Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
5 Декабрь 2022, 09:00

Көҙгөлә сағылған тормош

Бер көндө был бүлмәгә эт килеп инә. Инә лә... уны үҙе кеүек эттәр уратып алғанын күреп ҡатып ҡала. Был эттәр өҫтә лә, аҫта ла, уңда ла, һулда ла торалар икән. Эт сыйылдап ҡуя. Был эттәр уға сыйылдап яуап ҡайтара. Ҡурҡышынан эт өрөп ҡуя. Эттәр ҙә уға өрә икән. Эт нығыраҡ өрә башлай. Теге эттәр ҙә күмәкләшеп өрә башлайҙар. Эт тегендә-бында йүгерә башлай. Көҙгөләге эттәр ҙә унан ҡалышмай.   

Көҙгөлә сағылған тормош
Көҙгөлә сағылған тормош

Тормош - ул көҙгө кеүек. Һин уны нисек ҡабул итәһең, ул да һиңә шундай ҡарашта була. Әгәр зарланырға яратһаң - аһ-зар алып килә. Әгәр инде һин уны еңелсә ҡабул итһәң, һиңә йәшәүе лә еңелерәк була. Быны һеҙ киләһе хикмәтле хикәйәтте уҡығас аңларһығыҙ. 

Көндәрҙең береһендә уҡыусыһы уҡытыусыһын һорау бирә: 

- Уҡытыусым! Тормош аяһыҙмы? Әллә ул кешелек өсөн мәрхәмәтлеме? Еңеллектәр килтерәме? 

- Мин һиңә бер ҡиссаны һөйләйем әле. Мәрхәмәтлеме әллә юҡмы икәнен аҙаҡ үҙең хәл итерһең?

...Йәшәгән, ти, бөйөк шаһ. Бер мәлде ул донъяла булмаған мәшһүр һәм мөһабәт һарай төҙөргә бойороҡ бирә. Бына һарай төҙөлөп бөтә. Бында ингән кеше "Аһ!" тип ҡала икән. Бындағы мөғжизәле матурлыҡтан таң ҡалырлыҡ икән. Шулай ҙа тик көҙгөнән генә торған бүлмәгә береһе лә етмәй икән. Бында аҫта ла, өҫтә лә, тирә яҡта ла бихисап көҙгөләр ҡуйылған икән. Был көҙгөгә ҡарап, унда үҙеңдең сағылышың икәнен аңлап та булмай икән. Ярай быныһы. Бынан тыш һәр көҙгөнән тауыш ҡайтауаздар булып әйләнеп ҡайта икән. Әгәр һин: "Сәләм!" - тип ҡысҡырһаң, һине төрлө тарафтан: "Сәләм! Сәләм! Сәләм! Сәләм! Сәләм! Сәләм! Сәләм! Сәләм! Сәләм! Сәләм!" - тип яуаплай икән. 

Бер көндө был бүлмәгә эт килеп инә. Инә лә... уны үҙе кеүек эттәр уратып алғанын күреп ҡатып ҡала. Был эттәр өҫтә лә, аҫта ла, уңда ла, һулда ла торалар икән. Эт сыйылдап ҡуя. Был эттәр уға сыйылдап яуап ҡайтара. Ҡурҡышынан эт өрөп ҡуя. Эттәр ҙә уға өрә икән. Эт нығыраҡ өрә башлай. Теге эттәр ҙә күмәкләшеп өрә башлайҙар. Эт тегендә-бында йүгерә башлай. Көҙгөләге эттәр ҙә унан ҡалышмай. 

Икенсе көн иртәнсәк кешеләр эттең үле кәүҙәһен табып ала. Уны шулай уҡ үлгән эттәр сағылышы уратып алған ине. Залда эткә зарар килтерерлек бер кем дә булмай. Уны үҙенең сағылышы үлтерә... 

- Күрҙеңме инде, - тип уҡытыусыһы һүҙен йомғаҡлай, - тормош - ул һинең уйҙарыңдың, тойғоларыңдың, теләктәреңдең һәм ҡыланышыңдың сағылышы икәнен. Һиңә былай ғына бер кем дә зыянлыҡ, изгелек тә ҡылмаҫ. Тормош - ул ҙур бер көҙгө кеүек. Бер көҙгө һинең йөҙөңдө сағылдырһа, икенсеһе һинең йөрәгеңде сағылдырыр. 

Эльмира Кейекҡужина. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: