

Кеше үлгәс, ҡаршыһына фәрештәһе килеп баҫа:
― Тормош юлыңдағы барлыҡ ҡылған яҡшы ғәмәлдәрҙе иҫкә ал. Ул сағында һиңә ҡанаттар үҫеп сығыр һәм мин һине ожмахҡа осороп алып китермен, ― ти икән.
― Мин йорт һалып сығырға хыялландым, баҡса үҫтерергә уйлағайным, ― тип был кеше хәтирәләргә бирелә. Шулғсаҡ уның арҡаһына бәләкәй генә ҡанаттар үҫеп сыға.
― Әммә хыялдарым тормошҡа ашманы, ― тип ул уфтанып ҡуйҙы. Шул арала ҡанаттары юҡ булды.
― Бер ҡыҙҙы ярата инем, ― тип әйтеүе булды йәнә ҡанаттары үҫеп сыҡты.
― Ярай әле минең яла яҡҡанымды бер кем дә белмәне, ― тип әйтеүенә ҡанаттары юҡ булды.
Ошолай был кеше тормошондағы яҡшы яҡтарын һәм насарҙарын хәтергә алып оҙаҡ тора. Ҡанаттары бер үҫә, бер юҡҡа сыға. Фәрештә ҡарап тора ла осоп китергә булып китә. Шул саҡ кеше бышылдап ҡына:
― Әсәйемдең мине нисек яратҡанын хәтерләйем. Ул һәр саҡ миңә доға ҡыла торғайны, ― тине.
Шул саҡ кешенең арҡаһында ҙур ҡанаттар үҫеп сыға.
― Ыста! Мин дә оса беләм икән дә баһа! ― тип кеше ғәжәпләнә.
― Әсә һөйөүе кешенең йөрәген сафландыра һәм фәрештәләргә яҡынайта, ― тип фәрештә йылмайып яуаплай.
Эльмира Кейекҡужина тәржемәһе.