+24 °С
Ямғыр


Ҡунаҡ көҙҙәр
Төйәгемә ҡунаҡ ҡыҙҙар килде,
Ҡаршы алды аҡлан, ҡырҙарым.
Йомарт ергә бүләк итеп бирҙе
Алтын япраҡ сиккән юрғанын.
Тәлгәшләнеп бешкән миләштәр ҙә
Әҙерләнгән ҡунаҡ туйына.
Ҡабатланмаҫ бер матурлыҡ донъя
Алтын япраҡ менән ҡойона.
Ҡунаҡ көҙҙәр оло байрам итә,
Туйын ҡороп ҡырға, урманға.
Хазиналы ерем икмәккә бай,
Кешеләрем уңған булғанға.
Төйәгемдә ҡунаҡ көҙҙәр хужа,
Ҡаршы алды ҡырҙар, урмандар.
Уралымда үҫкән ҡурайымда
Тороп ҡалған ҡоштар йыры бар.
Дилә Булгакова.