Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
14 Октябрь 2022, 15:39

Һүҙ ҡөҙрәте

- Ултыр урыныңа ахмаҡ! - тип Аҡыл эйәһе тегегә ҡысҡырып ебәрә.  Теге уҡыусы ярһып китә. Һарыуы ҡайнай башлай. Тик томалдан ахмаҡ исемен алсы әле! Булмаҫ! Аяҡ өҫтө баҫып донъялағы иң насар әр һүҙҙәрен уҡытыусыһына яуҙыра башлай. Асыуҙан аҡылы тамам томалана.  Аҡыл эйәһе һис бер һүҙ өндәшмәйсә тыңлап бөтә лә, әйткән һүҙҙәренә үкенгән төҫ сығарып:  - Ғәфү ит... мин ҡыҙып киткәнмен. Ғәфү ит! Һине ахмаҡ тип яңылыш ҡына әйтеп ебәрҙем. Эстән генә ҡыҙып киттем, - ти.  Уҡыусы тынысланып урынына ултыра. 

Һүҙ ҡөҙрәте
Һүҙ ҡөҙрәте

Һүҙ ҡөҙрәте 

Хикмәтле хикәйәт 

Көндәрҙең береһендә Аҡыл эйәһе йөҙләгән уҡыусы алдында "Һүҙ ҡөҙрәте" тигән темаға сығыш яһарға булып китә. Уны тыңлаған һәр кем һүҙ ярҙамында башҡаларҙы  үҙенә буйһондорорға, ошо ҡөҙрәтле көскә эйә булырға хыялланалар. Әммә улар араһында уҡытыусыһына ышанмағандар ҙа байтаҡ була. Шундайҙарҙың береһе тороп:

- Юҡты һөйләйһегеҙ! "Аллаһы Тәғәлә", "Аллаһы Тәғәлә", "Аллаһы Тәғәлә" тип бер туҡтауһыҙ ҡабатлағандан әүлиә булып булмаған кеүек, "Гөнаһ", "Гөнаһ", "Гөнаһ" тип әйтеп гөнаһлыға әйләнмәйһең. Һүҙ ҡөҙрәте тигәнегеҙ - ул буш нәмә. Ышанмайым мин! - тип ҡысҡырып ебәрә.

- Ултыр урыныңа ахмаҡ! - тип Аҡыл эйәһе тегегә ҡысҡырып ебәрә. 

Теге уҡыусы ярһып китә. Һарыуы ҡайнай башлай. Тик томалдан ахмаҡ исемен алсы әле! Булмаҫ! Аяҡ өҫтө баҫып донъялағы иң насар әр һүҙҙәрен уҡытыусыһына яуҙыра башлай. Асыуҙан аҡылы тамам томалана. 

Аҡыл эйәһе һис бер һүҙ өндәшмәйсә тыңлап бөтә лә, әйткән һүҙҙәренә үкенгән төҫ сығарып: 

- Ғәфү ит... мин ҡыҙып киткәнмен. Ғәфү ит! Һине ахмаҡ тип яңылыш ҡына әйтеп ебәрҙем. Эстән генә ҡыҙып киттем, - ти. 

Уҡыусы тынысланып урынына ултыра. 

- Бына күрҙегеҙме, был бөгөнгө темаға асыҡ миҫал булды. Бер һүҙҙән кеше тоҡанып китте, икенсеһенән - тынысланды. Тап ошо була ла инде һүҙ ҡөҙрәте, - тип Аҡыл эйәһе һүҙен йомғаҡлап ҡуя. 

Эльмира Кейекҡужина тәржемәһе. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: