Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
11 Декабрь 2022, 11:40

Ҡунаҡ ҡуйған шарттар

Хикмәтле хикәйәт Бер кеше бер дуҫын ҡунаҡҡа саҡырған. Дуҫы: - Әгәр ҙә өс шартымды үтәһәң барырмын, - тигән.  - Шарттарың ниндәй? - тип һораған тегенеһе. - Дошманым янына ултыртмаҫһың, зарарлы ризыҡ ашатмаҫһың, төрмәгә япмаҫһың... 

Ҡунаҡ ҡуйған шарттар
Ҡунаҡ ҡуйған шарттар

Ҡунаҡ ҡуйған шарттар
Хикмәтле хикәйәт

Бер кеше бер дуҫын ҡунаҡҡа саҡырған. Дуҫы:
- Әгәр ҙә өс шартымды үтәһәң барырмын, - тигән.
- Шарттарың ниндәй? - тип һораған тегенеһе.
- Дошманым янына ултыртмаҫһың, зарарлы ризыҡ ашатмаҫһың, төрмәгә япмаҫһың...

Саҡырыусы бының шарттарына риза булып, дуҫын ҡунаҡҡа алып киткән. Барып инеү менән уны таныш булмаған ҡатын янына ултыртҡан. Ҡунаҡ шул саҡ:
- Бер шартымды боҙҙоң, таныш булмаған ҡатын - дошман менән бер, - тигән.

Ҡунағын хужа тамағы туйғандан һуң да ҡыҫтай-ҡыҫтай ашатҡан. Ҡунаҡ тағы ла әйткән:
- Икенсе шартмыды ла боҙҙоң. Туйғандан һуң ашау - зарарлы ризыҡ ашау менән бер.

Аҙаҡ хужа ваҡыт еткәс тә ҡунағын ҡайтармай торған. Ҡунаҡ әйткән:
- Инде, - тигән, - өсөнсө шартымды ла боҙҙоң. Теләмәй тороп ҡунаҡта артыҡ ултырыу - төрмәлә ултырыу менән бер, - тигән.
Ошолай тигән дә ҡайтып киткән.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: