

ҺӘР КӨНӨҢДӨҢ ҠӘҘЕРЕН БЕЛ!
Был көн Сәлиәнең иң насар көнө ине. Тыуған көнөндә яңғыҙ тороп ҡалды. Берҙән-бер ире ҡотламаны ла. Ҡотлау түгел, ауыр һүҙҙәр әйтеп, күңелен яраланы. Аҙаҡ ишекте шарт ябып сығып китте. Бына, ултыра хәҙер илап. Һис кенә лә 50 йәшлек юбилейын ошолай үткәрермен, тип уйламаны ла.
Бер яҡтан уйлап ҡараһаң, үҙе ғәйепле кеүек. Тапҡан борсолор нәмәне. Балалары ана матур итеп йәшәп яталар. Ире лә аҡсаны һәйбәт эшләй. Тик бына күңел тигәне... һыҡтап һыҡтаны.
Рәхәтләне илай-илай һөйләрлек кешеһе лә юҡ бит әле исмаһам! Күҙенә күңелен һүрәтләгән пост күреп ҡалды. Илай-илай комментарий яҙҙы.
Был ваҡытта икенсе бер ҡатын был комментарийҙы яңылыш ҡына уҡыны. Уҡыны ла:
― Һеҙ ҡайҙа йәшәйһегеҙ? ― тип һорай ҡуйҙы.
Яуап итеп комментарийҙа:
Баймаҡ, ― тип яҙҙы Сәлиә ҡыйыуһыҙ ғына.
― Адресығыҙҙы әйтегеҙ. Мин суши алам да килеп етәм.
― ???
― Тәмле итеп ашарбыҙ. Аҙаҡ сығып йөрөп килербеҙ. Ҡысҡырып йырларбыҙ. Беҙгә бөтә нәмә лә ярай.
― ???
― Тормош бик матур! Шулай уҡ ул шул тиклем ҡыҫҡа! Рәхәтләнеп йәшәп ҡал! Матур күлдәктәреңде кей! Биҙән-төҙән! Һәр көнөңдө байрам кеүек ҡабул ит!
― Һеҙ әллә психолог?
― Юҡ, мин реанимацияла шәфҡәт туташы булып эшләйем. Беләһеңме, көн дә үлгән кешеләрҙе ҡарап, ошондай фекергә килдем. Бер генә сәғәтеңде лә бушҡа үткәрмә!