Рухиәт
7 Октябрь 2022, 12:20

Кемдең йөрәге етер!

Был егет автобусҡа инеү менән ҡәнәғәт йылмайып ҡуйҙы. Автобус бөгөн буш ине. Ҡалай шәп: йәне теләгән урынды һайлап ултырып алырға ла була! Тәҙрә янындағы турынды һайлап, уңайлы итеп ултырып алды. Аҙаҡҡы туҡталышҡа тиклем ваҡыт күп әле!!!! «EXPRESS» автобусы маршрут буйлап ҡуҙғалды. 20 минуттан автобус халыҡ менән тулды. Ҡолағына наушник тыҡҡан егет тәҙрәгә ҡараған килеш уйҙарына сумды. Яратҡан йырҙарын тыңлаған арала ул донъяһын онтто. Шул саҡ яурынана кемдер ҡағылып ҡуйҙы. Наушнигын сисеп, артына ҡараны. Урта йәштәрҙәге ҡатын икән. - Оят түгелме һиңә! - тип ҡысҡырып ебәрҙе ул.  

Кемдең йөрәге етер!Кемдең йөрәге етер!
Кемдең йөрәге етер!

Был егет автобусҡа инеү менән ҡәнәғәт йылмайып ҡуйҙы. Автобус бөгөн буш ине. Ҡалай шәп: йәне теләгән урынды һайлап ултырып алырға ла була! Тәҙрә янындағы турынды һайлап, уңайлы итеп ултырып алды. Аҙаҡҡы туҡталышҡа тиклем ваҡыт күп әле!!!!

«EXPRESS» автобусы маршрут буйлап ҡуҙғалды. 20 минуттан автобус халыҡ менән тулды. Ҡолағына наушник тыҡҡан егет тәҙрәгә ҡараған килеш уйҙарына сумды. Яратҡан йырҙарын тыңлаған арала ул донъяһын онтто. Шул саҡ яурынана кемдер ҡағылып ҡуйҙы. Наушнигын сисеп, артына ҡараны. Урта йәштәрҙәге ҡатын икән.

- Оят түгелме һиңә! - тип ҡысҡырып ебәрҙе ул.

- Йәштәр хәҙер оятты беләме икән! - тип уға икенсеһе ҡушылды.

- Әзмәүерҙәй егет ултырһынсы әле! Урын бирергә лә уйламай!

- Янында оло кеше түгел, аяҡһыҙы торһа ла иҫе китмәҫ! - бындай ғәйепләүҙәр менән автобус тулды. 2-3 минут эсендә егетте һәр кем тиерлек "рәхәтләнеп" һүгә башланы. Егет сыҙамай

- Етте! - тип ҡысҡырып ебәрҙе. Уның тауышынан барыһы ла шым ҡалды.

- Урын бирәм. Тик был урынға намыҫын юғалтҡан кеше генә ултырһын! - тине.

Бер минутлыҡ тынлыҡтан һуң ҡабат әр-битәрҙәр дауам итте. Егет ҡалтырана-ҡалтырана аяҡ өҫтө баҫып торорға маташты. Бын ул беренсе костылен ултырғыс аҫтынан һөйрәп сығарҙы. Уға таянып, икенсеһенә үрелде. Автобусты тынлыҡ баҫып алды. Хатта һәр кемдең йөрәге тибешен дә ишетергә булыр ине.

Ике ҡултыҡ таяғы менән торған егеттән ғәфү үтенергә лә баштарына килмәне уларҙың. Аяғына юл буйына тибеп барған оло йәштәге ҡатын да аңланы үҙенең ғәйебен. Тик танырға ғына теләмәне.

Ә гетме? Шым ғына ғорур баҫып торҙо ул һуңғы туҡталышҡа тиклем. Күңелен уның торған урынына бер кемдең дә ултырырға батырсылыҡ итмәүе генә йылытты. Ҡыйын инег егеткә. Автобус сайҡалған һайын ауыртыу тойҙо. Тик ул ғорур баҫып торҙо. 

Эльмира Кейекҡужина тәржемәһе. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас