Рухиәт
27 Сентябрь 2022, 09:11

Бында минең эшем юҡ!

Шул саҡ бабай егеткә ҡарап тора ла:  ― Күрше илдә хөкүмәт башлығы ҡаты икән. Ул һуғышҡа әҙерләнә, ― тип әйтә ҡуя.  — Беләһеңме бабай, алма һинең проблемаң булһа, ул хөкүмәттең һуғышҡа әҙерләнеүе күрше илдең баш ауырыуы булһын! — тип теге ир көлөмһөрәп ҡуя.  Ҡарт һүҙен дауам итеп:  ― Ул бит беҙҙең илгә һөжүм итергә йыйына. Хөкүмәтебеҙҙе иҫкәртергә ине, ― ти.  — Быныһы беҙҙең хөкүмәттең проблемаһы! Миңә был ағас төбөндә ятыуы рәхәт. Алмаһы татлы, — тип теге ир көлөүен дауам итә.  Ҡарт юлын дауам итә. 

Бында минең эшем юҡ!Бында минең эшем юҡ!
Бында минең эшем юҡ!

Бында минең эшем юҡ!

Хикәйәт


Ул йылды алмағас емерелеп уңа. Бына алмалары ла алланып бешә. Әммә алманың иң татлылары һәр саҡ ҡояшҡа үрелеп үҫә. Өҫтәнерәк урын ала. Был алмағас та ныҡ уңа. Был алмағас төбөндә йәш ир ял итергә яратҡан була. Ул күҙҙәрен йомоп хыялға бирелә икән.

Берҙән-бер көндө бер бабай алмағас өҙөп ашарға булып китә. Тик бына буйы ғына етмәй икән. Йәшлек йылдарындағы таһыллығы ташлап китә шул уны. Шул саҡ алмағас төбөндә ял итеп ятҡан иргә төбәлеп: 

― Эй, батыр егет, алма өҙөп бир әле! ― тип ярҙам һорай. 

— Аптыратма әле бабаҡай! Минең һис кенә лә алма ашағым килмәй. Бәлки берәйһе елгә һелкенеп төшөр, көтөп тор!— тип йәш ир ҡысҡырып көлә башлай. 

Шул саҡ бабай егеткә ҡарап тора ла: 

― Күрше илдә хөкүмәт башлығы ҡаты икән. Ул һуғышҡа әҙерләнә, ― тип әйтә ҡуя. 

— Беләһеңме бабай, алма һинең проблемаң булһа, ул хөкүмәттең һуғышҡа әҙерләнеүе күрше илдең баш ауырыуы булһын! — тип теге ир көлөмһөрәп ҡуя. 

Ҡарт һүҙен дауам итеп: 

― Ул бит беҙҙең илгә һөжүм итергә йыйына. Хөкүмәтебеҙҙе иҫкәртергә ине, ― ти. 

— Быныһы беҙҙең хөкүмәттең проблемаһы! Миңә был ағас төбөндә ятыуы рәхәт. Алмаһы татлы, — тип теге ир көлөүен дауам итә. 

Ҡарт юлын дауам итә. 

Тиҙҙән илде дошман баҫып ала. Теге ир ҡоллоҡҡа эләгә. Аяҡ-ҡулын бығаулап, үҙе кеүек бәһлеүән ирҙәр менән бергә күрше илгә оҙаталар. Алмағас төбөндә рәхәтләнеп ял итер кеше лә ҡалмай. Алмағас та төбө-тамыры менән юҡ ителә.

Ә был проблема кемдеке булды икән!?

Эльмира Кейекҡужина тәржемәһе.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас