Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Рухиәт
16 Июля 2022, 07:25

Ҡатынға әйтер серем

Бик һағынам һине, бик һағынам, Һин янымда көйө һағынам. Күҙҙе наҙлар күпме һылыуҙар бар, Ә мин бары һиңә табынам. Табынырға Хоҙай түгелһең дә... Илаһиә түгел... Ябайһың! Илаһиә булһаң, һөймәҫ инем-- Ябайлығың менән арбайһың. Арбайһың һин минең зиһенемде, Күңелемде нурға күмәһең. Һыуһынымды әммә ҡандырмайһың-- Сарсай бирһен, тиһең, күрәһең. Йәнем дә һин минең, йәрем дә һин, Йән өрөүсе миңә—һүнгәндә. Туҡтатыусым—артыҡ шашынғанда, Наҙ биреүсем—һағыш күмгәндә. Наҙҙарыңды йәшлек яҙҙарынан Бағышланың миңә, тилегә. Мин ҡабатлап һине һөйөр инем, Йәшлек ҡайтһа әгәр киренән! (Р. Йәнбәк)

Ҡатынға әйтер серемҠатынға әйтер серем
Ҡатынға әйтер серем

Ҡатынға әйтер серем

Бик һағынам һине, бик һағынам,

Һин янымда көйө һағынам.

Күҙҙе наҙлар күпме һылыуҙар бар,

Ә мин бары һиңә табынам.

Табынырға Хоҙай түгелһең дә...

Илаһиә түгел... Ябайһың!

Илаһиә булһаң, һөймәҫ инем--

Ябайлығың менән арбайһың.

Арбайһың һин минең зиһенемде,

Күңелемде нурға күмәһең.

Һыуһынымды әммә ҡандырмайһың--

Сарсай бирһен, тиһең, күрәһең.

Йәнем дә һин минең, йәрем дә һин,

Йән өрөүсе миңә—һүнгәндә.

Туҡтатыусым—артыҡ шашынғанда,

Наҙ биреүсем—һағыш күмгәндә.

Наҙҙарыңды йәшлек яҙҙарынан

Бағышланың миңә, тилегә.

Мин ҡабатлап һине һөйөр инем,

Йәшлек ҡайтһа әгәр киренән!

(Р. Йәнбәк)

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас