Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
10 Декабрь 2022, 21:00

Ырыҫлытау ыласыны

Ишандан – ишан, нишандан нишан тыуа… Был мәҡәлдең мәғәнәһен олатаһынан һорашып белгәс, ғәрләнеүҙән Рамаҙан үҙ-үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй үрһәләнде. “Нишана” һүҙе ерәнес, килбәтһеҙ, хәшәрәт тигәнде аңлата икән. Тимәк, ул әҙәм әшәкеһе булып сыға инде. Ә Гөлсәскә беләме икән был һүҙҙең мәғәнәһен? Беренсе кластан уҡ оҡшатып йөрөгән ҡыҙыҡайы, һин – нишана тип, уға ҡарамай, боролоп китһә? Уҡытыусының һөйгән ҡыҙы алдында хурлауы үҫмерҙең намыҫына тейҙе, ул үҙ-үҙен яҡларға булды. Бына яйы ла сыҡты...

Ырыҫлытау ыласыны
Ырыҫлытау ыласыны

Олуғ хикмәт һәм аҡыл эйәһе Лоҡман Хәкимдән:

− Әҙәпкә һин кемдән өйрәндең? − тип һорағандар.

− Әҙәпһеҙҙәрҙән, – тип яуап биргән ул. − Һәр саҡ, бер кешенең яуызлыҡ ҡылғанын күрһәм, ул яуызлыҡты эшләүҙән тыйыла инем.

(“Лоҡман Хәким хикмәттәре” китабынан).

Олатай аманаты

Атаһы ниндәй – улы шундай… Нәҫеленә ҡара ла балаһын күр… Алма ағасынан алыҫ төшмәй… Мәғәнәһе зат-ырыуға ҡағылышлы ошондай мәҡәл-әйтемдәр Рамазандың йөрәгенә уҡ булып ҡаҙала, кәйефен боҙа. Әйтерһең, берәү туҡтауһыҙ мейеһенә: “Атайың эскесе, һин дә эскесе буласаҡһың”, – тип ныҡый. Һиҙгер күңелле үҫмерҙең былай ҙа яралы йөрәге әрнеп һыҡрай башлай.

Ваҡытында атаһы Ишбулды ағай колхоздың маҡтаулы тракторсыһы булды, колхоз тарҡалып, эшһеҙ ҡалғаны бирле эскегә бирелде. Һөйрәлеп эсеп йөрөүсе бер ул түгел инде, барлай китһәң, Көмөшйылға ауылында улар хәҙер быуа быуырлыҡ. Бергә йыйылышып алһалар, һене ҡороғансы эсәләр, ҡатындарынан, бала-сағаларынан аҡса таптырып ҡаҡшаталар. Әсәһе Хәлфиә лә иҫеректе тәрбиәләй-тәрбиәләй йөҙәне. Өйҙә көн дә ыҙғыш, талаш. Бындай саҡтарҙа атаһы өсөн уҡытыусыларҙан, иптәштәренән оялған Рамаҙандың ҡаф тауы артына ҡасып киткеһе килә. Быйыл, туғыҙынсы класты тамамлағас, ситкә китеп уҡырға ла уйлап ҡуя, тағы әсәһен йәлләй. Хәйер, Рамаҙандың уҡыу ҡайғыһы китте ул, бар уйлағаны − атаһын шул араҡы һаҙлығынан нисек йолоп алыу тураһында ғына. Кисә лә атаһының шул әшнәләре ҡаңғыртып, мәктәпкә өйгә бирелгән эштәрен эшләй алмай барҙы. Был Рамаҙанға бәйләнергә ярат­ҡан математика уҡытыусыһыТәслимә Ханнанов­наға етә ҡалды:

– Тағы дәрес әҙерләмәй килдеңме, ата ялҡау? – тип башланы ул һүҙен. − Ә мин һине олимпиадаға әҙерләп маташам бит әле. Башҡа берәү һиндәге һәләт менән гел ”бишле”гә генә уҡыр ине.

Уҡытыусы журналға “икеле” билдәһе ҡуйҙы, әммә бының менән генә ҡәнәғәтләнмәне, ни хәл итәһең, ишандан – ишан, нишандан нишан тыуа, тип ауыҙ эсенән мығырлай-мы­ғыр­лай янына килеп, дәфтәренә ҡыҙыл ҡәләм менән ҙур итеп “икеле”не яҙҙы. Уҡытыусының үҙен бөтә класс, бигерәк тә оҡшатып йөрөгән Гөлсәскә алдында мыҫҡыллап, “ата ялҡау” тип атауына ғәрләнгән Рамаҙан башын аҫҡа эйҙе. Икенсе рәттә ултырған ҡыҙыҡай уға шелтәләп ҡарап алғандай тойолдо.

…Атаһы кисә өйҙә тағы шағараҡ ҡорҙо: ундай шау-шыуҙа дәрес әҙерләү ҡайғыһымы ни? Бөтә өйгә таралған тын алғыһыҙ һаҫыҡ араҡы еҫенән шаңҡып, иҫеректәрҙең әсәһенән араҡы, ашарға таптырыуынан ҡаҡшап, өйҙән саҡ-саҡ тигәндәй ҡасып киттеләр; арманһыҙ булып, олаталарына килеп йоҡланылар. Ҡустылары иртәнсәк мәктәпкә бармай йоҡлап ҡалды, дәрес ҡалдырмаҫҡа тырышҡан Рамаҙан иртүк ҡайта һалып, урындыҡта ятҡан сумкаһын эләктерҙе лә мәктәпкә йүгерҙе. Быларҙың бөтәһен класс алдында һөйләй, өйгә эште эшләй алмау сәбәбен аңлатып тора алмай ҙа инде ул.

Ишандан – ишан, нишандан нишан тыуа… Был әйтемде Тәслимә апай йыш ҡуллана. Күберәген Рамаҙандың атаһы һымаҡ бер ҡайҙа эшләмәй, йүнләп донъя көтмәй йөрөгәндәрҙең балаларына әйтә. Йәнәһе, үҫкәс һин дә атайың һымаҡ булырһың инде, тиеүе.

Ҡайсаҡ Рамаҙан ололарҙы аңлап етмәй: сараһыҙлыҡтан сығыу юлдарын өйрәтәһе, бала күңеленә өмөт орлоҡтары сәсәһе урынға тоталар ҙа уны шаңҡытырлыҡ хөкөм сығара башлай­ҙар: имеш, атаһы ниндәй, улы ла шундай буласаҡ. Ниңә ололар тормошҡа аяҡ баҫырға ла өлгөрмәгән үҫмергә шундай аяуһыҙ хөкөм сығара? Был бит күрәләтә йығылғанды түпәләү, былай ҙа ут эсендә йөрөгән баланы упҡынға этәреү. Юҡ, Рамаҙан эскесе булмаясаҡ. Ул быны ап-асыҡ белә. Үҙенең күҙе алдында араҡының атаһын харап итеүен белеп-күреп йөрөгән көйө, шул һаҙлыҡҡа батырға уның башына тай типкәнме ни? Уның хыялы – үҫеп еткәс, һөйгән ҡыҙы Гөлсәскә менән матур бәхетле ғаилә ҡороу. Маҡсатына ирешеү өсөн холҡонда насар сифаттар булдырмаҫҡа тырыша. Йыш ҡына мәктәп китапханаһына инеп, гәзит, журнал уҡый. Яңыраҡ бер фәһемле мәҡәләгә юлыҡты: “Зиһенгә насар уй-фекерҙе һеңдерергә ярамай, насарлыҡҡа – насарлыҡ, яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ тартыла, – тиелгәйне унда. – Өмөтһөҙлөккә бирелеү – үҙ юлыңа үҙең кәртә ҡуйыу. Һәр кем үҙенә үҙе хужа, һәр кешенең киләсәге үҙ ҡулында”. Рамаҙанға ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға өйрәткән, кәңәш бирерҙәй ошондай мәҡәләләр оҡшай. Үҫмер ҙур ҡыҙыҡһыныу менән шулар­ҙан дөрөҫ йәшәү юлын эҙләй.

Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиһәләр ҙә, аталары дәрәжәле, халыҡ араһында абруйлы һа­нал­ған кешеләрҙең дә балалары ал да гөл түгел. Ана, райондағы түрәнең ҡалала уҡып йөрөгән улын наркоман, имеш, тиҙәр. Бер ҡайҙа эшләмәй, атайҙың ҡалын елкәһенә атланып, хөр йәшәгән башҡа әрәмтамаҡтар тураһында ла ауылда ишетелеп тора. Тәслимә апай, ишандан ишан тыуа, тип әйтһә лә, бына бит ул нисек, бер ишандан – бер нишан, бер нишандан бер ишан тыуыуы ла ихтимал икән – ошондай уй-фекер­ҙәр килә Рамаҙандың башына. Күңеле яҡтылыҡҡа ынтыла уның, кешеләрҙән өмөт уятырҙай аҡыллы һүҙҙәр ишеткеһе килә. Юҡ, юҡ, ул бер ҡасан да ояһында күргәнде ҡабатламаясаҡ. Их, тиҙерәк урта мәктәпте тамамларға ла Ырыҫлытау балапандары һымаҡ, алыҫҡа-алыҫҡа осоп китергә ине. Иҫерек атаһын күрмәҫ ине, исмаһам. Ул сағында үҙе хыял иткәнсә йәшәр. Бәхетле киләсәге өсөн барлыҡ көсөн һалыр.

Йәйгеһен олатаһының Ырыҫлытау итәгендәге сабынлығына бесән сабырға барғанда бейектә, зәп-зәңгәр күк төпкөлөндә, оҙон ҡыйғас ҡанаттарын талғын елпеп, ҡолас ташлап йөҙгән яңғыҙ ыласынға ҡарап ятҡайны Рамаҙан. Ғорур ҡиәфәтенән уның йыһан киңлегендә үҙен батша итеп тойоуы күренеп тора. Үҫмер олатаһынан һорай ҡуйҙы:

– Ниңә ҡарғалар, һайыҫҡандар, башҡа ҡоштар тулып йөрөй, ә ыласындар бармаҡ менән генә һанарлыҡ? Беҙҙең Ырыҫлытауҙа ла улар берәм-һәрәм генә күренеп ҡала. Ниңә?

Йәш сағында ыласын сөйөп һунар иткән, был үткер кәкре суҡышлы ғәйрәтле ҡоштарҙың йәшәйешен, холҡон, балаларын нисек тәрбиәләп үҫтереүен яҡшы өйрәнгән тәжрибәле һунарсы бер килке уйланып торҙо ла ошоларҙы һөйләне:

– Улым, ыласындың балаһы йәшәү өсөн йомортҡа эсендә үк үлемесле көрәшә. Ҡаты тышлы йомортҡаны тик көслөләре, ныҡышмалдары ғына тишеп сыға ала. Ҡошсоҡтарҙың да йәнасыҡҡа йәшәргә тырышҡандары ғына әҙәм булып китә. Ундайҙарын балапан тип йөрөтәләр. Көсһөҙҙәре, кәрһеҙҙәре йә йомортҡа эсендә үк тонсоға, йә аҙаҡ ҡаянан ҡолап төшә, йә аслыҡтан үлә.

– Быларҙы белмәгәйнем.

– Аҡыллыға – ишара, улым, йәшәү өсөн ыласындарҙан фәһем алырға була.

– Ә ҡошсоҡтар осорға нисек өйрәнә?

– Инә ҡош осоп китергә ҡурҡып торған балаһын ҡаянан үҙе этеп төшөрә. Ҡошсоҡ ҡанаттарын елпеп осоп китә алһа, иҫән ҡала, ҡурҡып, аҫҡа тәгәрәһә, ҡаяға бәрелеп һәләк була. Ыласындарҙа тәрбиә бына шулай.

Ыласындың тәбиғәттә ни өсөн һирәк осрауы Рамаҙандың күңеленә мәңгелеккә уйылып ҡалды. Тимәк, һайламдары ғына ҡала. Һәр һүҙен уйлап һөйләргә яратҡан олатаһының тел төбөнән был аманатты уға ентекләп бәйән итеүенең сәбәбен аңланы ул: ауырлыҡтарҙы ихтыяр көсө менән йырып сыға алһаң, ҡыйынлыҡтарға бирешмәһәң, сыҙам булһаң, тормошта маҡсатына ирешә алаһың, тип әйтергә теләне уға ил ҡарты. Тик быны туранан-тура әйтмәне, ғәҙәтенсә, уйланырлыҡ итеп, ишара менән еткерҙе.

Мин үҙемсә йәшәйәсәкмен

Ишандан – ишан, нишандан нишан тыуа…

Был мәҡәлдең мәғәнәһен олатаһынан һорашып белгәс, ғәрләнеүҙән Рамаҙан үҙ-үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй үрһәләнде. “Нишана” һүҙе ерәнес, килбәтһеҙ, хәшәрәт тигәнде аңлата икән. Тимәк, ул әҙәм әшәкеһе булып сыға инде. Ә Гөлсәскә беләме икән был һүҙҙең мәғәнәһен? Беренсе кластан уҡ оҡшатып йөрөгән ҡыҙыҡайы, һин – нишана тип, уға ҡарамай, боролоп китһә? Уҡытыусының һөйгән ҡыҙы алдында хурлауы үҫмерҙең намыҫына тейҙе, ул үҙ-үҙен яҡларға булды. Бына яйы ла сыҡты. Бер көндө дәрестән һуң Тәслимә Ханнановна район олимпиадаһында ҡатнашыусыларға ҡалырға ҡушты. Математика кабинетына йыйылған уҡыу­сыларҙың һәр береһенә индивидуаль эш планы бирҙе. Уҡытыусыға үпкәһен белдерергә йыйын­ған Рамаҙан, әйтер һүҙҙәремде уңайһыҙланып әйтә алмаһам тип, яҙып та алып килгәйне. Ул, тулҡынланып, иптәштәре таралышҡанды көттө. Ысынлап та, күҙгә-күҙ ҡарап уҡытыусыға тәнҡит һүҙҙәрен әйтеү оялта икән. Ул дәфтәр битенә яҙып алып килгән хатын уҡытыусыһының алдына илтеп һалды ла уҡтай атылып бүлмәнән сығып та йүгерҙе. Унда ошондай һүҙҙәр яҙылғайны: “Һеҙ, ишандан – ишан, нишандан нишан тыуа, тиһегеҙ. Ә минең олатайым, бер ишандан – бер нишан, бер нишандан бер ишан тыуған, тип тә әйтә. Һәр кемдең киләсәге үҙ ҡулында, ти. Атаһы ниндәй, улы ла шундай булырға тимәгән. Мин үҙемсә йәшәйәсәкмен”.

Хатты уҡып сыҡҡас, Тәслимә Ханнановна хайран ҡалды. Һүҙ юҡ, Рамаҙан хаҡлы, тип уйланы ул үҙенең хатаһын танып, үҫмерҙең намыҫына тейерҙәй һүҙ әйтелгән шул. Тәбиғәттән математикаға һәләтле был баланы Тәслимә һис рәнйе­тергә теләмәгәйне, маҡсаты талапсанлыҡ аша уны тырыштырыу, уҡыуға сәм уятыу ине. Тәжрибәле педагог белә: тормошта ҙур бейеклектәргә өлгәшеү өсөн һәләтле булыу ғына аҙ, иң беренсе, тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, һәр эште урыны-еренә еткереп үтәй белеү кәрәк. Инде бер ай район олимпиадаһына әҙерлек алып бара, өҫтәмә эштәр биреп ҡайтара, ә ул хатта өйгә бирелгән эшен дә йүнләп эшләмәй килә. Уҡытыусының да йәне бар, ул да көйөп китә. Уҡытыусының Рамаҙанға бәйләнеүе, һәр саҡ уны күҙ уңында тотоуы, ҡайсаҡ әрләп алыуы уға ҙур өмөттәр бағлауҙан килеүен балалығы менән аңлап еткермәйҙер инде уҡыусыһы. Һиҙеп тора, уға тырышып уҡырға атаһының эсеп йөрөүе ҡамасаулай. Нишандан нишан тыуа, тигәне лә шул, атайың һымаҡ булып ҡуйма, тырышып уҡы, тип иҫкәртеүе ине. Уҡытыусы ошо көндәрҙә Ишбулдыларҙың өйөнә барып, хаяһын юғалтҡан тәртипһеҙ атай менән туранан-тура һөйләшеп ҡарарға булды.

Рамаҙан мәктәптән тулҡынланып ҡайтып инде. Атаһы тағы эскән, әсәһе түрбашта илап тора. Үҫмерҙең бар булмышын ауыр, күңелһеҙ хис биләп алды. “Өйгә ҡайтһам, өйҙә, мәктәпкә барһам, мәктәптә йәнгә тыныслыҡ юҡ”, – тип уйланы. Ул илап торған әсәһенең янына килеп:

– Тағы ни булды? − тип һораны.

– Атайың таш келәткә һуйып элгән ҡаҙҙарҙы алып сығып, араҡыға алмаштырған.

Атаһына асыуы ныҡ килһә лә, уның хәтерен һаҡлап, Рамаҙан ҡапылда бер ни ҙә өндәшмәне. Хәленән килгәнсә әсәһен йыуатырға тырышып, яурынынан ҡосаҡланы. Ҡайһы саҡта Рамаҙан атаһы менән ирҙәрсә һөйләшеп алырға итә, берәй юлын табып, нисек тә шул эсеүенән дүндергеһе килә. Ләкин атаһы ыҡҡа килерҙәй түгел. Әйтә башлаһаң, улым туғыҙынсыла уҡый, егет ҡорона инеп бара, тип тормай, ҡулына нимә эләгә, шуның менән тондора.

Көн дә атаһын нисек эсеүҙән туҡтатыу хаҡында уйлап йөрөй торғас, бөгөн башына йәпле генә бер фекер килде: мәктәптең видеокамераһын алып ҡайтып, тегенең иҫерек сағын киноға төшөрөп алырға ла аҙаҡ үҙенә күрһәтеп оялтыр­ға. Шәп бит, ә! Көттөрмәй яйы ла сыҡты: бер көндө видеокамераны алып ҡайтып, бер нисә ытырғаныс хәлде яҙҙырып та ҡуйҙы. Ишек алдында иҫереп ятҡанында битен эттәре Муйнаҡтың ялап тороуы ла йәтеш килеп сыҡты. Төрлө саҡтарын төшөрә торғас, бер кино­фильм­лыҡ әйбер тупланды. Тик атаһының айныҡ сағы һирәк булғанлыҡтан, үҙенә күрһәтергә һаман яйы сыҡманы.

Фермер Иҙел ағай

Дәрестәр бөтөп, ҡайтырға сыҡҡайнылар, уны класташы Гөлсәскә ҡыуып етте.

– Бөгөн кискеһен клубта фермер Иҙел Шәмсетдинов менән осрашыу була. Зифа Барый ҡыҙы һиңә бер ыңғай мәктәптән видеокамераны алып ҡайтырға, кисәне төшөрөп алырға ҡушты.

Тәрбиә эше буйынса мөдир уны ошондай сараларға йәлеп итергә тырышып ҡына тора. Быйыл хатта мәктәптең бөтә техник әсбаптары өсөн уны яуаплы итеп ҡуйҙы. Видеокамераны ла уға ғына ышанып тоттора.

– Мин кисәлә алып барыусы булам, – тине ҡыҙыҡай. – Килерһең, йәме. Шунан өйҙәренә йүгереп инеп тә китте.

Һөйкөмлө ҡыҙҙың әйткәндәре Рамаҙандың күңелен үҫтереп ебәрҙе. Ә фермер Иҙел ағайҙы ул белә, былтыр йәй һарыҡтарын көткәйне. “Их, үҫкәс ошо ағай һымағыраҡ йәшәргә ине”, − тип хыялланып та йөрөгәйне.

Видеокамера ҡулына килеп эләккәс, егеттең кәйефе күтәрелде.

– Я всегда с собой беру

Видеокамеру! −

тип көйләп алды. Оҡшай уға был шөғөл. Берәй уңайын тап килтереп, Гөлсәскәне лә видеоклип­ҡа төшөрөргә хыяллана.

Асығып ҡайтҡан Рамаҙан тамаҡ ялғарға ғына ултырғайны, ишек асылып китте лә алпан-толпан баҫып атаһы, уның артынан тағы теге әшнәһе килеп инде. Ата кеше өҫтәлгә бер “ярты” ҡуйҙы ла ашап ултырған улына һыҙғыр­ҙы: “Выжжжт атсюдава, пацан”. Унан ҡатынына екерҙе:

– Хәлфиә, ҡапҡыларға берәй нәмә ҡуй өҫтәлгә!

Иренең холоҡһоҙлоғонан ҡурҡып бөткән ҡатыны уны тыңларға ла, тыңламаҫҡа ла белмәй өйрөлөп-сөйрөлдө. Барлы-юҡлы ризығын балаларына ашатһынмы, быларҙың алдына ҡуйһынмы? Ә ире − Ишбулды быны уйламай, уға ике донъя – бер мөрйә.

Тегеләр иркенләп ултырып бер “ярты”ны бушатты. Үҫмер иһә видеокамера ҡулында саҡта, яйын табып, быларҙың ҡыланышын төшөрөргә тотондо. Рамаҙан, атайым бер саҡ айныр, үҙенең иҫерек сағын, йәмһеҙ ҡыланышын күреп оялыр ҙа эсеүен ташлар, тип өмөт итә.

Ә бер аҙҙан йүнләп төшкөлөктө лә ашамаған үҫмер, камераһын ҡуйынына ҡыҫтырып, клуб яғына атланы.

Рамаҙан килеп еткәндә клуб эсе ауылдаштар, уҡыусылар менән шығырым тулы ине. Тиҙ генә видеотаҫманы яңыға алмаштыра һалып, үҙенә эш өсөн йәтеш урын һайланы. Бына сәхнәгә Гөлсәскә сығып баҫты ла кисәне башлап ебәрҙе.

– Бөгөн беҙҙең Көмөшйылға ауылы клубында – фәһемле осрашыу. Алдынғы фермер Иҙел ағай Шәмсетдинов ошо көндәрҙә хөкүмәттең юғары наградаһына – Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды. Был бүләк уға фермерлыҡ эшен һәйбәт алып барғаны, өлгөлө ғаилә башлығы булғаны өсөн бирелде. Шәмсетдиновтар ғаиләһе үҙҙәренең ике балаһы өҫтөнә йәнә өс етемде тәрбиәгә алып, матур итеп үҫтерә.

Рамаҙан Гөлсәскәне мөмкин тиклем оҙағыраҡ, асығыраҡ итеп төшөрөргә тырышты. Бер аҙҙан экранды ҡарағайны, ҡыҙыҡай матур төшкән.

Ошо рәүешле таныштырғас, Гөлсәскә һүҙҙе ҡунаҡҡа бирҙе. Өҫтөнә ялтлап торған өр-яңы ҡупшы костюм кейгән, ҡуйы ҡара сәсен ҡырын һалып тараған оҙонсараҡ йөҙлө, уйсан ҡарашлы ир сәхнәгә күтәрелде. Бында ултырыусыларҙың ни уйлағанын белергә теләгәндәй, күҙҙәрен ҡыҫыбыраҡ бер аҙ залды байҡап торҙо.

– Залдағы уҡыусыларға ҡарап, үҙемдең алыҫта ҡалған бала сағымды иҫкә төшөрҙөм, – тип башланы һүҙен ҡунаҡ. – Мин дә һигеҙ йыл үҙебеҙҙең мәктәптә уҡыным. Хәҙер улым ошонда белем ала. Ә бит бала саҡта төрлөһө лә була. Хәтирәләрҙең яҡшыһы ла, яманы ла беҙҙе ғүмер буйы оҙата бара. Әлбиттә, ул мәлдәге ҡайһы бер күңелһеҙлектәр хәҙер яман төш кеүек тойолоп китә. – Ул артҡы рәттәрҙә ултыр­ған, шаярырға яратҡан шуҡ малайҙар яғына ҡарап алды. – Гел “бишле”гә уҡыным, тип маҡтана, бала сағым ал да гөл үтте, тип әйтә алмайым. Шөкөр, ул ауырлыҡтар артта ҡалды. Әҙәпһеҙлек әҙәпкә өйрәтте, тигән бит бер аҡыл эйәһе. Минең менән дә шулайыраҡ булды.

Иҙел ағай кемделер эҙләгәндәй ҡарашы менән уҡытыусылар ултырған рәтте байҡаны ла, һағышлы ҡарашын ситкә алып, һүҙен дауам итте:

– Йәл, бөгөн беҙҙең арала Зинира апай юҡ. Йәндәре йәннәт түрендә булһын. Уның дәрестәрен ярата инем. Мәктәбебеҙҙең данлыҡлы алма баҡсаһына заманында беҙ нигеҙ һалдыҡ. Уҡытыусыбыҙ Зинира апай ерҙе яратырға өйрәтте. Уның тупраҡ тураһында мауыҡтырғыс итеп, ерҙең мөғжизәһенә тиңләп һөйләүе бөгөн дә иҫтә. “Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, ҡап-ҡара тупраҡта ниҙәр генә үҫмәй. Баллыһы ла, әсеһе лә, сөсөһө лә – ерҙән, шул ҡара тупраҡтан. Ә сәскәләрҙең төҫтәренә ҡарағыҙ, ниндәйе генә юҡ. Мең төрлө. Ғөмүмән, барлыҡ ниғмәт, барлыҡ гүзәллек, ризығыбыҙ ерҙән, ҡара тупраҡтан”, – тип әйтер ине мәрхүмә. Ошоларҙы тыңлап, мин бала саҡтан ерҙән айырылмаҫҡа, хәләл көс менән матур итеп йәшәргә ҡарар иттем.

