Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Рухиәт
20 Августа 2022, 14:00

Өмөт. Хикмәтле хикәйәт

Тыныс ҡына бүлмәлә дүрт шәм янып ултырған була. Һәр ҡайһыһы ваҡыт үтеү менән иреп, бәләкәсәйә баралар икән. Бүлмәләге тынлыҡтан был дүртәүҙең һөйләшкәнен ишетеп була икән. Сытырлап яна-яна тәүге шәм былай тине бойоғоп ҡына...

Өмөт. Хикмәтле хикәйәтӨмөт. Хикмәтле хикәйәт
Өмөт. Хикмәтле хикәйәт

Тыныс ҡына бүлмәлә дүрт шәм янып ултырған була. Һәр ҡайһыһы ваҡыт үтеү менән иреп, бәләкәсәйә баралар икән.

Бүлмәләге тынлыҡтан был дүртәүҙең һөйләшкәнен ишетеп була икән. Сытырлап яна-яна тәүге шәм былай тине бойоғоп ҡына:

- Мин – Тыныслыҡ. Үкенескә, мине кешеләр һаҡлай белмәй. Шуға ла артыҡ янып үлтырыуҙың сәбәбен күрмәйем.

Был шәм тиҙҙән һүнә. 

- Мин – Ышаныс. Үкенескә, мин дә бер кемгә лә кәрәк түгелмен. Кешеләр минең турала хатта ишетергә лә теләмәйҙәр. Артабан яныуҙың фәтеүәһен күрмәйем, - тип һүҙгә икенсе шәм ҡушыла. Ул да янып ултырған еренән һүнә.

- Мин – Мөхәббәт. Минең да артабан яныр өсөн хәлем ҡалманы. Кешеләр минең ҡәҙеремде белмәйҙәр. Мөхәббәтте бирә лә, ала ла белмәйҙәр, - тип өсөнсө шәм дә һүнеп ҡуйҙы. 

Шул саҡ бүлмәгә бала килеп инә. Һүнгән өс шәмде күреп, ҡысҡырып илап ебәрә:

- Нимә эшләнегеҙ һеҙ! Мин бит ҡараңғылыҡтан ҡурҡам! 

- Илама! Мин - Өмөт. Мин янғанда ҡалған өсәүҙе лә тоҡондырып булыр, - тип дүртенсе шәм уны йыуатып һүҙ башланы. 

Ысынлап та, Өмөт кешене йәшәтә. Иртәнге көнгә ҡанат өҫтәй. Өмөт шәмдәрегеҙ бер ваҡытта ла һүрелмәһен! 

Эльмира Кейекҡужина тәржемәһе.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас