+18 °С
Дождь


Ниндәй бәхет һине йоҡоларҙан
Һөйгән ҡулдар наҙлап уятһа
Ниндәй бәхет таң йондоҙом тип
Серле итеп күҙҙәреңә баҡһа.
Ниндәй бәхет һөйөп-һөйөлөп йәшәү
Бергә-бергә ут-һыуҙы кисеү
Хоҙай биргән насип йәреңде
Һәр көн һайын үзеңә ғашиҡ итеү!
Ниндәй бәхет балаларың килеп
Рәхмәт әсәй-атай тиһәләр
Һеҙ бит беҙҙең ныҡлы терәгебеҙ
Һеҙ бит беҙгә үрнәк тиһәләр.
Ниндәй бәхет туғандарың көн дә
Тауышыңды һағындыҡ тиһәләр
Ә дуҫтарың ихлас йылмайып
Ҡосаҡлап алып сәләм бирһәләр.
Ниндәй бәхет,һинең хыялдарың
Иңдәреңә һинең ҡанат ҡуйһа
Йөрәгеңдән сыҡҡан йырҙарың
Күңелеңде сихри моңға күмһә.
Ниндәй бәхет киң күңелле булыу!
Ниндәй бәхет яраттыра белеү!
Рүзилә Гатауллина