Иҙел ағайҙың күҙҙәрендә тәрән моңһоулыҡ күреп, Рамаҙан камераһын ситкә алырға ашыҡты. Иҙел ағай ҙа бала саҡта Рамаҙан һымағыраҡ үҫкән. Был хаҡта өләсәһенән ишеткәне бар.

– Атаһы Ғимай заманында айнығыу белмәй торған иҫерек булды. Үҙе харап холоҡһоҙ ине, ғаиләһенә көн күрһәтмәне. Хатта иҫереп ҡайтып, Иҙеленең аяғын һындыра типкән. Ярай, уңалды баланың аяғы. Йәнәһе, әсәһен яҡлаш­ҡанға йәне көйгән. – Өләсәһе, дини кеше булараҡ, ғәҙәттә, кәрәген генә, һаҡ ҡына һөйләй, ғәйбәттән бик ҡурҡа. Йәнә былай тигәне иҫендә:

– Ғәйбәт түгел – ғибрәт. Сираттағы күңел асыу­ҙан өшөп ҡайтҡан Ғимай, йылынырға тип, ахыры, томаланмаған мунсаға инеп китә. Ҡатыны Хәлимә бер аҙҙан мунсаһын ҡарайым тип барһа, теге еҫкә тонсоғоп үлеп ята икән. Меҫкен Хәлимә өс бала менән тол ҡалды. Бирешмәне, балаларын бынамын итеп үҫтереп кеше итте. Иҙел ағайыңдың бала сағы анһат булманы, ауырлыҡтарҙы еңеп сығып әҙәм булды.

Шуғалыр инде өләсәһе лә, олатаһы ла ике һүҙенең берендә уны үрнәк итеп ҡуя:

– Ана, бер нишандан бер ишан тыуған. Хоҙайҙың рәхмәте яуғыры, нисек булдыҡлы, ярҙамсыл, иманлы бала булып үҫте. Араҡыны өйөнә яҡын юллатмай. Әсәһен ҡәҙер итә. Үҙеңдән юғарыға ҡарап фекер ит, тиҙәр. Һин дә ошо ағайыңдан фәһем ал, йәме, улым.

Олатаһы Иҙел ағайҙы:

– Ырыҫлытау ыласыны ул! – тип атай. – Бирешмәне, ныҡ булды, көслө рухлы ир-егет. Бына шундайҙар йәшәй, көн күрә.

Әлбиттә, ҡунаҡ үткәндәрҙең һәммәһен тәфсирләп һөйләп торманы. Яманлыҡты сурытыу­ҙан ни файҙа. Шуға тиҙ арала үҙен ҡулға алып, йөҙө яҡтырып, сығышын дауам итте:

– Хыялым агроном булыу ине. Һигеҙенсенән һуң башта техникумда белем алдым. Аҙаҡ күптән хыялланған юғары уҡыу йортона юл тоттом. Әсәйем ҡарамағында минән башҡа ике бала, шуға эшләп уҡырға тура килде. Университетты уңышлы тамамлағас, ауылға ҡайтып, үҙ өлөшөмә тейгән пай ерен алдым. Йәшләй яратып йөрөгән ҡыҙға өйләнеп, матур ғаилә ҡороп ебәр­ҙек. Шунан бирле эштән баш ҡалҡытҡан юҡ. Хәҙер балалар ҙа ярҙамлаша. Бөтә ғаиләбеҙ менән күмәкләп мал, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ, умарта тотабыҙ, емеш-еләк, йәшелсә үҫтерәбеҙ.

Ер ҡәҙерен беләбеҙ. Халыҡ: “Ырыҫ тырыш ҡулында”, – ти бит. Фермерҙың һәр әйткән һүҙе Рамаҙандың күңеленә хуш килде. “Их, үҫкәс ошо Иҙел ағай һымаҡ булһаң ине ул”, – тип уйланы, ябайлығы менән бөтә халыҡтың иғтибарын яулаған ҡунаҡтың һәр әйткән һүҙен йотлоғоп тыңланы.

Иҙел ағай сығышын дауам итте. Аҡыллыға – ишара, тигәндәй, төпкә төшөп тормай ғына тормошоноң үтә лә ҡатмарлы булыуын да аңғартты:

– Башта ҡайһы берәүҙәр эшемә аяҡ салырға маташты. Йәнәһе, алма ағасынан алыҫ төшмәй, атаһы эсеп үлде, улы ла алыҫ китмәҫ.

Юҡ, насарҙы күреп, ғибрәт алып үҫһәң, быға юл ҡуймайһың ул. Теләк, маҡсатың булһа, һәр ауыр хәлдән сығыу юлын табырға мөмкин. Тик үҙ көсөңә ышаныу кәрәк.

Рамаҙан фермер ағайға һоҡланып ҡараны. Ниндәй көслө ихтыярлы кеше!

Залдан ҡунаҡтың эше тураһында тулыраҡ һөйләүен үтенделәр. Ул ялындырып торманы, яңы эш башлаусыларға файҙалы булырҙай күп кенә кәрәкле мәғлүмәт бирҙе.

– Фермерлыҡ, йәғни мал-тыуар тотоу – ауылда үҫкән һәр кемгә таныш эш, ата-бабалар­ҙан ҡалған һөнәр. Уның үҙенсәлеге шунда: ал-ял белмәүҙе, егәрлекте талап итә. Уңған булһаң, хан кеүек йәшәргә мөмкин. Йәш дуҫтарыма өҫтәп былай тим: әлбиттә, төплө белем алыу ҙа кәрәк. Фермер агроном да, ветеринар ҙа, механик та булырға тейеш.

Ә сығышының аҙағында ул теләге бар уҡыу­сыларҙы үҙенә эшкә саҡырҙы. Аҙаҡ, тырышлыҡтарына ҡарап, уҡырға инергә ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.

“Был кеше менән уртаҡ тел табып булыр. Саҡырғас, барырға кәрәк. Исмаһам, китап-дәфтәрлек аҡса булыр”, – тип уйланы Рамаҙан. Уҡырға ингәндә ярҙам итеп ебәрһә, ен һымаҡ эшләргә әҙер. Ошо уйҙан үҫмер дәртләнеп китте, күҙендә осҡондар ҡабынды.

Кисәнең аҙағы бигерәк күңелле төҫ алды.

– Беҙ өс малай үҫтек, – тине Иҙел ағай. – Әсәйебеҙ беҙҙе нисек тә уҡытырға тырышты. Үҙебеҙ ҙә сәмле булдыҡ. Иң кесебеҙ – Ирәндек, сәнғәт академияһын тамамлап, композитор булып китте. Ул – ғаиләбеҙҙең ғорурлығы.

Шунан сәхнәгә тотош Шәмсетдиновтар ғаиләһе – Хәлимә апайҙың бөтә улдары, килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре сығып баҫты. Уларҙың концерты әсәйгә арналған йырҙан башланды. Баҡһаң, уны бөтә ғаилә менән ижад иткәндәр. Һағышлы ла, наҙлы ла моң йөрәктәргә үтеп инде. Күптәрҙең күҙҙәрендә йәш бөрсөктәре күренде хатта. Ә мөләйем йөҙлө, аҡ ҡына яулыҡ ябынған, матур бәрхәт күлдәк кейгән инәй – әсәләре сәхнәгә күтәрелгәс, дәррәү ҡул сабыу­ҙар залды тетрәтте.

– Алтмыш йәшеңә бүләккә һиңә алтмыш рауза сәскәһе, әсәй! ҡылған изгелек, яҡшылыҡтарың йөҙләтә кире ҡайтһын! Бынан ары беҙҙең һөйөүгә сорналып, бәхеттә йөҙөп йәшә. Һәр көнөң шатлыҡта, иҫәнлек-һаулыҡта үтһен, – тине өлкән улы Иҙел ағай, бөтә балалары исеменән ҡотлап.

Бер аҙҙан йыйылған бар халыҡ Ирәндек ағай яҙған “Көмөшйылға вальсы”на ҡушылып йырлай- йырлай бейергә төшөп китте. Дәррәү күңел асыу апаруҡ дауам итте. Фәһемле осрашыуҙан барыһы ла ифрат ҡәнәғәт таралды.

Гөлсәскә

Дәрестән сыҡҡас, Рамаҙан ҡараштары менән Гөлсәскәне эҙләне.

Икеһе лә бер яҡҡа ҡайта. Ул арала ҡыҙыҡай күрә һалып, үҙе уға ҡул болғаны. Бергә атланылар. Гөлсәскә клубтағы кисә хаҡында һүҙ башланы:

– Ер мөғжизәһе – тупраҡ, тип Иҙел ағай шәп әйтте, эйеме?

– Минең дә ул турала күп уйланғаным бар. Ерҙе лә, күкте лә ете ҡат тиҙәр.

– Беләһеңме, Рамаҙан, һин дә Иҙел ағай һымаҡ фермер бул! ҡулыңдан киләсәк был эш!

– Әлләсе.

Бая үҙе лә шул турала уйлап ултырғайны, тик бына атаһы йәшәргә, уҡырға форсат бирмәҫ төҫлө. Әсәһе лә йәл. Атаһын иҫенә төшөргәс, уның тағы эсе бошто. И-их, тыныс күңел менән өйгә ҡайтып инер көн булырмы икән?

Өйҙәре тапҡырына еткәс, Гөлсәскә инеп китергә ашыҡманы.

– Их, беҙҙең ауыл бигерәк матур, иветә. –Хистәргә бирелгән ҡыҙ ҡай арала отоп алған, “Көмөшйылға вальсын” көйләргә тотондо.

Яҙҙар еткәс, тыуған ауылымдың

Туғайҙары гөлгә күмелә.

Аҡ ҡайындар толомдарын һүткән

Аҡ күлдәкле ҡыҙға әү(е)релә.

Көмөшйылғам, берҙән-бергенәм,

Көмөшйылғам, йырлы ергенәм...

Ҡыҙыҡайҙың бөгөн Рамаҙан менән оҙаҡ итеп һөйләшкеһе килә ине. Ул һүҙҙе уратыбыраҡ башланы.

– Беләһеңме, әүәле кешеләр, йәй етһә, күмәкләп сығып, Көмөшйылғаның тирә-яғын таҙарта торған булған.

– Олатайымдың да һөйләгәне бар. Бөтә ауыл менән сығып, таштарға ултырған мүк, ләмде селек һепертке менән һепереп, йыуып сыҡҡандар.

– Эйе, һыу төбөндәге таштар ап-аҡ булып, ялтырап ятҡан. Ә хәҙер Көмөшйылғаны берәү хәстәрләмәй.

– Әйҙә, йәй етеп, һыу йылынғас, синыф менән сығып, йылғаны таҙартайыҡ.

Гөлсәскә уға йылмайып ҡараны:

– Бик һәйбәт буласаҡ. Эх, беҙҙең Көмөшйылға! Үҫеп еткәс, беҙ ҙә Иҙел ағай кеүек, ауылыбыҙҙан бер ҡайҙа китмәйек. “Көмөшйылға вальсы” мине тыуған яғыма өр-яңынан ғашиҡ итте. Ә һин?

– Хәҙергә бер ни ҙә әйтә алмайым, киләсәк күрһәтер, − тине егет.

– Ә һин хыял йондоҙоңдо ҡабыҙ. Ана, Иҙел ағайҙан өлгө алайыҡ. Атаһы ла, әсәһе лә әллә кем түгел, ә ул беҙҙең Ырыҫлытауҙағы аҡ яурынлы ыласындай ҡыйыу, ауырлыҡтан ҡурҡып тормай, тота ла эшләй. Салауат Юлаев орденын уға юҡҡа ғына бирмәгәндәрҙер.

Икеһе лә уйланып, бер аҙ һүҙһеҙ генә атланылар. Бер аҙ барғас, Гөлсәскә:

– Рамаҙан, һиңә әйтер серем бар, – тине. – Мин мәктәптән китергә йөрөйөм. Өфөлә йәшәгән бер туғаныбыҙ мине рәссамдар әҙерләй торған гимназия-интернатҡа урынлаштыра. Беләһең бит, һүрәт төшөрөргә яратам.

Ҡыҙ шунда бер уңайҙан ете ҡат йоҙаҡ аҫтына йәшергән йөрәк серен дә ситләтеп кенә һиҙҙереп ҡуйҙы:

– Хат яҙырһыңмы?

Йөрәгендә бөрөләнгән тәүге һөйөү хисен ҡыҙға нисек әйтергә белмәй йөрөгән егет өсөн был аяҙ көндө йәшен атҡандай булды.

– Ауылдан китмәйем, тигәйнең дәһә.

– Үҙемдең китке килмәй ҙә ул. Тик рәссам булырға тигән теләгем көслө. Уҡып бөтөп, һөнәр алғас, барыбер ауылыма ҡайтасаҡмын. Көмөшйылғабыҙҙың матурлығын Ирәндек ағай йыр аша данланы, мин иһә уны картиналар аша күрһәтәсәкмен.

– Минең дә Өфөләге Рәми Ғарипов мәктәбенә барып уҡырға уй бар. Әллә унынсыға шунда барырға инде.

– Икебеҙ ҙә бер ҡалала уҡыһаҡ, яҡшы булыр ине.

Егет ҡыҙыҡайҙың да күңеле унда икәнде асыҡ һиҙҙе.

Ҡапылда һөйөүен тел менән әйтеп бирергә ҡыйманы, олатаһына оҡшатыбыраҡ, аҡыллыға – ишара, тигәндәй, ситләтеберәк әйтеп ҡуйҙы:

– Уҡып белем алам да ауылға ҡайтам, Иҙел ағайҙыҡы һымаҡ ҙур итеп өй һалып ебәрәм.

Гөлсәскә йылмайып ебәрҙе:

– Ә мин унда аллы-гөллө сәскәләр үҫтерермен, йәме.

Бер-береһенең тел төбөн аңлаған егет менән ҡыҙ йылмайып ҡуйҙы, һөйләшеүҙең вәғәҙәгә оҡшаш тиң булыуын икеһе лә аңланы.

Ҡыҙҙан һис айырылғыһы килмәһә лә, Рамаҙан тағы өйҙәгеләрҙе хәтерләне. Ниңәлер, йөрәге урынында түгел.

− Ярай, ҡайтырға ваҡыттыр, – тине үҫмер, Гөлсәскәнең тәүләп ҡулдарына ҡағылды. Һөйләшер һүҙҙәр күп тә ул, өйҙә көтәләрҙер.

Илама, әсәй!

Рамаҙандың һиҙенеүе тиккә булмаған икән. Атаһы ҡотороп, өйҙөң аҫтын өҫкә әйләндергән.

− Һине дүрт күҙ менән көтәм, улым. Атайың һаташа, яңылыша башланы. Стенаға үрмәләй, әллә кемдән ҡурҡа, эргәһенән ҡыуа, кем менәндер талаша. Тыйып алып булмай, − әсәһе йәшле күҙҙәрен һөрттө.

Кисә генә Рамаҙан интернеттан алкоголиктар­ҙың психик ауырыуы − аҡ биҙгәк тураһында уҡып ултырғайны. Эштең нимәлә икәнен шунда уҡ аңлап алды.

− Табип саҡыртайыҡ, – тине. – “Ашығыс ярҙам”ды, тим. Район үҙәгендәге стационарға тиҙерәк алып барып еткерергә кәрәк.

Бәхеткә күрә, табиптар көттөрмәй килеп етте. Ике санитар Рамаҙандың хәлһеҙләнгән атаһын носилкаға тейәп алып сығып та китте.

Әсәһенең күңелен уйлап, үҫмер үҙенең тынғыһыҙ уй-хистәрен һиҙҙермәҫкә, ныҡ булыр­ға тырышты. Ысыны иһә, эскесе атаһының ауырыуға һабышыуы уның йөрәгенә уҡ булып ҡаҙалғайны. Ҡаты ҡайғыға тарыған, шулай уҡ, атаһына ныҡ хәтере ҡалған үҫмерҙең бар булмышын күңел төшөнкөлөгө биләп алды. Тормоштан ваз кисер сиккә етеп, эсе бошто. Был хурлыҡлы хәлде класташтарым, уҡытыусылар белеп ҡалһа, оятымдан ни эшләрмен, тип йәберләнеп уйланды. Мәсхәрә бит, мәсхәрә! “Эшем эйәһе, − тип әрләне ул үҙен. − Тәслимә Ханнан ҡыҙы әйткәнде ауырға алып, үпкәләп, записка яҙып йөрөгән булам бит әле, эшҡыуарлыҡ тураһында хыялланам, кластағы иң сибәр ҡыҙға күҙем төштө, атайымдың кем икәнен онотоп, матур киләсәк тураһында хыялланырға баҙнат итәм”. Йырып сыҡҡыһыҙ хәсрәттән үҫмер башын услап тотоп, урындыҡҡа килеп ултырҙы. Их, атай, үҙеңде лә, беҙҙе лә харап иттең, тип әрнеп уйланы ул, яңыраҡ атаһы иҫереп ятҡан урындыҡ яғына ҡарап. Ниңә был эскеселәр донъяның бар йәмен, балаларын, ғаилә именлеген, һаулығын араҡыға алмаштырырға әҙер тора икән? Был тиклем йәберләнгәндән һуң артабан нисек йәшәргә һуң беҙгә?

Ауыр уйҙарға сумып, башын да ҡалҡыта алмай ултырғанда үҫмер бер ситтә һығылып илап торған әсәһен, өҫтәл янында күңелһеҙ генә ниҙер ашап ултырған ике кесе туғанын шәйләп ҡалды. Ҡәҙерле кешеләрен аяныс хәлдә күреп, йөрәге жыу итеп ҡалды, күңелен йәлләү хисе солғап алды. Юҡ, хәҙер уға бирешергә, бәлйерәп төшөргә ярамай. Киреһенсә, әсәһенә, кесе туғандарына терәк булырға тейеш ул. Юғиһә, буш хыялдан алтын һарай ҡороп, ни файҙа.

− Әсәй, илама, дауахананан атайым, Алла бирһә, һауығып ҡайтыр. Эсеүен ташлаһа, барыбыҙға ла һәйбәт булыр. Күмәкләп эшкә тотонорбоҙ. Мал аҫрарбыҙ. Ана, Иҙел ағай, мал тотоу – иң килемле кәсеп, тине.

− Эй, улым, барыһы ла һин теләгәнсә барһа ине лә бит, − тине әсә, ауыр көрһөнөп. – Тик бер эскән кеше һаман шуны ҡыуа торған.

Ятҡас та Рамаҙандың күҙҙәренә йоҡо инмәне. Атаһы йәл ине. Эсмәгән сағында һәйбәт бит ул. Әле лә иҫендә: “Улым, механизатор бул, ир-егет өсөн иң шәп һөнәр шул”, − ти торғайны. Быны ишетеү, эй, күңелле ине, ҡанаттар үҫкәндәй, дәртләнеп йөрөгәйне.

Теге көн Иҙел ағайҙың; “Бөтәһе лә үҙеңдән тора,” − тигәне лә күңелен болоҡһотоп ебәргәйне. Өҫтәүенә, Гөлсәскә менән ихлас һөйләшеү... Оҡшай егеткә был ҡыҙ, бөгөн бигерәк яҡын күренде. Тик атаһының наркология бүлегенә эләгеүен ишетһә, аҡыл менән уйлап эш итеүсән ҡыҙыҡай артабан дуҫлашырға теләрме, нишандан нишан тыуа, тип, янынан ҡасмаҫмы?

Күңелен солғап алған төрлө уй-хистәрҙең осо-ҡырыйы юҡ ине. Эйе, бәләкәйҙән ауыл хужалығы машиналары буйынса инженер булыр­ға хыяллана Рамаҙан. Ә ниңә, ныҡлап тотонһа, булдырыр. Уҡырға таһылы бар, зиһене етерлек. Математика менән нығыраҡ дуҫлашырға тура килер. Белем бит үҙенә кәрәк. Йыш ҡына алгебранан, геометриянан хатта отличниктар сисә алмаған ауыр ғына мәсьәләләрҙе лә эшләп ҡуя. Мәктәптә юғары кластар араһында үткән олимпиадала беренсе урынды алғас, Гөлсәскә, шаяртып, уны “Пифагор” тип йөрөтә башланы. Их, Гөлсәскә! Киләсәктә ауылдаштарын һоҡландырып, әсәһен ҡыуандырып, ауылын йәмләп, фермер Иҙел ағай кеүек итеп йәшәргә ине. Хыял, хыял... Тормошҡа ашырмы икән уның ошо хыялдары? ...

Улы шикелле, Хәлфиә апай ҙа йоҡлап китә алмай оҙаҡ уйланып ятты.

Эсмәһә, иренең бына тигән һөнәре бар. Ауылдың беренсе механизаторы булды. Анһат йәшәргә яратҡан кешеләр боҙҙо уның Ишбулдыһын. Ерен һөрөп бирһә – бер “ярты”, бесәнен сапһа – тағы шул. Ҡырҙан утын, бесән алып ҡайтһа ла, эске мәжлесе көтөп тора. Техниканы яҡшы белгән йорт хужаһы менән бер нужаһыҙ гөрләтеп донъя көтөп булыр ине. Шул “ярты”лар боҙҙо, эскелек һаҙлығына батырҙы Ишбулдыны. Балалар үҫеп килә, оят бит, ташла эсеүеңде, тип илап-илап та әйтеп ҡараны. Юҡ, тыңламаны. Шайтан хөсөтөнән яралған “йәшел йылан” барыһынан көслөрәк булып сыҡты. Хәлфиә − һөнәре буйынса китапхана хеҙмәткәре. Ишбулдыһы эсеп килеп, бәйләнә, ғауға сығара башлағас, мөдирҙәре эштән ебәрергә мәжбүр булды. Ярай әле, балалары ипле, тыңлаусан. Рамаҙанына ҡыуанып бөтә алмай, туғыҙынсыла ғына уҡыһа ла, өлкәндәрсә фекер йөрөтә.

Араҡы − әҙәмдең ҡара дошманы. Ул бына тигән кешеләрҙе лә ҡырағай хайуанға әйләндерә. Ғаиләләрҙең бәхетен урлай. Хәлфиә үҙе ул шайтан эсемлеген мәңге ауыҙына алғаны юҡ. Бар ҡурҡҡаны – уландары атаһы юлынан китеп ҡуймаһын. Хәйер, өлкәне бөгөн нисек бөтөрөндө, ныҡ борсолоуы йөҙөнә сыҡты, ҡара көйҙө. Иншалла, иманы бар улының. Хәлфиә, көндәгесә, улдарына Аллаһтан әҙәп, тәүфиҡ, камил әхлаҡ һораны. Хәләл ефетенең тиҙерәк төҙәлеп сығыуын теләп, көндөҙгө тетрәнеүҙәрҙән арып йонсоған ҡатын күҙҙәрен йомдо.

Ырыҫ − тырыш ҡулында

Хәлфиә дауаханала ятҡан иренең хәлен белешеп, йыш ҡына янына барып торҙо, табиптар ҡушҡан дарыуҙарҙы алып барҙы. Бәхеткә күрә, ауырыу әкренләп әҙәм рәтенә инеп, ипкә килә башланы. Әммә дауалаусы табип Ишбулды ағайҙы дауахананан сығарыр­ға ашыҡманы, кәмендә тағы бер ай ята, тине.

Электән дә осон-осҡа ялғап, саҡ-саҡ йәшәгән ярлы ғаилә тамам бөлгөнлөккә төштө. Әсәһе дауаханаға буш ҡул бармаҫ өсөн бер нисә баш ваҡ малын һатып ебәрҙе. Ғаиләне мохтажлыҡ баҫты. Рамаҙан уйлай торғас, эшкә төшөргә булды. Ул Иҙел ағайҙарға килде. Фермер ихатала ине.

− Үт, үт, егет кеше. Аҙбар яғына сығырға тора инем. – Фермер уны яғымлы ҡаршыланы. Атаһының хәлен һорашып алды. Был үҫмер үҙенең бала сағын хәтерләткәнгәме, яҡын күрә уны. Әле лә уның һыҙланғандағы кеүек әрнеүле ҡарашын күреп, барыһын бер һүҙһеҙ аңланы. Ниәтен белгәс:

− Әйҙә, бөгөндән тотон. Эш хаҡы һәр аҙнаның аҙағында булыр.

− Аҙыҡ-түлек биреп торһағыҙ ҙа ярай ул.

Өҫтөнә әрһеҙ бишмәт, аяғына кирза итек кейеп алған фермер үҫмерҙе эйәртеп, аҙбар яғына йүнәлде. Рамаҙанға тәғәйен эштәрҙе нисек башҡарырға кәрәклекте яҡшылап аңлатты.

− Һин ваҡ малдарҙы ҡарарһың. Көн дә дәрестән ҡайтҡас, килеп утлыҡсаға бесән һалып, иртәнгелеккә витаминлы көрпә әҙерләп ҡуйырһың. Мал аҫтын көрәп сығарырһың. Хәҙергә шулар, ә каникулдарҙа, йәйгеһен тулы көн эшләрһең, − тине.

Ихата, кәртә тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт. Вот йәшәй Иҙел ағай! Уның уйҙарын аңлап торғандай, фермер һөйләп алып китте:

− Ырыҫ, бәхет тырыш кеше ҡулында, ҡустым. Малдарҙы фәнни нигеҙгә таянып аҫрайбыҙ. Шуға үрсем һәйбәт. Килемгә лә зарланмайбыҙ. Беҙгә йәйгелеккә һәйбәт кенә механизатор кәрәк буласаҡ. Мәктәбегеҙҙә шоферҙар курсы бар, әйҙә, шунда барып, кискеһен бер-ике сәғәт шөғөллән. Һин зирәк күренәһең, тиҙ төшөнөп алырһың. Йәйгә тиклем апаруҡ өйрәнерһең.

− Рәхмәт, Иҙел ағай, булдырабыҙ уны. Атайымдың тракторында йөрөгәнем бар, руль тота беләм.

− Бигерәк яҡшы. Үҙеңә өйрәнсеккә берәй трактор ҙа биреп ҡуйырмын. Тәүәккәл таш яра. Уңған кеше барына өлгөрә.

Аҙаҡ ул Рамаҙанды өйөнә саҡырҙы. Үҫмер матур йыһазлы, яҡты, таҙа, йыйнаҡ бүлмәләр­ҙе күреп, хайран ҡалды. Ирекһеҙҙән Иҙел ағай өйөн үҙҙәренеке менән сағыштырҙы. Ер менән күк араһы кеүек. Ошондай тормош ҡороу, күп нужа күргән әсәһен бәхетле итеү өсөн ул бар көсөн һаласаҡ.

Йорт хужаһы, үҫмерҙең уйын һиҙеп, ҡеүәтләгәндәй, йәнә яратҡан мәҡәлен ҡабатланы.

− Ырыҫ тырыштар ҡулында, ҡустым. Барыһы ла үҙебеҙҙең хәләл хеҙмәт емеше.

Эшләп алып китеү үҫмергә ҡыйын булманы. Бәләкәйҙән өйрәнелгән шөғөл. Мал ҡарашыр­ға фермерҙың үҙенең балалары ла ярҙамлашты. Тәрбиәгә өс етем бала алғандар икән, Иҙел ағай уларҙы ла хеҙмәткә өйрәтеп үҫтерергә тырыша. Әҙергә − хәҙер булмаһындар, ти. Рамаҙандың уңғанлығын күреп, хужа бер көндө:

− Ҡустым, һине малайҙарыма командир итеп ҡуям әле, – тине. – Һинән мал ҡарарға өйрәнһендәр.

Рамаҙандың бындай йылы мөнәсәбәттән күңеле үҫеп китте. Тора-бара Иҙел ағай уның өсөн иң яҡын кешегә әүерелде. Биргән кәңәштәре гел рухын күтәрҙе.

− Төплө белемгә эйә бул, юғары уҡыу йортона инергә әҙерлән, − тине. − Ярҙам итермен. Әле һин тырышып-тырмашып ҡанаттарын нығытҡан ыласын балаһы кеүек кенәһең, осор­ға әҙерләнәһең. Ә маҡсатыңа ирешһәң, ҡыйғыр ҡоштай зәңгәр күкте иңләп иркенләп оса башларһың. Күргәнең бармы Ырыҫлытау ыласынын? Улар ҙа бит көслө сая ҡошҡа әүерелгәнсе, әҙәм балаһы кеүек, әллә күпме ауыр һынау үтә.

Эйе, Иҙел ағай менән осрашыу, һөйләшеү − үҙе бер тормош мәктәбе. Унан һабаҡ алырға, дөрөҫ йәшәргә өйрәнергә була. Һуңғы ваҡытта ныҡ ҡына төшөнкөлөккә бирелеп йөрөгән Рамаҙандың күңелендә әкренләп йәшәү дәрте уянды.

Видеоклип

Атаһы дауаханала ике ай самаһы ятып, һауығып, үҙгәреп ҡайтты. Хәҙер уның менән әҙәмсә һөйләшеп тә, бергә йорт эштәрен дә башҡарып була. Рамаҙан теге саҡ төшөргән видеояҙманы атаһына күрһәтергәме - юҡмы, тип баш ватты. Ахыры, Иҙел ағайға кәңәш итте.

− Минеңсә, кәрәктер. Нығыраҡ һабаҡ алһын өсөн.

Бер көн кис, бөтә ғаилә, ата-әсәһе телевизор ҡаршыһына ултырғас, Рамаҙан йәшереп кенә теге видеояҙманы ҡуйҙы. Тиҙҙән экранда ҡот осҡос йәмһеҙ күренештәр башланды.

...Бына килбәтһеҙ ҡыланышҡан, мәғәнәһеҙ һүҙҙәр һөйләгән лаяҡыл иҫерек әшнәһе менән атаһы күңел аса. Көйләп тә ебәрәләр:

Эс тә ҡуй, бөт тә ҡуй,

Ҡайғы күрмә никакой.

Өй мөйөшөң емерелһә,

Һалам менән тыҡ та ҡуй.

− Был ни ғәләмәт? − Экранда үҙен таныған атаһы, йылан саҡҡандай, урынынан һикереп торҙо. Ә экранда әҙәпһеҙ таҡмаҡтар дауам итте:

Эсер-эсмәҫ ултырғансы

Эс төптәрен күргәнсе.

Көмөшһыуҙан араҡы ағып,

Күктән билмән яуһасы...

Бына иҫеректәр, их, шулай булһасы, тип көлөшөп алды.

Утҡа баҫҡан бесәй кеүек ни эшләргә белмәй үрһәләнгән ғаилә башлығы телевизорҙы барып һүндерерҙәй булды, тағы туҡтап ҡалды.

− Нимә был, черт возьми, − тип екереп тә ҡараны. Ә видеояҙма әйләнеүен белде. Бына иҫеректәр икенсе шешәне лә бушатты.

− Хәлфиә, тап бер ярты, − тип ҡысҡырҙы атаһы, саҡ күҙҙәрен асып.

− Ҡайҙан алайым? Икмәк алырға ла аҡса юҡ. – Ҡобараһы осҡан ҡатындың тауышы зәғиф кенә сыҡты.

− Тап. Ҡанымды ҡыҙҙырма. Юғиһә, мине беләһең...

Әсәһе, нисек сығып ҡасырға тигәндәй, тирә-яғына ҡаранды. Ул арала атаһы, яман һүгенеп, ҡурҡыуҙан күгәреп ҡатҡан ҡатынына барып йәбеште...

Ошо ерҙә экрандағы яҙма өҙөлдө. Сөнки был саҡта видеокамераны һүндереп, Рамаҙан әсәһенә ярҙамға ташланғайны.

Ғәрләнеүҙән, оялыуҙан атаһы ер ярығына инерҙәй булды. Ул башын аҫҡа эйеп, оҙаҡ ҡына тын ултырҙы. Шунан һораны:

− Ҡайҙан күрһәттеләр быны?

− Өфөнәндер, − тигән булды әсәһе, асығын белмәһә лә. – “ҡуласа” тапшырыуынан килеп ауылды төшөрөп йөрөгәйнеләр бит ...

− Был мәсхәрәнән һуң нисек йәшәргә?

Үҙен-үҙе юҡ итер сиккә етеп ғәрләнгән атаһы тышҡа сығып китте. Рамаҙан уның артынан эйәрҙе. Йөрәге өҙөлөп атаһын йәлләгән үҫмергә дөрөҫөн әйтеүҙән башҡа сара ҡалманы.

− Һине эсеүҙән нисек туҡтатырға белмәй аптырап йөрөгәндә төшөрөп алғайным, атай. Бигерәк беҙгә көн күрһәтмәнең бит. Уҡый ҙа, дәрес әҙерләй ҙә алмай торғайныҡ. Атай, бүтән эсмә, йәме! – Рамаҙан быны йән әрнеүе менән ялбарып әйтте, артынса илап та ебәрҙе. Ишбулды ағай уны һаҡ ҡына ҡосаҡлап алды:

− Мөмкин булһа, ғәфү ит мине, улым.

“Эйе, тамуҡта йәшәткәнмен шул ғаиләмде”, − тип уйланы ул. Ниҙер әйтергә итте, аҡланыр­ға теле әйләнмәне.

− Әйҙә, инәйек. – Рамаҙан атаһын өйгә табан әйҙәне.

Унда барыһы ла шымып ҡалғайны. Эштең асылын белгәс, әсәһе һүҙ башланы:

− Атайыңды мәсхәрә итмә, улым. Кемдеке − уныҡы. Элеккеләрҙе онотайыҡ, әҙәм белһә, күҙен астырмаҫ.

Ҡатынының йылы һүҙе йән индерҙе Ишбулды ағайға.

− Зинһар өсөн, ғәфү итегеҙ мине, Хәлфиәм, балаларым. Бындай хәлдәр бүтән ҡабатланмаҫ. – Һуңғы һөйләмен ул ауыҙ эсенән мығырлап, саҡ-саҡ ишетелерлек итеп әйтте. Әрәмгә үткән йылдары, эсеү арҡаһында ҡаҡшаған һаулығы йәл ине Ишбулды ағайға. Ә иң яҡындарына күрһәткән ыҙалары мәңге ғәфү итерлек түгел! Уның өмөт сатҡылары уянған күҙҙәрен йәш баҫты. Улар тамсылап һарҡып сыҡты ла, эсендәге керҙе йыуып сығарғандай, бите буйлап ағып китте.

Ишбулды ағай үҙгәрергә һүҙ бирһә лә, эсеүе үҙәгенә үткән өйҙәгеләр ҡапыл ғына тыныслана алманы. Минутын да бушҡа үткәрмәгән Рамаҙан мөмкин тиклем атаһынан күҙ яҙлыҡтырманы. Әсәһе лә гел эргәһендә булырға тырышты.

Яҙ еткәс, Иҙел ағаһы менән һөйләшеп, Рамаҙан атаһын шунда механизатор итеп урынлаштырҙы. Үҫмер үҙе лә тракторға ултыр­ҙы. Йәйгеһен улар бергәләп фермерға ла, үҙҙәренә лә буйтым бесән сапты, уны эҫкертләп һалды. Көҙөн һыйыры эргәһенә тағы бер тана алып ебәрҙеләр. Ҙур баҡсаны тултырғансы бәрәңге сәстеләр, йәшелсә ултырттылар. Эш тә, аш та күбәйҙе, йәшәүе күңелләнде. Тора-бара атаһы, Иҙел ағайҙан бурысҡа алып, осһоҙ ғына хаҡҡа колхоз заманынан ҡалған ташландыҡ бер тракторҙы һатып алды. Уны аталы-уллы ҡараштырып, ремонтлап ебәргәйнеләр, ҡәҙимге булды. Ауылдаштарына ер һөрөп, бесән сабып бирергә эшкинә. Ҡайһылары әүәлгесә эш хаҡы урынына араҡы тотоп килә, Хәлфиә ундайҙарҙы шунда уҡ кире бора:

− Элекке замандар бөттө. Хаҡын түләгеҙ, беҙҙең дә әҙәмсә йәшәгебеҙ килә.

“Беҙгә иң ҡулайы фермер Иҙел ағай, − тип уйланы Рамаҙан. − Үҙе лә эсмәй, эскән кешене лә яратмай”. Был хаҡта атаһына ла әйтте. Ишбулды ағай үҙе лә шул фекерҙә ине. Шулай итеп, әкренләп тормоштары алға китте.

− Эй, Хоҙайым, минең дә ир икмәге ашар көнөм бар икән, − тип ҡыуанды йөҙөнә нур ҡунған әсәләре.

Эпилог урынына

Ғүмер тигәнең елдәй елә. Рамаҙан аграр университеттың ауыл хужалығы машиналары бүлеген тамамлап, инженер булып сыҡты. Гөлсәскә менән юлдары айырылманы. Ҡыҙ ҙа шул уҡ уҡыу йортоноң ветеринария бүлеген тамамланы. Юғары белемле ике белгес бергәләп ҡайтып төштө Көмөшйылғаға.

Эшкә тырыш әсәһе һәм атаһы был осорҙа ҡәҙимгесә матур ғына донъя көтөп ята ине. Унда-бында йөрөр өсөн тотонолған машина ла алып ебәргәндәр. Ике һыйыр аҫрайҙар.

− Яҡындағы Эстәрле баҙарына барып, һөт-ҡатыҡ һатып ҡайтыуға эшкинә, − ти әсәһе, ҡыуанып. − Ҡорот һатып ҡына ла аҙнаһына әллә күпме аҡса эшләйем. Аҡты эш итһәң, аш була.

Тормоштары, Аллаға шөкөр, ыңғайланды. Икенсе улдары, ун беренсене тамамлап, ағаһы уҡыған ергә барырға әҙерләнә, өсөнсөһө туғыҙынсыға күсте.

Бер нисә йыл элек Көмөшйылға ауыл хаҡимиәте өр-яңы йәштәр урамы булдырыу хаҡында ҡарар ҡабул иткәйне. Уны Даланлылар урамы тип атарға булдылар. Район фермерҙары ойошмаһы етәксеһе Иҙел ағай яңы өйләнешкән йәштәргә хөкүмәттән аҙ процентлы ссуда алып бирергә ярҙамлашып, унда бер нисә йорт ҡалҡып та сыҡты инде. Ҡайҙа ярҙам кәрәк, йәштәрҙең яҡын дуҫы Иҙел ағай шунда. Әле лә Рамаҙан менән Гөлсәскә өй һалырға Даланлылыр урамынан урын алғас, ең һыҙғанып, ул иң алдан йөрөнө. Уларҙың йортона нигеҙ һалырға бөтә ауылды өмәгә алып сыҡты. Нигеҙҙе ата-баба йолаһы буйынса мулла саҡырып, ҡорбан салып, ҡөрьән уҡытып һалдылар. Ауылда барлыҡҡа килгән яңы йола буйынса, табынға шарап ултыртыу ҡәтғи тыйылды.

... Йылдар үтте. Көмөшйылға ауылы айыҡ ауылдар рәтенә инде, ул күҙгә күренеп үҫте, ҙурайҙы. Бигерәк тә Даланлылар урамы йыйнаҡ, тәрбиәле булыуы менән айырылып торҙо. Унда күҙ яуын алып торған, гөл-сәскәгә күмелгән матур бер йорт ҡалҡып тора. Ишек алдында һуңғы моделле өр-яңы машина ултыра. Ихатала – балалар тауышы. Йәш фермер Рамаҙан менән абруйлы белгес, егәрле хужабикә Гөлсәскәнең йорто ул.

Бер көнө уларға бөтә ошо йылдар арауығында уҡыусыларының, айырыуса Рамаҙандың тормошон ситтән ҡыҙыҡһынып күҙәткән математика уҡытыусыһы Тәслимә Ханнан ҡыҙы килеп инде.

− Һине мәктәпкә осрашыуға саҡырырға килдем, Рамаҙан Ишбулдович, барырһыңмы? − тине ул бер аҙ уңайһыҙланғандай итеп. − Сығарылыш синыфы уҡыусылары үҙҙәре шундай теләк белдерҙе.

Теге саҡтарҙа Иҙел ағайҙың үҙенә ярҙам ҡулы һуҙыуын һис онотмаған йәш белгес ихлас ризалашты.

− Ышанысығыҙ өсөн рәхмәт, барырмын.

− Һин ныҡышмал егет булып сыҡтың. Үҫмер саҡта әйткән һүҙеңдә торҙоң. Гөлсәскә менән дуҫлығығыҙ ҙа уңышлы булды. Әйҙә, бәхетле булығыҙ! Ауылыбыҙҙың киләсәге хәҙер һеҙҙең ҡулда. – Математика уҡытыусыһы, ысынлап та, үҙенең ныҡ тырыш был уҡыусыһынан бик ҡәнәғәт ине.

− Яҡшыһы ла, яманы ла беҙҙе йәшәргә өйрәтә. Яҡшыға ҡарап үрнәк алабыҙ, яманға ҡарап ғибрәт алабыҙ. − Бала саҡтағы күңелһеҙ хәлдәрҙе хәтерләргә яратмаған Рамаҙан һүҙҙе артыҡ сурытманы.

Тәслимә апайҙы сәй менән һыйлап оҙата сыҡҡас, Рамаҙан ҡапыл күккә ҡараны. Унда, Ырыҫлытау яғында, бейектә- бейектә, ыласын оса ине. Мәрхүм олатаһының яратҡан ҡошо. Әллә уның йәнеме икән? Ыласындай ҡыйыу бул, тип өйрәтә торғайны бит. Йәш фермер уға ҡул болғаны:

− Хәйерле көн, Ырыҫлытау ыласыны! Осаһыңмы? Әйҙә, әйҙә, тағы бейегерәк ос! Беҙ бит осорға һинән өйрәнәбеҙ...

Лира Әхмәт-Яҡшыбаева

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: