Һаҡмар
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Рухиәт
19 Июля 2022, 18:37

Ай нурҡайы. Хикәйәт.

Ай нуры дәртләнер китеп ҡараңғылыҡҡа сорналған йылға буйлап юл һала. Яр буйындағы ағастар һәм ҡоштар, һыуҙағы балыҡтар ― барыһы ла ай нурына таң ҡала. Унан нурҡай асыҡ тәҙрәнән үтеп инә лә йоҡлап ятҡан сабыйҙың сикәһенә ҡағыла. Был бәләкәс матур төштәр күрә был төндә. Нурҡай урман һуҡмағына үтеп инә лә аҙашҡан болан балаһына әсәһен табырға ярҙам итә. Бына таң нуры һыҙылды. Төнгө мажаранан хәле бөткән ай нурҡайы кинәнес алып йоҡлап китә. Төшөндә ул төндә ул үҙе һалған юлдарҙы күреп йылмайып-йылмайып ала. Иртәгә уны йәнә лә татлы мажаралар көтә ине. Хәйерле төн! Татлы төштәр күрегеҙ!

Ай нурҡайы. Хикәйәт.Ай нурҡайы. Хикәйәт.
Ай нурҡайы. Хикәйәт.

Ай нурҡайы

Хикәйәт

Йәшәгән, ти, алтын төҫөндәге ай нурҡайы. Был нур шул тиклем нескә булған, ул хатта күк йөҙөндәге болоттарҙан саҡ-саҡ ҡына күренеп ҡалған. Ҡуйы урмандарҙа ағас ботаҡтары уны ышыҡлаған. Ҡорған аша бүлмәгә үтеп инә алмаған. Был нурҡайҙың бар хыялы ― ағайҙары кеүек балҡып яныу. Ер йөҙөн нурҙары менән балҡытыу, йылылыҡ нурын бөркөү. Нурҡай бойоғоп: "Мин гелән генә ошолай сибек булырмынмы икән?

Әммә көндәрҙең береһендә көмөш йондоҙ был нурҡайҙы йыуатып:
― Беҙ һинең менән башҡаларға оҡшамағанбыҙ. Беҙ төндә яҡтылыҡ менән бергә тылсым өләшәбеҙ. Ян һин һәм бар күңелең менән нурыңды өләш. Бер нәмәнән дә ҡурҡма!

Ай нуры дәртләнер китеп ҡараңғылыҡҡа сорналған йылға буйлап юл һала. Яр буйындағы ағастар һәм ҡоштар, һыуҙағы балыҡтар ― барыһы ла ай нурына таң ҡала.

Унан нурҡай асыҡ тәҙрәнән үтеп инә лә йоҡлап ятҡан сабыйҙың сикәһенә ҡағыла. Был бәләкәс матур төштәр күрә был төндә.

Нурҡай урман һуҡмағына үтеп инә лә аҙашҡан болан балаһына әсәһен табырға ярҙам итә.

Бына таң нуры һыҙылды. Төнгө мажаранан хәле бөткән ай нурҡайы кинәнес алып йоҡлап китә. Төшөндә ул төндә ул үҙе һалған юлдарҙы күреп йылмайып-йылмайып ала. Иртәгә уны йәнә лә татлы мажаралар көтә ине.

Хәйерле төн! Татлы төштәр күрегеҙ!

Эльмира Кейекҡужина тәржемәһе. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас