

Был хәл Японияла була. Баш ҡалаға алыҫ булмаған ауылдарҙың береһендә йәшәгән, ти ҡарт самурай. Уның үҙ уҡыусылары булған. Көн дә тиерлек ул дәрестәр алып бара икән.
Көндәрҙең береһенк уның янына йәш яугир килә лә әшәке һүҙҙәр менән битәрләй башлай. Был яугирҙе самурай шунда уҡ таный. Ул яһил һәм ҡаты күңелле булыуы менән танылыу яулаған икән. Үҙенең дошманын провокация ярҙамында сығырыранан сығарып, хата өҫтөнә хата эшләтә, унан еңеү яулай икән.
Йәш яугир ҡарт самурайҙы битәрләп-битәрләп ҡарай ҙа ул, тик тегенеһе уға иғтибар ҙа итмәй икән. Аптырағас ҡартҡа таш ташлай, төкөрөнә лә. Әммә ҡарт яугир ғорур ҡая таш кеүек иғтибарһыҙ ҡала. Күнекмә алып барыуын дауам итә. Был хәл кискә тиклем дауам итә. Ахыр сиктә сығырынан сыҡҡан, тамам хәле бөткән йәш егет юлын дауам итә.
Был тиклем дә әр-битәрҙе үткәреп ебәрә алған уҡытыусыһына ҡарап иҫтәре киткән уҡыусылар:
― Ниңә һеҙ уны көрәшкә саҡырманығыҙ? Ҡурҡтығыҙмы әллә? ― тип һорай ҡуялар.
― Әгәр һеҙгә берәйһе бүләк тотоп килһә, ә һеҙ был бүләктән баш тартһағыҙ, был бүләк кемгә эләгә? ― тип ҡарт самурай уҡыусыларына һорау бирә.
― Бүләкте әҙерләгән кешегә, ― тип улары яуап ҡайтара.
― Был шулай уҡ көнсөллөккә, күра алмаусанлыҡҡа һәм әр-битәргә лә ҡағыла. Быларҙы һин әгәр ҡабул итмәһәң, алып килгән кешеһенә әйләнеп ҡайта.
Эльмира Кейекҡужина тәржемәһе.