Рухиәт
28 Ғинуар 2023, 11:15

Ҡунаҡ ҡуйған шарттар

Хикмәтле хикәйәт Бер кеше бер дуҫын ҡунаҡҡа саҡырған. Дуҫы: - Әгәр ҙә өс шартымды үтәһәң барырмын, - тигән. - Шарттарың ниндәй? - тип һораған тегенеһе. - Дошманым янына ултыртмаҫһың, зарарлы ризыҡ ашатмаҫһың, төрмәгә япмаҫһың... Саҡырыусы бының шарттарына риза булып, дуҫын ҡунаҡҡа алып киткән. Барып инеү менән

Ҡунаҡ ҡуйған шарттарҠунаҡ ҡуйған шарттар
Ҡунаҡ ҡуйған шарттар

Ҡунаҡ ҡуйған шарттар
Хикмәтле хикәйәт

Бер кеше бер дуҫын ҡунаҡҡа саҡырған. Дуҫы:
- Әгәр ҙә өс шартымды үтәһәң барырмын, - тигән.
- Шарттарың ниндәй? - тип һораған тегенеһе.
- Дошманым янына ултыртмаҫһың, зарарлы ризыҡ ашатмаҫһың, төрмәгә япмаҫһың...

Саҡырыусы бының шарттарына риза булып, дуҫын ҡунаҡҡа алып киткән. Барып инеү менән уны таныш булмаған ҡатын янына ултыртҡан. Ҡунаҡ шул саҡ:
- Бер шартымды боҙҙоң, таныш булмаған ҡатын - дошман менән бер, - тигән.

Ҡунағын хужа тамағы туйғандан һуң да ҡыҫтай-ҡыҫтай ашатҡан. Ҡунаҡ тағы ла әйткән:
- Икенсе шартмыды ла боҙҙоң. Туйғандан һуң ашау - зарарлы ризыҡ ашау менән бер.

Аҙаҡ хужа ваҡыт еткәс тә ҡунағын ҡайтармай торған. Ҡунаҡ әйткән:
- Инде, - тигән, - өсөнсө шартымды ла боҙҙоң. Теләмәй тороп ҡунаҡта артыҡ ултырыу - төрмәлә ултырыу менән бер, - тигән.
Ошолай тигән дә ҡайтып киткән.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас