Рухиәт
28 Сентябрь 2022, 03:55

Был бит яҡшыға!

- Һин хаҡлы булып сыҡтың. Бармаҡһыҙ ҡалыуым яҡшыға булған, - тип ул һүҙ башлай һәм үҙе менән булған хәлде түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә.  - Ғәфү ит мине. Һине бушҡа ғына төрмәгә ултыртҡанмын. Бер йыл ғүмереңде әрәм иттем.  - Юҡ, был бит яҡшыға, -- тип яуаплай дуҫы.  - Нисек инде дуҫыңды бер йыл дауамында зинданда тотоу яҡшыға булһын!  - Мин зинданда ултырмаһам, һинең менән һунарға барыр инем, - тип яуаплай ул.

Был бит яҡшыға!Был бит яҡшыға!
Был бит яҡшыға!

Был бит яҡшыға!

Был хәл Африкала була. Королдең бала саҡтан бергә уйнап үҫкән яҡшы дуҫы була. Был дуҫ нимә генә булһа ла "Был бит яҡшыға!" тип әйтергә яратҡан. Хатта ултырып иларлыҡ мәлдә лә "Был бит яҡшыға!" тип әйтер булған. Ҡалайтаһың, ғәҙәт! 

Берҙән-бер көндө король һунарға бара. Ғәҙәттә король өсөн ҡоралды дуҫы әҙерләр булған. Был көн был дуҫ ҡоралды ҡорған саҡта хата ебәрә. Король дуҫы ҡулынан алған ҡорал менән атып ебәреүе була, шунда уҡ баш бармағы өҙөлөп тө төшә. Ҡоралды алып тикшергән дуҫ ғәҙәте буйынса: "Был бит яҡшыға!", -- ти. Асыуланған король: "Юҡ, был яҡшыға түгел", -- тип дуҫын зинданға бикләргә ҡуша. 

Был хәлгә бер йыл үтеп китә. Король йәнә һунарға йыйына. Һәр ваҡыттағыса тыныс урманды һайлап ала. Иркенләп һунар итә башлай. Әммә был урман бик үк тыныс булмай сыға. Тиҙҙән уйламаған ерҙән каннибалдар килеп сыға. Королдең кешеләрен дә, уның үҙен дә ҡулға алалар һәм йәшәгән ауылдарына алып киләләр.

Короде бағанаға бәйләп, аҫтына усаҡ яғыу өсөн утын ташый башлайҙар. Бына барыһы ла әҙер. Утты тоҡандырырға ғына ҡала. Яҡыныраҡ килгәс, улар королдең баш бармағы юҡ икәнен күреп ҡала. Каннибалдар алты ағзаһы теүәл булмағандарҙы бер ваҡытта ла ашамай икән. Был уларға бәлә-ҡаза алып килә, тип ышанғандар. Шуға ла улар королде ҡайтарып ебәрәләр. 

Имен-һау ҡотолоп, өйөнә ҡайтҡас та ул дуҫын хәтеренә төшөрә. Ҡыйын булып китә. Юғалтҡан баш бармағы арҡаһында ул бит тере ҡалды! Ә ул дуҫын бер йыл буйы зинданда тотто. Оҙаҡ уйлап тормай дуҫы янына юллана. 

- Һин хаҡлы булып сыҡтың. Бармаҡһыҙ ҡалыуым яҡшыға булған, - тип ул һүҙ башлай һәм үҙе менән булған хәлде түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә. 

- Ғәфү ит мине. Һине бушҡа ғына төрмәгә ултыртҡанмын. Бер йыл ғүмереңде әрәм иттем. 

- Юҡ, был бит яҡшыға, -- тип яуаплай дуҫы. 

- Нисек инде дуҫыңды бер йыл дауамында зинданда тотоу яҡшыға булһын! 

- Мин зинданда ултырмаһам, һинең менән һунарға барыр инем, - тип яуаплай ул. 

Эльмира Кейекҡужина тәржемәһе. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас