

...Эй,шул тиклем тәмләп тороп, иҙерәп китеп үбешәм шул! Ихласлап бына, эрәхәтләнеп! Күңелем әллә ҡайҙа талпына, ашҡына, йөрәгем күкрәгемә һыймай дарҫ та дорҫ тибә! Ҡосаҡлашам, ҡуйынымдағы йәремде һис кенә лә ысҡындырып ебәргем килмәй! Ул тиклем рәхәтлекте ғүмерҙә лә кисергәнем юҡ кеүек ҡыланам! Уның араһында кемдер шылтырата. Ваҡытһыҙ кемеһе борсой? Һеҙҙең ҡайғығыҙ юҡ әле бында, тиеп телефонымдың тауышын ябып ҡуям. Һуң бит, йәрем килгән! Һөйгән йәрем! Ишетәһегеҙме? Үткән ғүмер юлы уны һис кенә лә йәлләмәгән былай, таушалдырған, ҡаҡҡылаған. Уныһы бит мөһим түгел! Ул бит бөгөн минең янымда! Ишетәһегеҙме, ул минең янымда! Мине элеккесә һөйә. Хатта ки йылдар ҙа быға ҡамасау була алмаған! Онотмаған мине һөйгәнем!Һөйәм, онота алмайым, ти. Ә минең инде ирәйеп киткән күңел күптән күктәрҙә оса, йыһан буйлап гиҙә!
Икәүләп ҡабыланабыҙ, йыйынабыҙ. Мин нимәлер төйнәйем, ҡулыма тотҡан әйберҙәремә лә иғтибар бирмәйем. Атаааҡ! Әллә "йәрем" тиеп ҡабул иткән әҙәмдең әсәһе лә бында инде? "Әйҙә, килен, йыйына һал!" тисе. Тик бына йөрәк ниңәлер ныҡ ҡурҡып тибә, хатта алҡымымдан сығып килә. Әллә ҡулдарым да ҡалтырай инде?! Күңелгә шик төшә. Ҡайҙа йыйынам? Ҡайҙа сабам? Кем менән? Ниңә? Һөйөклөм килгән, тиеп бар донъямды онотоп, сығып барам түгелме?
Аһ,аһ! Минең ирем бар ҙа баһа! Ул беләме? Был хәлде нисек ҡабул итә? Ә балаларым? Улар ни тиер? Аңларҙармы? Ә ирем һуң, ирем? Миңә һөйкөмлө генә ҡарап, бит соҡорҙарын белендереп, йылмайып баҡҡан. Йәәә, Хоҙааай! Торған ерҙән ут сәсрәтеп йөрөгән ирем мине үҙ ризалығы менән ебәрәме шулай? Һаҡ ҡына беләгемә ҡағылып нимәлер әйтмәксе әле ул! ...Әләәкәәәүүү! Ҡапыл йөҙө һытылып, төртөп ебәрҙеме?
- Нимәңде ҡарап һуҙылып ятаһың? Һыйыр һауырға ваҡыт еткән! Будильнигың уйнағанына ни заман!
...Бәтәш!Нимә булды был? Күҙ ҡабаҡтарымды саҡ тырнап асһам, ҡабалана-ҡабалана ирем салбарын кейеп хитлана! "Йә илаһи иллаллаһ! Алайҙа төш булған икән!" тиеп йүгереп барып иремдең яңынан сығып килгән һаҡалынан, ҡытыршы битенән суп иттереп үбем алдым! Уныһы:
- Әллә алйып бараңмы? Үбешеү ҡайғыһы! Һыйырҙар баҡыра! - тиеп мине этеп үк ебәрҙе. Ә миңә уның ҡаты бәрелеүе лә борсомай, шат йылмайып, шарт та шорт кейенеп, "Ныҡ ҡурҡыныс төш күрҙем, һаташып бөттөм" тиеп, сығып ысҡыныу яғын ҡараным.
...Эйй, һантый! Моң заманғы, йөрәгеңдең иң төпкө бүлмәһенә бикләп ҡуйған, күптән онотолған яраларыңды соҡоп сығарыуҙан ни файҙа күрҙең? Әрме сафына оҙатҡан сағыңда ла, һинең тилмереп, киләсәк тормошто күҙаллағанда, ауыҙ асып "Көт" тиеп бер һүҙ әйттеме? Яңы балҡҡан йондоҙоң, күңел кисерештәреңә сыҙамай, һыҙылып ҡына, атылып төшмәнеме? Тимәк, һинең кәрәгең дә шул сама икәнлегеңде аңламаныңмы? Буш ваҡытын уҙғарырлыҡ итеп йөрөткәнен белмәнеңме? Кейәүгә сыҡҡаныңдан һуң да, төштәреңә күпме инеп, күпме йөҙәтте? Ҡасан була тыныс йоҡлауыңа? 10? 12 йыл? Күңелеңә яҡын, үҙеңдекеләй танһыҡ итеп өлгөргән мускус еҫен, өнөңдәгеләй һиҙеп, буҫлығып, илап уяныуҙарың аҙ булдымы? Ахмаҡ!
...Юҡ инде, туғаным, былай ҡалдырырға ярамай! Күңел ишегеңде шар асып, үткән ваҡиғаларҙы, кисерештәрҙе сығарып ебәрәбеҙ! Дүрт яғы ҡибла! Йә илаһи иллаллаһ! Атыу, иҫәүән кеүек, ауыҙың шапылдап, килде-китте ирҙәр менән үбешә башланың! Ана, сәбәп табып сәйнәнеп, һөйләнеп йөрөгән булһа ла, иреңде үп үсең ҡанғансы!
Лилиә Илбулова.