Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
4 Ғинуар 2023, 16:37

Ышаныс юғалыу

Улар ниндәйҙер ҡәбиләлә ышаныс ҡаҙанған бер бәндә барлығы тураһында һөйләрҙәр. Кешеләр уның аҡылына, үҙ-үҙенең тотошона һәм көсөнә һоҡланырҙар, ләкин йөрәктәрендә бер аҙ ғына ла имандары булмаҫ

Ышаныс юғалыу
Ышаныс юғалыу

Ҡиәмәт көнөнөң билгеләре
Ышаныс юғалыу

Әбү Һурайра Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең: «Ышаныс юғалғас, Ҡиәмәт сәғәте етәсәк», - тиеүен һөйләне (был хәҙисте Бохари риүәйәт итте). Хуҙәйфә былай тине: «Рәсүлебеҙ ғәләйһис-сәләм ике хәҙис килтерҙе. Уларҙың береһе тормошҡа ашты һәм беҙ икенсеһен ысынға ашыуын көтәбеҙ. Ул ғәләйһәссәләм әйтте: «Иман һәм тоғролоҡ кешеләрҙең йөрәктәрендә ғәҙәткә инер, унан һуң уларҙы Ҡөрьәндән һәм Сөннәттән танып белерҙәр». Шулай уҡ Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм иман һәм дөрөҫлөк кеше йөрәген ташлап китеүе тураһында былай тине: «Кеше йоҡлар, ә иман дөрөҫлөк уның йөрәген ташлап китер, ҡалғаны бешкән, йәрәхәтләнгән урынға оҡшап ҡалыр. Ҡабат йоҡоға киткәндән һуң, иман һәм дөрөҫлөк ҡабат йөрәген ташлап китер, ҡалғаны ҡайнар күмергә баҫыу нәтижәһендә аяҡта барлыҡҡа килгән ҡабырсыҡҡа оҡшап ҡалыр. Ул тән өҫтөндә ҡалҡып торор, ләкин эсе буш булыр. Кешеләрҙең бер-береһе менән һатыулашҡан ваҡыттары етер, ләкин араларында ышанырлыҡ кеше ҡалмаясаҡ. Улар ниндәйҙер ҡәбиләлә ышаныс ҡаҙанған бер бәндә барлығы тураһында һөйләрҙәр. Кешеләр уның аҡылына, үҙ-үҙенең тотошона һәм көсөнә һоҡланырҙар, ләкин йөрәктәрендә бер аҙ ғына ла имандары булмаҫ». Унан һуң Хузәйфә «Ҡасандыр минең өсөн кем менән сауҙә итеүемдең әһәмиәте юҡ ине, сөнки әгәр ул мосолман кешеһе икән, уны алдашыуҙан дин, ә насара булһа, әмир тотоп ҡала ине. Ләкин хәҙер гел улар менән генә сауҙә итәм», - тип өҫтәне был дөрөҫ хәҙисте Әхмәд риүәйәт итте.

("Башҡорт мосолман календары" 2007 йыл)

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: