Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
27 Октябрь 2022, 17:05

Урал аръяғында бишенсе "Арҡайым" табылған

Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ обьекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә түбәндәге яҙманы ҡалдырған. "Беҙҙең археологтар тағы бер ҡыҙыҡлы ҡомартҡыға юлыҡты. Башҡортостанда Арҡайым кеүек түңәрәк формалағы нығытмалы бишенсе боронғо тораҡ табылды...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ обьекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә түбәндәге яҙманы ҡалдырған.

"Беҙҙең археологтар тағы бер ҡыҙыҡлы ҡомартҡыға юлыҡты. Башҡортостанда Арҡайым кеүек түңәрәк формалағы нығытмалы бишенсе боронғо тораҡ табылды.

Әбйәлил районындағы был археологик объект һаҙлыҡлы туғайҙа урынлашҡан. Ҡуйы үлән менән ҡапланған ҡомартҡыны асыҡларға һанлы технологиялар ярҙам итте. Әгәр беҙҙең белгестәр 2020 йылда асылған Сыбаркүл-1 һәм Сыбаркүл-2 объекттарының материалдарын яңы программа ярҙамында ҡабаттан тикшермәһә, бәлки бишенсе “Арҡайым” һис табылмаҫ ине. Ҡеүәтле компьютер һәм һанлы технологиялар арҡылы асыҡланған археологик ҡомартҡының ысынбарлыҡта булыуын ҡаҙыу эштәре лә раҫланы – урында тикшереү барышында байтаҡ керамика ярсыҡтары һәм һөйәктәр табылды.

Сыбаркүл-1 һәм Сыбаркүл-2 объекттарынан был объект 200 метр йыраҡлыҡта урынлашҡан. Баймаҡ районындағы Улаҡ һәм Селек ҡаласыҡтарын да иҫәпкә алһаҡ, был - беҙҙең республикала Арҡайым төрөндәге бишенсе тораҡ", - тип яҙған Данир Ғәйнуллин.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2022-10-17/ural-ar-ya-ynda-bishense-ar-ayym-tabyl-an-2992637?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500 

Фото: https://vk.com/danir1970

Урал аръяғында бишенсе "Арҡайым" табылған
Урал аръяғында бишенсе "Арҡайым" табылған
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: