Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
11 Август 2022, 22:00

Ҡәйнә менән кейәү (хикәйә)

- Хм, бына нисек, - кейәү ихлас көлөп ебәрҙе - Ә мин һүҙемдә торған булып сығам бит, әләйһә. Ҡарағатты ла, бәшмәкте лә, бөрлөгәнде лә үҙем йыйманым, ә район үҙәгендә урынлашҡан баҙарҙан һатып алдым. Кәләш, ҡайным, күмәкләп, һине ҡыҙыҡ итергә булдыҡ, ҡайным тура юлды өйрәтте лә, мин ярты сәғәттә тегендә-бында елдереп килдем. Туп-тулы һауыттар менән һинең йыйыуыңды көтөп, ял итеуҙән башҡа сара ҡалманы беҙгә. Тик бына ҡара бөрлөгән баҙарҙа булмай сыҡты, ҡыҙылына алырға тура килде. Ярар, ҡәйнәм бергә-бер иҫәбе менән уйынды ябайыҡ, үпкәләштән булмаһын. - тип, Айсыуаҡ, асҡан ауыҙын ябалмай, һөтөн инде ергә һауып ултырған ҡәйнәһен ҡалдырып, китеп тә барҙы...

Ҡәйнә менән кейәү (хикәйә)
Ҡәйнә менән кейәү (хикәйә)

Ғәшүрә оло кейәүен баштан уҡ яратманы. Айсыуаҡтың модалы кейеме, яйлап ҡына иркә һөйләшеуе, йомшаҡ баҫып атлауына тиклем окшаманы ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгән, алыштырғыһыҙ ауыл советы депутатына. “Тапҡан бер елғыуарҙы, жуликты”, - тип эстән әрләй-әрләй, туй үткәрҙе.

Кәләштең йәше 30-ға яҡынлай ине шул, ҡыҙының ирһеҙ ҡартайыуы ҡурҡытты уҫал ҡәйнәне. Йәш ғаилә Себер яғында төпләнде, ишәйҙе, ике улдары тыуҙы, “жулик” кейәү үҙ эшен булдырып, “спекулянтка, торгашҡа” әйләнде. Йылдар үтте, Айсыуаҡтың магазиндары бөтә ҡаланы баҫты, ә Ғәшүрәнең кейәүенә булған тойғоһо грамға ла кәмемәне.

“Кеше ҡаны эсеп байый, мәлғүн, бында халыҡ бер тоҡ шәкәр һатып алырға аҡса тапмай, ә ул ике ҡатлы йорттар һалдыра”, - тип һөйләнеүен ишеткән ире Ғайса: “Ҡуй, әле әсәһе, шул бер балыҡ башы, ҡыҙым яҡшы кешегә эләкте, балда-майҙа йөҙә тип кыуаныр урынға… Ул бит заман геройы, маладса ир! Ғорурланырға кәрәк, кейәү бит беҙҙең абруйҙы ла күтәрә, ауыл уртаһында балҡып ултырған мәсет кем аҡсаһына төҙөлдө, балалар баҡсаһына кем ҡарай, Үәт, үәт, беҙҙең кейәү!” - тип ҡатының телен тыя ҡайһы саҡ.

Белә, Ғәшүрә, барыһында белә. Кейәүе уға үс итеп ауылды ҡарай, ҡәйнәһе уның ярҙамын кире ҡаҡҡан өсөн. Аҡса бирһә алмай, йортҡа һыу үткәртмәне, хатта ҡыйыҡты профнастилға алыштырайык тигәс тә, ҡаршы төштө. Имеш, һыу ташыу физкультура, ә шифер йылыны һаҡлай. Былтыр ана кейәү ял йортона юллама бүләк иткәйне, ауырыйым тип бармай ҡалды, ире аптырап торманы, бер үҙе сыҡты ла китте. Йәшәреп, дәртләнеп ҡайтып инде, бер ай һөйләшмәне уның менән ҡатыны. Яратмаған кейәүе бер аҙнаға ялға ҡайтам тип шылтыратҡас, Ғайса ҡатынына: “Бер ниндәй ҙә ҡырын-мырын ҡараштар булмаһын, етте. Кейәүең алдында бейеп тор, ишетһен ҡолағың. Холҡоңдо яҡшыртмаһаң, уларға эйәреп сығам да китәм. Ул мине күптән саҡыра”, - тине бығаса тойолмаған ҡатылыҡ менән.

Балалары ҡайтып,бер-ике көн ҡунаҡ булғас, ҡыҙы менән ирен ҡыуандырып, алсаҡланып киткән Ғәшүрә хәбәр һалды: Балаҡайҙар, әйҙәгеҙ, урманға бәшмәккә барып киләйек, Айсыуаҡ кейәүгә лә ял булыр, тәбиғәттә баш харап шәп ял итә. Барыһы ла аптырап ҡалды, кәйнә ауыҙынан кейәүгә ҡарата беренсегә йылы һүҙҙәр ишетеү мәле бит, өҫтәүенә хәстәрлекле һүҙҙәр. Урманға Айсыуаҡтың машинаһы елдереп барып та етте. Бәшмәкселәр төрлө яҡҡа таралды. Ике сәғәт самаһы урман ҡыҙырып, арып-талып, һауытының төбөн ҡапларлыҡ ҡына бәшмәк тапҡан Ғәшүрә машина ҡуйылған урынға килһә, кейәүе туп-тулы биҙрә менән ултыра. Кәйнәм, һин яҡшы бәшмәклеккә юлығып, беҙҙе көтөп ултырамы икән тип, үҙеңде эҙләргә сығырға булып бөттөк бит, - тип шаярта.

Ҡыҙы менән иренең дә һауыттары туп-тулы, ҡәнәғәт йылмайып торалар.

Ҡара янды Ғәшүрә, тик асыуын тышҡа сығарманы. Иртәгәһенә, йоҡонан уянып та өлгөрмәнеләр, егәрле кәйнә тағы ла урманға алып китте, был юлы ҡыр ҡарағатына. Баҡсала һығылып уңған емеш ҡайнатмаһының шифаһы аҙ, йәнәһе лә. Кисәге хәл тағы ҡабатланды, был юлы барыһының да һауыттары яртышар, ә кейәүҙең туп-тулы. Ҡарағаты ла тирелеп кенә, эренән генә йыйылған. Аптыраны Ғәшүрә: “Ялҡау ғына күренгән был нәмәгә ендәре ярҙам итәме икән, физик эшкэ лэ юк кеүек, тубыҡтан һыу кисеп, себен-серекәй араһында йыйып ҡара ҡарағатты.” - Кәйнәм, мин ҡайнымдың ҡорт күҙелдереген алып килдем бит, һеҙгә лә кәңәш итәм, бер ниндәй серекәй ҙә йонсотмаҫ, - тип Ғәшүрәнең һарыуын ҡайнатты. Өсөнсө көн иртә таңдан торған кейәү һыйыр һауып ингән кәйнәһен шаяртып, һорау менән ҡаршыланы: -Хәйерле иртә, бөгөн нимә йыябыҙ?

-Ҡара бөрлөгән!!!

- ???

Тағы ла тейәлешеп урманға киттеләр, Ғайса ҡарт билем һыҙлай тип эйәрмәне, ҡыҙы асыуы килһә лә, өндәшмәне. Кейәүе генә шат йылмайып, машинаһын саҡыр-соҡорҙан елдертте. Ғәшүрәнең урманға барғыһы килеп тормай ине, иртән иртүк май ҡояшылай балҡыған Айсыуаҡты күреп, зитына тейергә теләгәйне. Тегеһе әллә ысынға алды, әллә кәйнәһенә һабаҡ бирергә булды, ултырып сыҡты ла китте. Йөрө инде булмаған бөрлөгәнде эҙләп, урман ҡыҙырып. Был яҡта ул һирәк емеш, юҡ тиһәң дә була, урыны урыны менән генә осрай. Ә кейәү быны белмәй ҙә шикелле, ҡыҙы әйтмәнеме икән ней? Тапты бөрлөгәнде, күп түгел, шулай ҙа… Үтә лә ҡәнәғәт төҫ менән машина ҡуйылған урынға килһә, кейәүе бер биҙрә мөлдөрәмә тулы емеш менән ҡаршы алып тора, тик бөрлөгәне генә ҡара түгел, ә ҡып-ҡыҙыл.

- Бына йөрөнөм, йөрөнөм дә, ҡараһын тапмағас, ҡыҙылын йыйырға булдым, уныһын да бик шифалы тип әйтәләр. Бер юлы булыр ике төрлөһө лә, кәйнәм ҡабат килеп йонсомаҫ.

Әйтергә һүҙ тапманы Ғәшүрә. Машинаға шым ғына кереп ултырҙы ла, тәҙрәгә текәлде. Ял да үтеп китте, кәйнәһе күп итеп кайнатма әҙерләп, бәшмәк тоҙлап, ҡунаҡтарҙың юл сумкаларын тултырҙы. Кисләтеп һыйыр һауып ултырған

Ғәшүрә кейәүенең тауышын ишетеп, терт итеп ҡалды:

-Кәйнәм, һин минең емеш-еләк йыйырға яратмағанымды кайҙан белдең?

- Ҡайҙан тип ней, гәзиттәге интервьюңдан инде. Бала саҡта атай-әсәйемә ярҙам итер өсөн урманда нимә үҫә барыһын да йыйып, ҡалаға ташып һаттым, бизнесҡа капиталды ла Италия, Греция плантацияларында емеш йыйып эшләнем, тип яуаплағанһың. Хәҙер ағастан алма ла өҙөп ҡапмайым, аҡса ҡыуаҡта үҫһә лә, йыйырға кеше яллармын, тип яҙылған ине.

- Хм, бына нисек, - кейәү ихлас көлөп ебәрҙе - Ә мин һүҙемдә торған булып сығам бит, әләйһә. Ҡарағатты ла, бәшмәкте лә, бөрлөгәнде лә үҙем йыйманым, ә район үҙәгендә урынлашҡан баҙарҙан һатып алдым. Кәләш, ҡайным, күмәкләп, һине ҡыҙыҡ итергә булдыҡ, ҡайным тура юлды өйрәтте лә, мин ярты сәғәттә тегендә-бында елдереп килдем. Туп-тулы һауыттар менән һинең йыйыуыңды көтөп, ял итеуҙән башҡа сара ҡалманы беҙгә. Тик бына ҡара бөрлөгән баҙарҙа булмай сыҡты, ҡыҙылына алырға тура килде. Ярар, ҡәйнәм бергә-бер иҫәбе менән уйынды ябайыҡ, үпкәләштән булмаһын. - тип, Айсыуаҡ, асҡан ауыҙын ябалмай, һөтөн инде ергә һауып ултырған ҡәйнәһен ҡалдырып, китеп тә барҙы.

Ата-әсә ҡыҙҙарын аэропортҡа тиклем оҙата китте. Самолетҡа ултырыр алдынан ҡатыны Айсыуаҡтың ҡолағына шыбырланы: -Әсәйемдең кер йыуыу машинаһы ватылған, аҡса биргәйнем алманы, капиталист аҡсаһы кәрәкмәй тей. Һин берәй йүнен күрмәҫһеңме?

Шул арала “капиталист” кейәү ҡайҙалыр йөрөп килде.

-Беләһегеҙме, киосканан блокнот һатып алған инем, сдачаға лоторея бирҙеләр, уйламағанда 10 мең аҡса оттом да ҡуйҙым. Бына ҡыҙыҡ. Ҡәйнәм, мә, ал, һеҙгә булһын, - тине шат тауыш менән.

- Юҡ, кәрәкмәй миңә, - тип, бурҙаттай ҡыҙарып киткән Ғәшүрә, ҡулдарын артҡа йәшерҙе.

- Әсәй, был бит осраҡлы аҡсалар, хужаһыҙ, аңлайһыңмы? Бик булмаһа балалар баҡсаһына бирерһең, - тип ҡыҙы уны ҡыҫымға алды.

Тегеләй итте, былай итте, ахырҙа аҡса көслөк менән уның кеҫәһенә кереп ятты. Ике аҙнанан Айсыуаҡ ҡайныһына шылтыратып, хәл-әхүәл белешергә булды.

- Беҙҙең хәлдәр ашауға ҡарап, ә ашау шәп. Бына ҡәйнәң генә ашамай ҙа, һөйләшмәй ҙә, - тине ҡайныһы. - Теге һин ҡалдырған аҡсаға бөткәнсе лоторея алғайны, береһе лә отмаған. “Бергә ике, бергә ике , еңде бит спекулянт”, тип кемделер әрләй ҙә әрләй...

Ләйсән Исҡужина.

Һүрәт - интернеттан

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: