Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
16 Октябрь 2022, 21:32

Атайҙар көнө

Йүнсел, эшһөйәр атайым үҙ тырышлығы менән Баймаҡ ҡалаһында ике ҡатлы ҙур, күркәм өй һалып сыҡты. Ул бик ярҙамсыл, дәртле кеше. Һәр эште лә урын еренә еткереп атҡара. Әле бына тағы ла Тыуған илен һаҡлар өсөн атайым мобилизация һалдаты булып яуға китте. Уға аҡ юл, яҡты күк, имен-аман йөрөп ҡайтыуын ашҡынып көтәм!

Атайҙар көнө
Атайҙар көнө

Атайҙар көнө...

Атайҙар тураһында күп һөйләмәйбеҙ, уларҙы маҡтамайбыҙ. Ә бит ғәиләлә төп кеше – ул Атай. Атайҙарыбыҙға ғаиләһен ҡарау ғына түгел Тыуған илде һаҡлау һәм яҡлау бурысы ла йөкмәтелгән. Шуға ла атайҙарыбыҙға ҡарата йылы һүҙҙәребеҙҙе ваҡытында еткереп торһаҡ ине.

Атай кеше бала күңелендә әсәй менән иңгә-иң терәк булған иң ҡәҙерле, иң кәрәк кеше ул. Тағы ла атай – нәҫел башы, улы — уны дауам итеүсе, улар быуындар сылбырын дауам итәләр.

Минең атайым Йәүғәстин Илнур Хәләл улы 1981 йылда Ғүмәр ауылында ябай ғәиләлә өсөнсө бала булып тыуған. Биш ҡустыһына ағай ғына түгел атай урынына ла ҡалған ул минең атайым. Ярат ауылында 11 йыллыҡ мәктәпте тамамлап, армия сафына алына, Ставрополь ҡалаһында хеҙмәт юлын башлап ебәрһә, яҙмыш һынауы буйынса Чечня һуғышына эләгә. 9 ай хеҙмәт итеп, 2000 йылдың сентябрь айында тыуған яҡтарына ҡайтырға насип була. 2005 йылда әсәйем менән ғәилә ҡороп, беҙгә - өс балаға ғүмер бүләк иткәндәр.

Йүнсел, эшһөйәр атайым үҙ тырышлығы менән Баймаҡ ҡалаһында ике ҡатлы ҙур, күркәм өй һалып сыҡты. Ул бик ярҙамсыл, дәртле кеше. Һәр эште лә урын еренә еткереп атҡара. Әле бына тағы ла Тыуған илен һаҡлар өсөн атайым мобилизация һалдаты булып яуға китте. Уға аҡ юл, яҡты күк, имен-аман йөрөп ҡайтыуын ашҡынып көтәм!

Мин атайымды шул тиклем ныҡ яратыуымды көн һайын эргәмдә булмағас, иртәнсәк иркәләп уятмағас, кискеһен юрғанымды рәтләп япмағас аңланым. Атайҙарыбыҙ еңеү яулап, тиҙерәк ҡайтһындар ине. Ер йөҙөндәге бөтә балалар ҙа атайлы булып йәшәүҙәрен теләйем!

Баймаҡ ҡалаһының 5-се һанлы белем биреү мәктәбенең 4Б класы уҡысыһы Йәүғәстина Азалиә.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: