Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Рухиәт
22 Февраль 2023, 17:00

Ғәҙеллек тураһында бер нәсихәт

«Һеҙгә бурысҡа ингән кеше ҡыйын хәлдә тороп ҡалһа, бурысын түләү өсөн уға уңай ваҡыт бирегеҙ. Саҙаҡаға хисаплап үҙегеҙ белеп, ул бурысты алмаһағыҙ, һеҙҙең өсөн тағы ла хәйерлерәк булыр», - ти Ҡөрьән.Ауыр хәлдә ҡалған ҡәрҙәшенең түләйәсәк бурысын кисектергән йәки кәметкән кешене, - тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, - Ҡиәмәт көнөндә ышыҡланыр бер урыны ла булмаһа, Аллаһы Тәғәлә үҙ күләгәһенә алыр.Әбү Мәсғүт Әл-Бәҙри һөйләгәндәрҙән.

Ғәҙеллек тураһында бер нәсихәтҒәҙеллек тураһында бер нәсихәт
Ғәҙеллек тураһында бер нәсихәт
«Һеҙгә бурысҡа ингән кеше ҡыйын хәлдә тороп ҡалһа, бурысын түләү өсөн уға уңай ваҡыт бирегеҙ. Саҙаҡаға хисаплап үҙегеҙ белеп, ул бурысты алмаһағыҙ, һеҙҙең өсөн тағы ла хәйерлерәк булыр», - ти Ҡөрьән.

Ауыр хәлдә ҡалған ҡәрҙәшенең түләйәсәк бурысын кисектергән йәки кәметкән кешене, - тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, - Ҡиәмәт көнөндә ышыҡланыр бер урыны ла булмаһа, Аллаһы Тәғәлә үҙ күләгәһенә алыр.

Әбү Мәсғүт Әл-Бәҙри һөйләгәндәрҙән.

Беҙгә тиклем йәшәгәндәрҙән берәү Ҡиәмәт көнөндә хисап бирергә килә. Төрлө яҡлап үлсәп ҡараһалар, бының бай сауҙагәр булып һатыу иткәндә бурысҡа аҡса биреп, мохтаждарҙан был бурысты ҡайтарып алмай кисектерә һәм кисерә белеүенән башҡа бер игелеге лә булмай. Шул ваҡыт ҡөҙрәт эйәһе Аллаһ әйтә: «Ғәфү итеүҙә Беҙ был кешегә ҡарағанда ла ғәҙелерәк һәм лайыҡлыраҡбыҙ. Уның үҙен дә ғәфү итәйек», - ти.

Икенсе бер риүәйәттә Аллаһ үҙе бик күп байлыҡ биргән бер бәндәне уның ҡаршыһына килтерәләр. «Фани донъяла сағында һин нимәләр эшләнең?» - тип һорай Аллаһы Тәғәлә. Әлбиттә, унан бер нимәне лә йәшереп булмай. Был һорау уны һынау өсөн бирелә. «Әй Раббым! - ти бәндә, - һин миңә Үҙеңдән бик күп байлыҡтар бирҙең, шулар менән мин кешеләр араһында сауҙа иттем. Кешеләрҙе ғәфү итеү ғәҙәтемдә булғанлыҡтан, байҙарға юл ҡуйырға, фәҡир-мохтаждарҙың бурысын кисектерергә тырыштым», - тине. Аллаһы Тәғәлә әйтте: «Ғәҙеллектә, йомартлыҡта мин унан лайыҡлыраҡ. Ҡоломдо ғәфү итегеҙ», - тине.
 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас