Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
20 Декабрь 2022, 14:04

Ҡурҡыуығыҙҙың ҡоло булмағыҙ!

Бер ваҡыт ғазраил ҡаланың ҡапҡаһын ҡаҡҡан. Һаҡсы шомланып һорай ҡуя: ― Һин бында нимәгә килдең? ― Йөҙ кешенең ғүмерен алырға, ― тип яуаплай ғазраил. ― Гөнаһ шомлоғо бит был! ― тип һаҡсы ҡысҡырып ебәрә. ― Эшем шул бит минең. Тормош ҡанунына ҡаршы барып булмай...

Ҡурҡыуығыҙҙың ҡоло булмағыҙ!
Ҡурҡыуығыҙҙың ҡоло булмағыҙ!

Бер ваҡыт ғазраил бер ҡаланың ҡапҡаһын ҡаҡҡан. Һаҡсы шомланып һорай ҡуя:
― Һин бында нимәгә килдең?
― Йөҙ кешенең ғүмерен алырға, ― тип яуаплай ғазраил.
― Гөнаһ шомлоғо бит был! ― тип һаҡсы ҡысҡырып ебәрә.
― Эшем шул бит минең. Тормош ҡанунына ҡаршы барып булмай.

Һаҡсы халыҡты иҫкәртергә ашыға. Осратҡан беренә ғазраилдың планын һөйләп бара. Әммә был көн мең кеше мәрхүм була!

Кис еткәс ғазраил ҡайтырға сыға. Һаҡсы уны туҡтатып:
― Йөҙ кеше урынына меңде алдың. Ниңә? ― тип асырғанып һорай.
Ғазраил тыныс ҡына яуап биреп:
― Мин әйткән һүҙемдә торам. Үлгәндәрҙең йөҙө минеке. Ҡалғандарын ҡурҡыу һәм шом алып китте.

Бына шулай, был риүәйәттә әйтелгәнсә, кешене ғазраил түгел, шомланыуҙар, шиктәр һәм ҡурҡыу алып китә. Ҡурҡыуығыҙҙың ҡоло булмағыҙ!
Эльмира Кейекҡужина тәржемәһе.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: