Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
9 Октябрь 2022, 13:05

АҘАН МОҢО

Әсәһе ҡартайҙы инде. Хәлен белергә ҡайтҡан Йәүҙәт менән яҙылып һөйләшеп ултырмай. Сәйнәлеп бөткән кассетанан композитор улының йырҙарын ҡуйыуын һорап, өйҙәгеләрҙең тәңкәләрен ҡоротто. Йәүҙәт: «Әйҙә, әсәй, үҙем йырлайым», – тип янына ултырһа ла, ыңғайламай. Яҙмаларҙы дискка күсереп биргәйне, үпкәләп, бөтөнләй тыңламаҫ булды...

АҘАН МОҢО
АҘАН МОҢО

Һуғыш мәлен картуф кәйелтмәге ашап, күршеләренән йомортҡа урлап эсеп етем үҫкән атаһы эш мәнен белмәне. Ә әсәһе иһә, баҡсаһындағы йәшелсәне урыҫтарҙың үҙҙәренә һатып йәшәгән кеше, имеш. Ата-әсәһенең икәү-ара ирешкәндәренән шуны белде малай.

Кемгә оҡшағандыр, балта эшенә оҫта булды Йәүҙәт. Тик әсәһенең теләге башҡасараҡ ине. Ҡыҙҙар араһында үҫкән бер бөртөк малайына әсәһе тәүҙә күрше ауылдан ҡумыҙ килтереп бирҙе, унан почта аша мандолина яҙҙыртып алды. Аҙаҡ сайыр йыйған аҡсаһын тотоноп, Мәғниттең үҙенән гармун йөкмәп ҡайтты ла, «Казанка»ла аяҡ бармаҡтары менән бейеү көйҙәре уйнап, бар ғаләмде оҫталығы менән хайран иткән ҡустыһына Йәүҙәтте музыкант итергә наказ биреп ҡуйҙы. Атаһының «шайтан аҙаны» тип өнәмәгәнен күрһә лә, әсәһенә «юҡ» тип әйтергә ҡыйманы, ике айҙа «Әпипә»не тысҡылдатырға өйрәнеп алды.

Өфөнән килгән күренекле баянсы менән йырсы ауылдарҙан һәләтле балаларҙы йыйған уңай мәле тура килеп, баш ҡалалағы музыка мәктәбенә уҡырға китте Йәүҙәт. Тыуған йортона йылына ике мәртәбә генә ҡайтып йөрөй алған малай атаһынан бөтөнләй ситләшеп үҫте. Каникулға барып алып, аҙаҡ Өфөгә кире илткәндә генә аралашырға әмәл сыға ине. Мең ыҙа менән поезда, унан автобуста, өсөнсө көнөнә белештәрендә ҡалдырылған атта юл үткәндә лә улы атаһы хәбәрҙәренә илтифат итмәне.

Музыка мәктәбенән һуң ингән сәнғәт училищеһында уҡыу еңел бирелде: дүрт йыл урынына ике йылда диплом алып, армияла булырға, сәнғәт институтында уҡырға, унан тағы ла бер нисә йылдан ҡалалағы күренекле сәнғәт мәктәбенең директоры вазифаһына үрләргә лә өлгөрҙө. Ҡатыны менән икәүләп бер өлкәлә эшләгәс, ижадтары гөрләне, уңыштары күп булды. Яңы йыры сыҡҡан һайын әсәһе күршеләрен сәйгә алып, магнитофон таҫмаһын өйрөлттө – улары ауылдарынан ҙур кеше сыҡҡанына һөйөнөстәрен йәшермәне.

Ә Йәүҙәт баянсылары менән республиканы иңләне, Рәсәйҙә лә күренде. Конкурстар араһында көнөнә генә ҡайтып, атаһын ерләшергә лә өлгөрҙө. Ҡыҫҡаһы, риза ине тормошонан.

Әсәһе ҡартайҙы инде. Хәлен белергә ҡайтҡан Йәүҙәт менән яҙылып һөйләшеп ултырмай. Сәйнәлеп бөткән кассетанан композитор улының йырҙарын ҡуйыуын һорап, өйҙәгеләрҙең тәңкәләрен ҡоротто. Йәүҙәт: «Әйҙә, әсәй, үҙем йырлайым», – тип янына ултырһа ла, ыңғайламай. Яҙмаларҙы дискка күсереп биргәйне, үпкәләп, бөтөнләй тыңламаҫ булды. Һәр шәмбе Заволокиндың «Уйна, һөйөклө гармун!» тапшырыуын ҡарарға әүәҫләнеп алған. Иң сағыу күлдәген кейеп, тештәре төшкәнлектән эскә батҡан урттары йомро күренһен өсөн икмәк ҡабып, телевизор алдына ултырып ала ла, донъяһын онота. Оло кешенең был шөғөлө ҡыҙы менән кейәүенә ҡулай – өй тынсып ҡала.

Отпускыға яңғыҙ ҡайтҡан ҡайнағаһын бауыр аҫтынан ел үткәреп, сабынлыҡтарҙы урап ҡайтырға саҡырҙы бөгөн кейәүе. Телевизор алдында ултырған әсәһенә аңғартып китәйем тип ингәйне, уныһы үпкәләп хәбәр һалды:

–  Ағайың мәрхүм кеүек, аяҡ бармаҡтарың менән гармун уйнай белһәң, күптән ошолар араһында телевизорҙан күрһәтерҙәр ине үҙеңде. Кемдең улы – шуныҡы, тиерҙәр ине. Ҡасандан бирле көтәм.

Артына ултыра төшә яҙҙы Йәүҙәт. Үҙен оҫтамын тип уйлап тик йөрөгән дәһә. Ысынлап, ҡалайтһа ла өҙҙөрөп уйнаған ағаһына етә алманы бит! Уның хатта аяҡ бармаҡтары менән дә уйнай белеүен ҡарарға күрше ауылдарҙан да эркелеп килерҙәр ине. Һеңдерә әйтте лә ҡуйҙы әсәһе.

– Һинең әллә нисә йыл уҡып, ҙур гармун күтәреп йөрөүен нимәгә? Исмаһам, ауылға шул бергә эшләгәндәреңде алып килеп, концерт та ҡуймағас! – Телевизорҙағы Заволокинға матур күренәйем тип уртына тыҡҡан икмәктәрен сығарып һалып, үпкәләп тороп китте.

Йәүҙәт ауыр уйҙар менән сығып ултырҙы кейәүенең атына. Әсәһенең иргә мах бирмәй, «төкөрҙөм танауына тутырғансы» тип йәшәгән йылдарын иҫкә төшөрҙө. Урман юлына төшкәс кенә, туҡтауһыҙ һөйләп килгән кейәүенә ҡолаҡ һалды:

– Ҡолон ғына ине әле ҡайным мәрхүм булғанда. Шәп атҡа әйләнде лә ҡуйҙы хәҙер. Төҫө итеп кенә тотам...

«Ҡара әле, атайымдың атын нимә эшләттегеҙ, тип һорарға ла баш етмәгән бит...»

– Бына ошо ҡарағайы йығылған диләнкәләрҙе таҙалап, дүрт кейәүенә сабынлыҡ итеп ҡалдырҙы. Ҡағыҙҙа икешәр гектар тип яҙылһа ла, үҙәктәре менән бергә унауҙы үтеп китә. Ана теге баштағыһы, ғүмер буйы үҙе сапҡан ер – һинеке. Таныйһыңдыр?

«Нисә йыл йөрөмәнем икән бесән сабырға?..»

– Ҡайнаға! Пенсияңа ла күп ҡалманы, бәлки, ҡайтып йәшәрһең? Өйөңә мейес сығартайыҡ. Кирбесен алдыртып, мунсаһына өйөп ҡуйғайны ла, сығартырға оҫтаһын тапманы, мәрхүмкәй...

«Эш мәне белмәгән һымаҡ ине лә...»

– Бына һуңғы төйәге. Өлкән бажаның бесәне имен ултырамы икән, тип, кәбән башын ҡарап, һикереп төшкәнендә сүкергә эләккән бит... – Хәбәргә ҡушылыусы булмаһа ла, хәтирәләргә бирелеүен дауам итте кейәү.

– Аңламаным. Салғы сүкергәме?

– Сүкер, тим бит. Сабылған ерҙәге кипкән үлән төпһәһе. – Күҙҙәрен тултырып ҡараны кейәүе. – Сүкергә аяғының тамыры эләгеп, шаулап ҡан киткән. Ҡатаһының эсе туп-тулы ине.

Йәүҙәттең тамағына төйөр тығылды. Атаһының һуңғы минуттарын уйлап түгел, ошо хәлдәрҙең аңын-тоңон бөгөн төшөнгән үҙен йәлләне ул...

Салғыһын сүкеп бирҙе лә, яныу тотҡан ҡайнағаһын һыртта ҡалдырып, түбәнгә төшөп китте кейәүе. Кеше техника менән сапһа ла, сабынға ҡыҙығыусылар күп, теге осон да биләп ҡуйырға кәрәк. «Быуыныңа ултырған тоҙҙар сығыр», – тип, йүкә шына ҡатып алырға ла онотманы.

Ҡасандыр кәртә тотҡандағы ише һыҙат булып ҡалдырылған сауҡаларҙың буйына ҡарап, үҙенең сабынлыҡтарында күпме ваҡыт булмағанын тоҫмалларға тырышты Йәүҙәт – иҫәпләй алманы. Атаһының үлгәненә лә һигеҙ йыл булып киткән. Ғүмеренең аҙағына тиклем ҡулынан салғы төшмәне, тигәйнеләр.

Ҡара тиргә батып оҙон бакуй сыҡты. Селек баҫҡан был тирәгә күптән ҡул теймәгән – хәлен алды. Бакуйын ҡаршылап сапты ла салғыһын янырға тип дыңғырҙап торған сайыр төпһәгә эйелде. Сауҡа аҫтындағы ошо түңгәккә нисә терәлде икән? Ана, ҡайыны ниндәй булып киткән! Шулай уйлана-уйлана төпһәгә терәлгәйне, ҡапыл яртылаш ер күмгән бөкөлө таныш шешәне күреп ҡалды. Сайҡатып ҡарамаһа ла, эсендә шәрбәтле һөтһөҙ сәй икәнен белә – быуынға ултыра тип, айран йөрөтмәнеләр, һыуһынды ҡандырмай тип, аҡ ҡойманылар. Ҡасандыр үҙенең дә ошондай шешәнән сәй һемергәне иҫенә төштө. Һигеҙ йыл буйы яттымы икән? Шешәне ҡулына алыуға, тәне зымбырҙап ҡуйҙы. Күҙенә шешә ултырған соҡорҙағы беләү салынды. Салғының сүкеүе бөтмәһен тип, шуның менән генә яныр ине атаһы. Уны тик Үҙән ташынан ала торғайны...

Ир ике илеләй беләүҙе, атаһының ҡул йылыһын тойорҙай булып, усына йомоп тора бирҙе – эҫе көндә ерҙә ятҡан таш һалҡын. Һулаҡай түше тапҡырындағы күлдәк кеҫәһенә һалырға итте – футболка кейгәнен аңғарып, салбарҙыҡына тыҡты. Күңеленә лә ошо таштай һалҡын һәм ауыр һағыш инеп ятты.

Шул минутта әллә ҡайҙан аҙан тауышы ишетелде. Һул ҡулынан шешәһе төшөп китте. Йөрәге ҡыҫып алды. Әллә өйҙәгеләрҙән уңайһыҙланып, намаҙҙы ситтә уҡыған, әллә ошонда килгән саҡта һыртҡа менеп аҙан әйткән атаһының тауышы салынғандай булды ҡолағына. Күҙҙәренә йәш тығылды. Шул саҡ кейәүенең:

– Ҡайнаға! Аптырап китмә – телефоныма яҙҙырылған аҙан тауышы өйләне күрһәтә. Мине юғалтма. Тәһәрәтләнеп киләм, – тип һөрәнләүен ишеткәс, шул яҡҡа ыңғайланы.

Атаһының һыулауға төшкән һуҡмағын тоҫмаллап, үҙәккә төшөп алды. Юлының ҡап уртаһында, һөҙәк битләүҙең тигеҙ ерендә, түбәлек кеүек нәмә күҙенә салынып, шып туҡтаны. Ҡасан бөткән леспромхоздың мазутлы гараж таҡталарынан армы-тормо ҡоршалған аласыҡ ишаратының бында ни хикмәттән ултырыуын бик аңлап та етмәне. Сабын алыҫ түгел – көнөнә йөрөй инеләр. Һуңғы йылдарында атаһы ятып эшләнеме икән ни? Ҡайһылай бер ҙә ҡыҙыҡһынмаған һуң ул? Ҡулы эш рәте белмәгән кеше ошо хәтлемде атҡа тейәп, юҡҡа ҡыялмағандыр инде.

Ипләп кенә тартҡайны, үпкәләгән кеүек торған салыш ишек күгәне менән килде лә төштө. Тәнтерәкләп сыҡҡан атаһын күтәреп торғоҙғандай булып, уны аласыҡтың ҡабырғаһына һөйәп, һыйпап алды. Башы менән төкөмәҫ өсөн иңкәйә биреп эскә үтте. Күҙенә стенаға һуҡтырып яһалған баҫҡыс салынды. Өҫтөндәге бесәне ҡарайып, күптән әүрәүгә әйләнгән урындыҡтың мурт һайғауҙарын ипләп кенә бер яҡҡа шылдырып Һалды ла, һуҡҡылап, ныҡлығын тикшереп алғас, баҫҡыс буйлап өҫкә үрмәләне. Боролоп баҫҡан яғының ҡибла икәнен самалап, мәсет манараһы ише нәмә әтмәләп алған атаһының ошонда намаҙ уҡығанын аңланы.

Йүгереп шишмәгә төштө. Атаһы ҡуйған ҡайын туҙлы улаҡта (ошо көнгәсә серемәүен әйт әле!) кейәүе йыуынып тора ине. Тамағына тығылған төйөрҙө йота алмай, оҙаҡ торҙо ир. Ҡайнағаһының был хәлен үҙенсә аңлаған кейәүе уға тәһәрәт тәртибен өйрәтергә тотондо.

...Һыртҡа менгәндә алдан төштө Йәүҙәт. Юл үтә лә оҙон булып тойолдо. Дүрт ҡыҙына, бер бөртөк улына оҫталар яллап өйҙәр һалышҡан, һәр ҡайһыһына исемләп сабынлыҡтар ҡалдырған, мал инселәгән атаһы ер йөҙөндәге бурыстарын теүәлләп киткән икән мәңгелек йортона. Ауылдан әллә ни алыҫ түгел урында бесәнде ҡуна ятып эшләүе лә сараһыҙлыҡ билдәһе булған. Бер бөртөк улы атаһының күңелен аңламаған. «Мәрхүмкәй» тип өҙөлөп торған кейәүенә лә асыла алмағандыр, әсәһе әйтмешләй, «кеше балаһы» бит.

Әллә баш, әллә таш ҡалала йәшәп, күңеле ҡатып бөткәнен яңы аңланы ир. Сәнғәткә, музыкаға бағышланған ғүмере үтә мәғәнәһеҙ булып тойолдо уға. Ошоғаса, иң оло әҫәре яҙылмаған тип иҫәпләп, күпме эҙләнгәйне. Ә ул моң эргәләге мәсеттән көнөнә биш мәртәбә яңғырап торған. Күңеле менән тоймаған уны, башҡаның көйөн көйләп йәшәгән.

...Һыртта аҙан тауышы яңғыраны. Был моңдоң киләсәктә атаһының исемен йөрөтәсәк мәсет манараһынан ишетелерен тойған Йәүҙәттең ҡәлебе иман нурына күмелде.

Миңнур ҠАСИМОВА.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: