Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
14 Ғинуар 2023, 19:00

ИНӘ БҮРЕ

Тамам хәлдән тайып, бүре ятты ла, тынып ҡалды. Яҡтылыҡтан, көндән ҡурҡа ул. Көндөҙ хәүеф-хәтәрҙең күберәк икәнен белә. Тоҙаҡтарын тикшерергә Кеше килеп ҡуйһа? Көн асыртҡас, бүре тимер сымды осонаса тарттырҙы ла, һуҡмаҡтан ситкәрәк шылып, бөгәрләнеп ятты. Үҙе тимер сымды осло тештәре менән эләктереп, сәйнәй башланы. Ул йыуан ғына ине, әммә тимер түгел, йомшағыраҡ. Бөгөлә, тик һынмай. Көн шулай үтте. Тағы төн килде...

ИНӘ БҮРЕ
ИНӘ БҮРЕ

Колхоздың баҫыу ҡараусыһы Янбаев Әхмәт атын эсерергә йылға буйына төштө. Йәйге көн бигерәк эҫе шул. Баҫыу ҡараусының бурысы – иген, бигерәк тә сөгөлдөр сәселгән майҙандарҙы ауыл малы тәләфләүенән һаҡлау. Хәйҙәров Хәлим дә баҫыу ҡарай. Уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ биләмәһе. Ҡай саҡта шулай ҙа булғылай: улар бинокль аша яландарҙы байҡап, көтөүҙән айырылған малдың баҫыу тапап йөрөүен күреп ҡалһа ла, ҡасҡалаҡтың үҙ яғында түгеллеген самалап: «Әһә, иртәгә рәйестән эләгәсәк уға!» – тип әсе көлөмһөрәп кенә ҡуя. Иртәгәһенә, бергәләшеп хәмер һемереп ултырғанда, араларында ошондайыраҡ әңгәмә сығасаҡ.

– Һин, күргәс, ниңә миңә өндәшмәнең? Ҡәһәрең, йоҡлап кителгән!

Яуабы ла шулайыраҡ яңғырай:

– Мин балыҡсылап йөрөнөм бит, күрмәй ҡалдым!

Атын эсереп, һалҡын һыуҙа ҡойоноп сыҡҡас, Әхмәт ағас күләгәһенә ятты ла, серемгә талды. Көн кискә ауышҡайны инде. Күк аяҙ, зәңгәрлеге күҙҙе сағылдыра. Ауыл көтөүе ҡайтырға иртә әле. Әхмәттең төп эше ана шул көтөү ҡайтыуҙан башлана ла инде. Көтөү ҡайтҡас, һәр хужабикә үҙ малын ҡаршы ала, һыйырҙарҙы быҙауҙарынан айырып бикләй. Елендәре ташҡан бәғзе һыйырҙар түҙемһеҙләнеп, ҡапҡаны мөгөҙҙҙәре менән асып, хужабикәһе янына ашыға. Ә елғыуарыраҡтары иһә, киреһенсә, өйҙән ситкә, ауыл янында уҡ йәйрәп ятҡан иген, сөгөлдөр баҫыуҙары яғына баш ҡайыра. Ана шунда Әхмәткә көс төшә.

Әхмәтте насар кеше тип әйтеп булмай. Йорто ныҡлы, ҡатыны, ике балаһы бар. Әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтып, башта шофер булып эшләне. Аҙаҡтан, һаулығы насарланғас (ул хеҙмәттә ашҡаҙан сиренә тарығайны), ремонт мастерскойына күсерҙеләр. Ашҡаҙанына операция яһағас, баҫыу ҡараусыһы булырға тәҡдим иттеләр. Риза булды инде.

...Әхмәт йоҡо аралаш бер нәмәне хәтерләне. Ул кисә, эш юҡлыҡтан ғына тирә-йүнде биноклдән байҡап, теге ярҙағы урман ситендә ҙур ғына бурһыҡ йөрөгәнен күреп ҡалғайны. «Тимәк, яҡын-тирәлә өңө бар», тип уйлап ҡуйҙы ул. Көтөү ҡайтҡансы барып, эҙләштереп ҡарарға кәрәк.

Атын эйәрләп, атаһынан ҡалған иҫке генә 16-сы калибрлы мылтыҡты алып, йылғаны кисте лә, урманға инде. Бер аҙ бара биргәс, йәйәүләне, атын бәйләп ҡуйҙы. Бер нисә яһауҙы кеҫәһенә тыҡты һәм ары юлланды...

Бер нисә сәғәт урман ҡыҙырҙы. Бер ни тапмағас, күләгәгә ял итергә ултырҙы ла, тәмәке тоҡандырҙы. Белә ул, бурһыҡтар өңдәрен шундай оҫта йәшерә, хатта эргәһенән үтеп китһәң дә, абайларлыҡ түгел.

Ләззәтләнеп тәмәке көйрәткәндә, ул ҡайҙалыр сыйылдаған тауыш ишеткәндәй булды. Көсөкмө, бесәй балаһымы тауышына оҡшаш. Әммә тауыш асығыраҡ ҡабатланды. Тәмәкеһен ташлап, Әхмәт тауыш килгән яҡҡа китте. Ҡуйы, оҙон үләндәрҙе ҡайырып ҡарағайны, бүре өңөн күреп ҡалды. Моронон саҡ ҡына сығарып, йәшкелт күҙҙәрен аптыраулы йылтыратып, бәләкәй генә бүре балаһы уға ҡарап тора.

Әхмәттең тәне зымбырлап китте. Ул ҡапыл артҡа һикерҙе, йүгереп барып мылтығын эләктерҙе лә, тирә-яҡты байҡаны. Әммә эргәлә тып-тын, бер ни күренмәй. Башына беренсе килгән уй – тиҙерәк ҡасыу булды. Инә бүре әйләнеп ҡайтһа... Әҙерәк тынысланғас, фараз ҡылырлыҡ хәлгә инде. «Бүре бер ҡасан да үҙ өңө эргәһендә һунар итмәй. Тимәк, ул кисә кис үк һунарға сыҡҡан». Мылтығын әҙер тотоп, Әхмәт яңынан өң янына килергә батырсылыҡ итте. Өң ауыҙында сыйылдап ике көсөк ултыра.

Бүре балаларына ҡарап тора биргәс, был кескәй мәхлүктәр йәл булып китте уға. «Улар бер нисә тәүлек ашамағандарҙыр инде, әгәр инәләре ҡайтмаһа, астан үләсәктәр», тигән уй үтте башынан. Шул арала, көсөктәр оянан килеп сыҡтылар ҙа, Әхмәт янына уҡ килеп, итектәрен ялай башланы. Ниһайәт, Әхмәт ҡырҡа ҡарарға килде: «Ярай, ни булһа ла булыр, алып китәм! Ашатып, үҫтерә биргәс, урманға ебәрермен әле, бигерәк йәлкеләр бит», – тип үҙен йыуатты ул.

Әхмәт өйөнә ашыҡты. Барыһы ла йыйылышып, сәй эсәләр ине. Әхмәт иҙеүен ысҡындырҙы ла, бүре балаларын иҙәнгә тәгәрәтте. Өйҙәгеләрҙең күҙҙәре шарҙай булды. Иң тәүҙә кинйә ҡыҙы иҫенә килде.

– Ой, ҡалай матур!

Икенсеһен улы эләктерҙе.

– Һөт бир шуларға, ҡыҙым! – тине Әхмәт, тынысланып. Ҡыҙы йүгереп йөрөп шәшке аҫтындағы һөттө иҙәнгә ултыртты. Бүре балалары, уның еҫен тойоп, сынаяҡҡа төртөлдө. Этешеп-төртөшөп, пырхылдап сәсәй-сәсәй, ҡомһоҙланып булашып, һауытты бушаттылар ҙа, морондарын сөйөп тағы ла ҡыҙыҡайға текәлде.

– Ысынлап та, бик астар икән, тағы берәй тәүлектән үлерҙәр ине, – тип ҡуйҙы Әхмәт. Шунан өҫтәне:

– Ярай, ҡыҙым, күп эсермә, етер.

Тамаҡтары туйғас, бүре балалары үҙҙәре өсөн ят булған әҙәм донъяһын – өйҙө тикшерергә кереште. Береһе диван аҫтына инеп китте лә, ҡасандыр кемдер ташлап ҡуйған йомшаҡ айыу балаһын һөйрәп сығарҙы, нескә тауыш менән ырылдап, уны тегеләй-былай һелкетә лә башланы. Янына икенсеһе лә килеп етте, бахыр уйынсыҡҡа икәүләп йәбештеләр.

Ниһайәт, хужабикә лә аңына килде. Ул был ығы-зығыға оҙаҡ ҡарап тик кенә ултырҙы ла, ҡото осоп өндәште:

– Әхмәт! Былар бит – бүре балалары! Уларға тейергә ярамай! Әгәр инәләре...

* * *

Иртәгәһенә төш Әхмәткә күптәнге дуҫы Кәрим килеп инде. Ул күрше ауылда, колхоздың үҙәгендә йәшәй. Әрмелә бергә хеҙмәт иткәйнеләр. Ул аҡ «Волга»ла колхоз рәйесен йөрөтә.

– Бөгөн минең ялым. Машинаны ремонтҡа ҡуйҙым, һеҙҙең яҡҡа йомош менән килеп сыҡҡайным, – тип һөйләнә-һөйләнә, ул муҡсаһынан ике шешә араҡы, колбаса сығарып өҫтәлгә теҙҙе. Әхмәт ҡаршы килмәне.

– Был нимә? – тип аптыраны Кәрим, тәүге рюмканы һуҡҡас уҡ, тупһа төбөндә тыныс ҡына йоҡлап ятҡан көсөктәрҙе күреп ҡалып. Әхмәт хәлде ентекләп һөйләп бирҙе.

– Бәхет йылмайған икән! – тип көлдө Кәрим.

– Йә, ярай, ҡой тағы ла.

Икенсе шешәнең төбөндә генә ҡалғанда, уларҙың теле сиселеп, эс серҙәренә күскәйнеләр инде. Ҡапыл Кәрим, ниҙелер иҫләргә маташып ултыра бирҙе лә, әйтеп һалды:

– Ҡарале, Әхмәт! Шәп уй бар! Кисә Гүзәл ҡыҙым, район үҙәгенә зоопарк килгән, атай, алып бар, тип мыжығайны...

– Шунан ни? – тип мығырҙаны Әхмәт.

– Нисек инде – ни? Әйҙә, һинең бүре балаларыңды шунда илтәбеҙ ҙә, һатабыҙ! Иртәгә шул яҡҡа юл да төшөп тора.

– Юҡ, бирмәйем, мин уларҙы кире ебәрәм, – тип тиҫкәреләнде Әхмәт.

– Нимәгә улар һиңә? Ә зоопаркҡа уларҙы кинәнеп аласаҡтар! Ҡараулы булырҙар, беҙгә ситлек аша ирәйеп кенә ҡарап йәшәрҙәр...

Ултыра биргәс, Әхмәткә Кәрим хаҡлы һымаҡ күренә башланы. Ул ризалашты.

Иртәгәһенә таң менән «Волга»һында Кәрим килеп тә етте. Йоҡоло көсөктәрҙе ҡумтаға һалып, улар ауылдан ҡырҡ саҡрымдан алыҫлыҡтағы район үҙәгенә юлланды. Ысынлап та, ҡаласыҡ паркының үҙәк майҙанында ҡайҙандыр килеп сыҡҡан зоопарк урынлашҡан икән. Бейек ҡойма менән уратылған майҙансыҡта тәгәрмәсле ситлектәрҙә төрлө хайуандар күренә. Сәғәт ундан ғына эшләй икән. Әлегә «иртәнге аш» ейеү бара. Тәғәм еҫен тойған януар-кейектәр ығы-зығы килә. Тирә-яҡ арыҫлан һәм юлбарыҫ ырылдауынан, ҡабан мырҡылдауынан, бүре олоуынан, ат кешнәүенән, ҡоштар сырылдауынан, тағы ла әллә ниндәй тауыштарҙан шау-гөр килеп тора.

– Ни йомош, туғандар? – тип ҡаршыланы уларҙы администратор.

Кәрим менән Әхмәт өнһөҙ генә ҡумтаны асып күрһәтте.

– Оһо! Шәп! Ниндәй нәфистәр! – тип ҡыуанып китте администратор.

– Алаһығыҙмы? – тип ҡәтғи һораны Кәрим.

– Күпме?

– Икеһе өсөн биш йөҙ, – тине Кәрим.

– Ҡиммәтерәк, – тине администратор, һаман ҡулында тотҡан көсөктө өйләндереп ҡарай-ҡарай. – Икешәр йөҙ бирәм, ризаһығыҙмы?

Кәрим менән Әхмәт уйлап та торманы.

* * *

...Инә бүре, балаларын имеҙгәс, елкәләренән тешләп кенә өндөң иң мөйөшөнә һалды ла, тышҡа сыҡты. Төн эсендә ашарға табып, әйләнеп килгәнсе йоҡлаясаҡтарын белә ул. Йәйге көн тамам. Ҡояш байыған. Ҡош тауыштары тына. Моронон өҫкә сөйөп, инә бүре тирә-яҡты еҫкәне. Өйрәнелгән урман еҫенән башҡа мәғлүмәт таба алманы. Бүре бер ҡасан да үҙ өңө янында һунар итмәне, кәрәк аҙыҡлыҡ ҡорбандарын егермешәр саҡырым ситтә эҙләр булды. Балалары өсөн хәүефләнеү уны мөмкин тиклем һаҡ булырға өйрәткән. Ул ауға төндә генә сыға, көндөҙ өңөндә боҫоп ята, хатта урманға ла сыҡмай.

Бер нисә саҡырым сабып үтеп, асыҡ үҙәнгә сыҡҡас, ул осраҡлы ғына үрғуянды тап итте. Ҡурҡыуҙанмы, яңылыштанмы, ҡуян боҫоп ятҡан ышығынан килеп сыҡты ла, ситкә сапты. Бүре уны бер нисә ырғыуҙа ҡыуып етте, быуып ташланы. Ҡартыраҡ, әммә һимеҙ ине үрғуян. Уны тиҙ генә ботарлап ашағас, бүре туймауын тойҙо. Таңға тиклем ваҡыт бар ине әле. Ары сапты. Әммә өмөттәре аҡланманы...

Ҡуйы шырлыҡ эсендә ул ҡабан эҙҙәре еҫен тойомланы. Тиҙҙән һуҡмаҡтарын да тапты. Саҡ ҡына беленеп ятҡан һуҡмаҡ ҡуйы ҡыуаҡлыҡ эсенә инеп китә ине. Бүре шунда сумды. Ҡапыл әсе сыйнап ебәрҙе лә, әйләнеп барып төштө. Ҡабандарға тип бик оҫта көйләнеп ҡуйылған тоҙаҡҡа эләккәйне ул. Һикереп тороп, тағы тартылды, тик тоҡан муйынын нығыраҡ һыға ғына төштө. Сыйнай-сыйнай, бүре төрлөсә үрһәләнде, әммә бушҡа ғына. Тоҙаҡ бәйләнгән ағас тирәләй өйөрөлә торғас, томшоғо менән барып һырлыҡты, кирегә әйләнә башланы. Күпме этләнгәндер шулай, таң беленә башланы. Тамам хәлдән тайып, бүре ятты ла, тынып ҡалды. Яҡтылыҡтан, көндән ҡурҡа ул. Көндөҙ хәүеф-хәтәрҙең күберәк икәнен белә. Тоҙаҡтарын тикшерергә Кеше килеп ҡуйһа? Көн асыртҡас, бүре тимер сымды осонаса тарттырҙы ла, һуҡмаҡтан ситкәрәк шылып, бөгәрләнеп ятты. Үҙе тимер сымды осло тештәре менән эләктереп, сәйнәй башланы. Ул йыуан ғына ине, әммә тимер түгел, йомшағыраҡ. Бөгөлә, тик һынмай. Көн шулай үтте. Тағы төн килде...

Өңдә ҡалдырған балаларын иҫләп, ул сымға ажарланыбыраҡ йәбеште. Көсәнеүҙән тештәре ауырта башланы, ауыҙы ҡанға буялды, ләкин ул быны тойманы ла. Башында бер генә уй өйөрөлдө: тиҙерәк ҡотолорға ла – балалары янына.

Ҡай саҡта үрә баҫып кинәт тартылып та ҡараны ул, әммә тоҙаҡ тағы һығыла ғына бирҙе. Мәтәлләп төшөп, бүре йәнә сәйнәнергә тотондо. Тағы ла таң атты. Ситкәрәк шылып, инә бүре сымды иҙгеләүен дауам итте. Кискә ҡарай ул ағас төбөнә тиклем килде лә, түҙемлеге бөтөп, бар көсөнә алға ташланды. Тимер сым шыртлап өҙөлдө. Аяҡтары менән муйынындағы тоҡанды сапсып сығарып, ул алға йомолдо...

Ҡараңғы төшкәс кенә өңө янына сабып килеп етте бүре. Эскә инеп китте лә, кире килеп сыҡты, таныш булмаған еҫтәрҙе тойоп, өң тирәһендә әйләнгеләнде, балаларын саҡырып ырылданы. Әммә улар күренмәне. Шунан бүре өң тирәһен ентекләп тикшерергә кереште. Бына ағас төпһәһе, унда кеше ултырған, хатта тәмәке төпсөгө ята. Ул эҙ буйлап йүгерҙе. Бына ат еҫе, тиҙәге лә ҡалған. Бүре ат юлы буйлап сапты. Улар йылға ярына килтерҙе. Эҙ буйлап кирегә китте, улар йәнә йылға ярына төртөлдө. Яңылышыу мөмкин түгел. Бүре йылғаны йөҙөп сыҡты ла, теге ярҙа тағы шул ат эҙҙәренә юлыҡты. Ул эҙҙәрҙе еҫкәп, яйлап ҡына юллап барғанда, бөтөнләй ҡараңғы төшкәйне инде. Ауыл янындағы убаға менеп ултырғас, ул тауыштарҙың тыныуын көтөргә ҡарар итте. Эттәр өрмәй, кешеләр һөйләшмәй башлағансы, ятып торорға кәрәк.

...Әхмәт бөгөн һуң ятты. Ҡараңғы төшкәнсе ихатала булышты. Күңелендә ниндәйҙер аңлайышһыҙ тойғо, хәүеф тә бар. Әсәләренән айырып алынған бүре балалары хәтеренә килеп тик торҙо. Әгәр ул иҫән булһа? Уларҙы зоопаркка һатыу күңеленә ятып бөтмәне. Бисәһе лә һаман мыжый.

– Уй, атаһы, ҡурҡам мин, – тип илауланы ул, бүре балаларын ҡайҙа олаҡтырыуҙарын белгәс тә.

...Төн уртаһы ауғас, йоҡомһорап барған Әхмәт ҡорт саҡҡандай һикереп торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Ҡолағына таныш түгел, ҡурҡыныс, шул уҡ ваҡытта һағышлы һәм үҙәктәрҙе өҙөрлөк тауыш килеп инде. Тыңлай биргәс, Әхмәттең аңына барып етте: был бит – балалары артынан килгән инә бүре олой! Өйҙәгеләр барыһы ла аяҡҡа баҫты. Олоу әленән-әле ҡабатланып тора.

– Әйттем бит мин һиңә, аңламаның, алйот! – тип Әхмәткә ябырылды ҡатыны.

Был олоуҙы тыңлап тыныс йоҡлау мөмкин түгел ине. Әхмәт йәһәт кенә кейенеп, мылтыҡ алды ла, тышҡа сыҡты. Олоу яҡында ғына, ауыл ситендәге ҡабаҡтан ишетелә. Мылтығын яһап, шул яҡҡа табан ике тапҡыр атты. Тауыш тынды. Бер аҙ көтөп торҙо, тик тауыш ҡабатланманы. Таң тыныс атты...

Иртәгәһенә бөтә ауыл буйлап хәбәр китте: Әхмәт урмандан бүре балаларын алып ҡайтҡан, инә бүре уларҙы эҙләп килгән...

– Инәләренә ҡайтарып бирергә кәрәк уларҙы, барыбер тынғы бирмәйәсәк. Йә атып үлтерергә, – тип һөйләнде ирҙәр.

– Нимәгә тейгән ул уларға, бар ауылға бәләһе! – тип ыуаланды бисәләр.

Әхмәттең бүре балаларын ҡайҙа иткәнен береһе лә белмәй ине әлегә.

Иртәгәһенә олоу тағы ҡабатланды. Әхмәт тағы сығып, атып, бүрене өркөтөп ебәрҙе. Унан һуң тағы... Ауыл ирҙәре лә, Әхмәтте һүгә-һүгә, мылтыҡ тотоп сыҡтылар, бүре балаларын кире ебәреүҙе талап иттеләр.

Был зил-зиләнең бишенсе көнөнә Әхмәттең өйөнә колхоз рәйесе үҙе килеп инде. Уңыш йыйыу барған ваҡытта йоҡолары ҡасҡан колхозсыларҙың ялыуҙары үҙәгенә үткәндер инде, ул һаулыҡ та һорашып тормай, Әхмәткә ябырылды:

– Әхмәт, һин урмандан бүре балалары алып ҡайтҡанһың, тиҙәр. Шул арҡала ауыл тирә-ләй инә бүре йөрөй, кешеләргә йоҡларға бирмәй икән. Теләһәң нишлә, бөгөн үк кире илтеп һал! Ҡурҡһаң, бүрене атып үлтер! Аңланыңмы, ахмаҡ!

– Улар юҡ бында... Бирҙем мин уларҙы... – тип ҡойолоп төштө Әхмәт.

– Кемгә бирҙең?

– Зоопаркка... – тип башын эйҙе Әхмәт, һәм, тотлоға-тотлоға, эштең нисек булғанын һөйләп бирҙе.

– Ах, был Кәрим! Тағы ниҙәр ҡыландыра, эшем эйәһе! Күрһәтермен мин уға! – тип ҡыҙып китте рәйес. – Бына нимә, һунарсы остоғо! Һеҙгә теүәл бер тәүлек – теләһә ҡайҙан бүре балаларығыҙҙы табығыҙ! Тапмаһағыҙ, бүрене атып үлтергәнсе урманда төнәйәсәкһегеҙ! Аңлашылдымы?

Берәй сәғәттән Кәрим килеп етте. Ул да ағарынған, уҫал. Әхмәтте һыҙғырып ҡына саҡырып, ишекте асты:

– Ултыр! Киттек.

Райүҙәккә илткән юлға сығып алғас, ул һүҙ башланы:

– Һинең көсөктәрең менән бәйләнгән мин иҫәр! Шайтан ҡотҡоһо инде. Хужа тетмәне тетте генә!.. Һаман ҡалтырата. Тапмаһаҡ, эштән ҡыуам, ти. Бына бит, хатта машинаһын бирҙе.

Райүҙәккә был юлы тағы ла тиҙерәк барып еттеләр. Паркҡа килһәләр – зоопарк юҡ! Уның ҡасандыр булғанлығы ла һиҙелмәй хатта, һәммә ер тап-таҙа. Бер аҙ албырғап ҡарап торғас, Кәрим менән Әхмәт уҙып барған берәүҙән зоопарктың ҡайҙалығын һоранылыр. Өс көн элек ҡайҙалыр күсеп киткәндәр икән. Бер нисә кешенән һорап ҡаранылар, ҡайҙа киткәндәрен береһе лә белмәне. Аптырағас, Кәрим йыраҡ түгел күренгән райсовет бинаһына йүгерҙе. Вахта артында ултырған ойоу ҡиәфәтле ҡарсыҡ уны күреү менән:

– Береһе лә юҡ, улым, – тине. – Барыһы ла район буйлап йөрөй, уңыш йыйыу бит. Зоопаркты һорауға:

– Бында зоопарк та бармы ни? – тип һораны. Ҡул һелтәп, тышҡа сыҡҡас. Кәрим уйға ҡалды: зоопарктың ҡайҙалығын бында кем белеүе мөмкин? Әһә! Мәҙәниәт бүлеге бар ҙаһа.

Мәҙәниәт һарайында йәш кенә ҡыҙҙан башҡа кеше юҡ ине.

– Эйе, зоопарк булды беҙҙә, – тип эре генә яуапланы ул Кәримдең һорауына. – Бер ай буйы булдылар. Ә ҡайҙа киттеләрме? Хәҙер... – Ҡыҙ ҡағыҙҙар араһында соҡсоноп, зоопарк киткән ҡаланың исемен атаны. Кәримдең иңенән тау төшкәндәй булды.

– Ә һин беләһеңме – ул ҡала ҡайҙа? – тип бот сапты Әхмәт, ул әйләнеп килгәс. – Бынан йөҙ алтмыш саҡырымда!

– Ул турала уйлап торманым шул. Табыу мөһим ине, – тип уйға ҡалды Кәрим. – Нимә эшләйбеҙ инде хәҙер?

– Барырға кәрәк! Ул йыртҡысты беҙ бер нисек тә тотоп ата алмайбыҙ! – тигән ҡәтғи ҡарар сығарҙы Әхмәт. – Буш ҡул әйләнеп ҡайтһаҡ, нимә буласаҡ, беләһеңме?

– Аҡсаң бармы һинең? – тип һораны ҡапыл Кәрим. – Беҙ уларҙы һаттыҡ та һуң. Барып тапһаҡ, аҡсаны ҡайтарырға тура киләсәк.

– Юҡ шул. Өйҙә бар ҙа бит, үҙем менән юҡ, – тине ул төшөнкө генә.

– Нишләргә? – тип уйға ҡалды Кәрим. – Ярай, апайыма кереп сығайыҡ. Уның аҡсаһы була. Өйҙә торһа, биреп торор. Бензинға ла аҡса кәрәк әле.

Бәхеткә ҡаршы, Кәримдең апаһы өйҙә ине. Хәлде инәле-сығалы аңлатып, Кәрим аҡсаны кеҫәһенә тыға һалды.

– Кәрим, тик ике генә көнгә, һөйләшкәнсә, – тип арттан ҡысҡырып ҡалды апаһы. – Был ялдарҙа мебель алабыҙ. Кәрәк буласаҡ!

– Ике көндән тип әйттем бит! – тип тайыу яғын ҡараны уныһы. Көн кискә һарҡҡайны, шуға тиҙ үк юлға сыҡтылар.

* * *

Был яҡҡа юл асфальт ине. Машина елдереп кенә бара, әллә ни хәрәкәт юҡ. Ярты юл самаһы үтелгәс, Кәрим ҡапыл тормозға баҫты. Сыҡты ла тәгәрмәстәрҙе ҡарай башланы. Уның артынан сыҡҡан Әхмәт артҡы һул тәгәрмәстең йәмшәйеп ултырғанын күрҙе.

– Инде нишләйбеҙ? – тип ҡурҡып һораны ул. Кәрим асыуынан уртын ғына сәйнәне. Өс көн элек рәйес менән баҫыуҙар буйлап йөрөгәндә ошо уҡ тәгәрмәс тишелгәйне. Ул саҡта тиҙ генә алыштарғайны, ә бына запасын яматырға онотҡан. Алыштыр инде бына.

– Запасканы һүтә торайыҡ, бәлки, берәй изге кеше килеп сығыр, камера биреп торор, – тине ул ахырҙа.

Тишек камераны бер ҡулына тотоп, Кәрим юл ситенә баҫты ла, үткән машиналарҙы ауларға тотондо. Машиналар һирәк үтә, «Волга»лар бөтөнләй юҡ. Ҡара тәҙрәле бер-икәү генә выжлап үтеп китте.

– Начальство! – тип әсе һүгенде Кәрим. Байтаҡ торғас, улар ҡул һелтәп, юл ситендәге ташҡа ултырҙы. Шул саҡ Кәрим бик алыҫтағы боролошта аҡ «Волга» күреп ҡалды. Камераны тотоп, юлдың уртаһына уҡ йүгереп сыҡты. Иҫке генә «Волга» руле артында өлкән йәштәге ир ултыра ине. Янында ҡарсығы бар. Өҫтәге багажнигына, артҡы ултырғыстарға сумаҙандар тейәлгән. Ир кеше уларға өр-яңы камера сығарып тотторҙо, хаҡын да алып торманы. Бар бит шундай изге күңелле кешеләр.

Тәгәрмәсте тиҙ генә йыйып, һауа тултырып, артабан юлды дауам иттеләр. Тик ярты сәғәттән Кәрим тағы борсола башланы:

– Заправка кәрәк ине.

Тиҙҙән юл ыңғайында «Бензоколонка – 300 м» тигән билдә күренде. Унда килеп кергәс, «ГСМ ҡабул итеү. Тәнәфес» тигән яҙыу күрҙеләр.

– Күпме көтөргә! – тип тәҙрә аша һораны Кәрим.

– Сәғәт ярым, – булды яуап.

– Шайтан алғыры! – тип һүгенеп алды Кәрим. – Беҙҙе Аллаһы Тәғәлә шулай язалай ул, балаларҙы әсәләренән айырған өсөн!

Әхмәт өндәшмәүҙе хуп күрҙе. Кәрим былай тине:

– Ярай. Киттек. Икенсе заправкаға тиклем етергә тейеш. Көтөп ултырып булмай ҙа инде.

Киләһе заправканың ҡай тирәлә икәнен ул белмәй ине. Егерме саҡырымлап юл үттеләр, бер нәмә күренмәне. Тағы ла ун саҡырым – еҫе лә юҡ. Ҡапыл машина сөскөрә башланы һәм бөтөнләй туҡтап ҡалды.

– Килеп еттек, бөттө бензин! – Кәрим асыу менән рулде төйгөсләне. Нишләйһең, багажниктан канистр алып, тағы юл ситенә баҫырға тура килде. Кис төштө. Берәй сәғәт торғас, уларға бәхет йылмайҙы: яндарына йәш кенә водитель ултырған УАЗ килеп туҡтаны.

– Бир, әҙерәк ҡояйым, – тип килеп сыҡты ул. – Бынан заправка йыраҡ түгел, ун саҡырымлап ҡына.

Улар ҡалаға килеп ингәндә, ҡараңғы төшкәйне инде. Бер юлаусынан һорашып, зоопаркты эҙләп таптылар. Һуң булыуға ҡарамаҫтан, унда эш ҡайнай. Күрәһең, иртәгә асырға әҙерләнәләр. Эшселәрҙең береһе администратор урынлашҡан вагонға күрһәтте. Ишеген ҡаҡҡас, таныш ир пәйҙә булды:

– Нимә булды? Кем кәрәк? Ә-ә, был һеҙме ни? – Ул Кәрим менән Әхмәтте танып алды. Өҙә-йолҡа уға хәлде аңлаттылар.

– Дә, эштәр... Бүре лә, балалары ла йәл. Яҡшы түгел... – Тағы уйға батты ла, ҡапыл өҙә әйтте:

– Һуң, мин уларҙы һатып алдым бит!

– Аҡсаһын ҡайтарабыҙ беҙ, – тип дәррәү яуапланы Кәрим менән Әхмәт.

– Тороп тороғоҙ, мин уларҙы урынлаштырмағанмын әле, үҙемдә тота инем, – тип эскә кереп китте лә, таныш ҡумтаны тотоп килеп сыҡты ир.

Ауылға ҡайтып еткәндә таң атҡайны инде. Ҡумтаны ҡыҫтырып, өйгә ашыҡтылар. Хужабикә тороп йөрөй. Көсөктәрҙе иҙәнгә ҡуйып, ирҙәр уйға батты. Тынлыҡты Кәрим боҙҙо:

– Уларҙы илтеп бирергә кәрәк. Нисек?

– Белмәйем, – тине Әхмәт шым ғына. – Ул мине һағалап торһа?.. Бәлки, ярҙам итерһең, ә?

– Нисек итеп? – тип аптыраны Кәрим.

– Әллә инде... Хәҙер, уйлап ҡарайыҡ.

Бер аҙ ултырғас, Әхмәт планын асып Һалды:

– Былай. Бүре инәһе көндөҙ һунар итмәй, оломай ҙа. Тимәк, ҡайҙалыр боҫоп ята. Өңөндә түгелдер инде, унда балалары хәтере тынғы бирмәҫ. Әйҙә, былай итәбеҙ: мин көсөктәр менән ҡумтаны алам, ә һин минең арттан мылтыҡ менән ҡарауылларһың. Бер-бер хәл булһа, атыр ҙа ҡуйырһың. Ата беләһеңме һуң?

– Белмәҫкә, – Кәрим үпкәләй яҙҙы. – Ә һин, Әхмәт, минең һунар бысағын ал. Кем белә...

– Ярар, – Әхмәттең ризалашмай сараһы юҡ ине. Йылғаға тиклем улар машинала төштөләр. Тыныс ҡына йоҡлап ятҡан бүре балаларын күтәреп, йылғаны кисеп сыҡтылар ҙа, өң яғына табан ҡуҙғалдылар. Әхмәткә юл буйы арттарынан кемдер күҙәткән һымаҡ тойолдо. Хатта ниндәйҙер ҡарашты арҡаһы менән тойған һымаҡ та ине ул. Әллә ҡурҡыу ғәләмәте булды был...

Мылтыҡ тотоп арттан килгән Кәримдең ҡулдары ҡалтыраны, үҙе алан-йолан ҡаранды. Ниһайәт, өң янына килеп етте улар. Яңыраҡ ҡына үҙе иҫе лә китмәй тәмәке көйрәтеп ултырған төпһә янына еткәс, Әхмәт ҡумтаны уның өҫтөнә ултыртты ла, сигә бирҙе, унан ҡапыл артҡа йүгерҙе. Кәрим унан ҡалышманы. Улар йылға ярында ғына туҡтап тын алды. Оҙаҡ ҡына өндәшмәй ултырҙылар. Шунан Кәрим һорай ҡуйҙы:

– Ә һин нишләп теге ағай беҙгә бушлай камера, йәш егет бензин бирҙе тиһең, Әхмәт?

– Әллә, был хаҡта уйлап та ҡараманымсы, – тигән булды иптәше.

– Белмәһәң, белеп ҡуй, беҙ бүре балаларын әсәләре янына килтереп еткерһен өсөн Хоҙай ебәргән беҙгә ул кешеләрҙе...

– Ә-ә-ә...

Төн тыныс үтте. Бүре башҡаса оломаны.

Әмир Сәйфуллин.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: