҡағылам... Бесәйем ипләп кенә күҙен асты. Шул мәлдә күңелем тулды, ирекһеҙҙән күҙемдән йәштәрем тәгәрәне. "Алай ҙа тере! Алай ҙа имен!Уй, алла, үлһә ҡалайтыр инем?!" 

Балалар менән үҙем генә түгел, хайуандарға ҡаты күңелле иптәшем дә ошо бәләкәс кенә йән эйәһен ярата. Хатта уйнатып, һөйөп-һөйөп ала. Ғүмер буйы күрәлмаған бесәйҙәр тоҡомо, алыштырғыһыҙ йән эйәләренә, һөйкөмлө йорт ҡотона әйләнде. 

Лилиә Илбулова. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас